Тәнгә лә, йәнгә лә дауа табалар Әбйәлил районының үҙәк дауаханаһы үҙенең төҙөклөгө, заманса йыһазландырылыуы менән ҡайһы бер ҡалаларҙың ойошмаларын көнләштерерлек. Бындағы бөхтәлеккә һоҡланып ҡайттыҡ. Башҡарылғандарҙың барыһы ла – йылдар дауамындағы ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе ул. Учреждениеға Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Заһир Фәтхелбаян улы Саҡаев етәкселек итә. Заман талаптарына тулыһынса яуап биргән төрлө йүнәлешле ҙур учреждениела консультация-диагностика үҙәге, хирургия, гинекология, терапия, неврология,
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артыҡ байлыҡ – башҡа бәлә Картуфты беҙҙә юҡҡа “икенсе икмәк” тип атамайҙар. Бөгөн Рәсәй донъяла бәрәңге етештереү буйынса илдәр араһында өсөнсө урынды биләй. Беҙҙең картуф баҙарының күләме йылына 500 миллиард һум тәшкил итә. Халыҡта баҙар иҡтисады реформалары үҙебеҙҙә бәрәңге етештереүгә ҡарағанда ситтән һатып алыуҙы отошлоға әйләндерҙе тигән фекер йәшәп килә. Ысынлап та, был йәшелсәне үҫтереүгә бүленгән майҙан йылдан-йыл ҡыҫҡара бара. 2013 йылда ғына Рәсәй буйынса ул 12 процентҡа кәмегән һәм ни бары 253 мең гектар тәшкил иткән. 1999—2001 йылдарҙа ауыл хужалығы министры булған Михаил Минеев мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бөгөн картуф элекке 65 мең гектар урынына тик 2,5-3 мең гектар майҙанда ғына ултыртыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа! Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Үҙҙәре тырыш, дәртле һәм сәмле. Өфө, Мәскәү, Сингапур йә Ҡытай булһынмы, һәр ерҙә еңеү яулап, институт данын республикаға ғына түгел, тотош донъяға тарата улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 880 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәм эш – һөҙөмтәле Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәт йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостан Республикаһы буйынса яңы Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов менән рәсми рәүештә таныштырҙы. Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлек етәкселәре,
Ком: 0 // Уҡынылар: 521 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә донъя йәмәғәтселеге Юл һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн билдәләй. 2005 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡабул иткән резолюция буйынса, ул ғүмере өҙөлгән кешеләрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыуға һәм башҡаларҙы иҫкәртеүгә, йәмәғәтселектең иғтибарын юл һәләкәте проблемаһына йәлеп итеүгә йүнәлтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәрәк, кәрәкмәй... Автокресло хаҡында һүҙемде шунан башлар инем — бөгөн балалар өсөн махсус урын менән йыһазландырылмаған “тимер ат” хужаһына 3000 һум күләмендә штраф ҡаралған. Тик депутаттар был талапты тағы ла ҡатыландырыу яғында – әле Дәүләт Думаһында сабыйҙарына битараф водителдәрҙең таныҡлығын тартып алыу тураһында фекер алышыу бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә «Башавтотранс» берекмәһенең ҙур автобустарында ғына түгел, трамвай-троллейбустарҙа ла ғәҙәтигә әйләнгән күренеш тураһында береһе лә уйланмай шикелле. Дөрөҫөрәге, иғтибарға ла алмай. Тағы ла дөрөҫөрәге – ғәҙәттән тыш хәл тип уйламай. Аңлашыла, замана, тигәнерәк фекер йөрөтә кешеләр. Ул да булһа – «автобус без кондуктора», «водитель – кондуктор» тигән яҙыуҙар. Элек был хәлдәр ял көндәре генә була торғайны, хәҙер иһә халыҡ бик тапҡыр итеп «2 в 1» тип атаған күренеш көндәлеккә әйләнә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөндән Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Был яңылыҡ һәр водителгә ҡағыла. Шуға ла сираттағы дәресте ошо ҡағиҙәләргә бағышлайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Округта (Волга буйы федераль округы – М.Ф.) яҡшы билдәле танытмалар (бренд) аҙ түгел, мәҫәлән, Түбәнге Новгород, Яр Саллы һәм Тольятти автомобилдәре, Ульяновск – самолеттары, Татарстан һәм Башҡортостан вертолеттары менән дан тота”, — тип яҙа “Известия” гәзите “Вместе – сильнее” тигән мәҡәләһендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижади коллективтарҙың уңышлы эшләүе финанс яҡтан һәйбәт тәьмин ителеү менән бәйле. Ҡариҙел районында матди-техник базаны нығытыуға иғтибар ҙур. Йыл һайын капиталь һәм ағымдағы төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Барлыҡ мәҙәниәт ойошмаларының эшмәкәрлеге халыҡтың ижади һәләтен үҫтереүгә, ялын файҙалы ойоштороуға, йәштәрҙә, үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендәге милли мәсьәләләр буйынса белгес Гөлнара СОЛТАНОВА төбәктең мәҙәни тормошо менән ихлас таныштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына