Теләһәк, булдырабыҙ! Августың һуңғы аҙнаһының йома кисендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш биләмәләре аша үткән ғәрәсәт Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары ауылдарына ҙур ҡаза килтергәне тураһында хәбәр иткәйнек инде. Фажиғә һөҙөмтәһендә 500-гә яҡын шәхси йорт, төрлө тәғәйенләнештәге тиҫтәләгән торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы һәм социаль объект етди зыян күрҙе, йөҙләгән ғаилә өй-ҡураһыҙ ҡалды. Дөйөм матди юғалтыуҙар бәйәһе бер нисә миллион һумдан ашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлы Башҡорт дәүләт университетында эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһе күптән түгел ҙур байрамын билдәләне. Әҙәбиәтебеҙ күгендә ҡолас киргән бик күп “Шоңҡар”ҙар ошо берекмәлә ҡанат нығытты, офоҡтарын киңәйтте.
Әҙәби берекмә сая ҡоштар сөйөүен дауам итә. Бөгөн уның етәксеһе, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова – беҙҙә ҡунаҡта.
– Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы, башҡорт әҙәбиәтенең шишмәһе булған “Шоңҡар”ҙың үткәненә күҙ ташлап алайыҡ әле.
– Данлы әҙәби-ижад берекмәһенең ойошоуын Башҡорт дәүләт университетының яҙмышы менән бәйләргә мөмкин. Юғары уҡыу йортоноң тарихи тамырҙары, документтарҙа теркәлгәнсә, 1909 йылда Өфө, Пермь, Ырымбур, Силәбе һәм Турғай округтары мәктәптәре өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында асылған Уҡытыусылар институтына барып тоташа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кама буйындағы рухи утрау Мәҙәниәт йылы уңайынан төбәктәрҙә төрлө саралар ойошторола. Сер түгел: дөйөм халыҡты йәлеп итеп, рухи күтәрелеш бүләк иткән байрамдарҙан тыш, исем өсөн уҙғарылғандары ла юҡ түгел. Был фекерҙе Нефтекамалағы “Башҡорт мәҙәниәте һәм яҙмаһы” айлығын ябыу кисәһендә ҡатнашҡандан һуң әйтмәй булдыра алманым. Бына ҡайҙа тупланған икән тере тауышлы йырсылар, ялҡынлы бейеүселәр, рухиәт өсөн янып-көйгәндәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 790 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һыуытҡысымда — тик үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек” (Рөстәм Хәмитовтың
“Сельская жизнь” гәзитенә интервьюһы)
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов “Сельская жизнь” гәзите хәбәрсеһенә интервью бирҙе.
— Рөстәм Зәки улы, ауыл хужалығында сираттағы эш миҙгеле тамамлана. Быйылғы йомғаҡтар буйынса республика аграрийҙарына ниндәй баһа бирә алаһығыҙ?
— Яҡшы баһа. Билдәле булыуынса, икмәк еңел бирелмәй, шуға күрә ауыл хужалығында эштең планға ярашлы, көйлө барыуы бик мөһим. Быйыл иһә май — июндә ҡоролоҡ булды, ужымдың бер өлөшөн юғалттыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Австралияның Брисбене ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре саммиты үтеүе, Америка Ҡушма Штаттары президенты Барак Обаманың Азия – Тымыҡ океан төбәгендә үҙенә мәрәй тупларға ынтылыуы уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәхесте мыҫҡыл итеүме был? Ял көндәрендә баш ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙым янына барып ҡайттым. Ул Матбуғат йортонан әллә ни йыраҡ йәшәмәй, шуға ла был бина янынан йыш үтергә тура килә. Был юлы ла таныш юлдан киттем. Әммә Өфө тиклем Өфөгә килеп, етмәһә, Матбуғат йорто янында кәйефем ҡырылыр тип һис уйламағайным.
Эш шунда — Матбуғат йорто ҡаршыһындағы һәйкәл эргәһенә ҙур сүп-сар һауыты ултыртып ҡуйғандар. Янында бер берәҙәк соҡсона, ағас араһындағы эскәмйәлә икенсеһе йоҡлап ята. Был нимә? Билдәле публицист, дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндан көлөүме был?
Ком: 0 // Уҡынылар: 657 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Индонезия парламенттары араһындағы хеҙмәттәшлек төркөмөнә етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Мәскәүҙә III Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү конференцияһында сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 392 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәй Йөҙөү федерацияһы башлығы, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы Владимир Сальников менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 516 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мандиси Мпахлуа менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына