Ҡайҙа ла  бер үк тормош. Шулай ҙа... Тәртип башы — таҙалыҡ
Беҙҙә, ғәҙәттә, подъездар ҡот осҡос хәлдә. Ләкин фатир ишеген асып керҙеңме, ялтлап тора! Сөнки подъезд – дөйөм милек, ә фатирың — шәхси. Беҙҙә әле һаман да уртаҡ милеккә яуапһыҙ ҡарау онотолмай. Был, күрәһең, ҡаныбыҙға һеңгәндер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған көнөң менән, ҡала! Үҙәк майҙанға аяҡ баҫҡан һәр кем өсөн Ҡала көнө сағыу һәм онотолмаҫ байрамға әүерелде.
Төндә яуған ҡырпаҡ ҡар, әйтерһең, тыуған көнө айҡанлы ҡаланы махсус биҙәп ҡуйырға ашыҡҡан! Бала-саға бар донъяны аҡҡа сорнаған ҡышты күреп ҡыуанһа, район хужалыҡтары үҙҙәре етештергән әллә күпме төр тауарҙы ихлас тәҡдим итеп һөйөндөрҙө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төпкөлдәге тормош һөйөндөрә Темәс ауылында Баймаҡ ПМК-һының кирбес заводы янында яңы асылған ағасты тәрән эшкәртеү цехында ҡыҙыу эш бара. Яҙ ғына нигеҙ һалынған бина төҙөлөп, бында Италия, Ҡытай һәм Рәсәйҙә етештерелгән өр-яңы 13 станок урынлаштырылған. Силәбе һәм Мәскәү ҡалаларынан белгестәр килеп, эшселәрҙе махсус ҡорамалдарҙы ҡулланырға өйрәткән. Әле бында алты кешегә эш урыны булдырылған. Мәҫәлән, тәжрибәле ағас оҫтаһы Зөфәр Ахунйәнов заманса йыһаздарҙан бик ҡәнәғәт. “Эшләүе күпкә еңелерәк тә, уңайлы ла!” — ти ул. Ошо йүнәлештә уҡып, хеҙмәт юлын башлаған улы Азат та атаһынан өлгө ала. Цех мастеры Данил Низамов әйтеүенсә, улар ағастан евротәҙрә, ишек, иҙән таҡтаһы, блок-хаус, вагонка етештерәсәк. Инвестиция күләме – 18 миллион һум.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҡиҡәт –  “Урал батыр”ҙа Тәү тапҡыр уның хаҡында телевидение аша ишетеп ҡалдым. Исеме лә шундай үҙенсәлекле булып тойолдо – Аладдин! Әйтерһең, киң билдәле әкиәттән беҙҙең донъяға килеп ингән мөғжизәсе! Нефтекамаға сәфәргә йыйынғанда ла башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Азат Нәзир улынан азербайжан егете Аладдин Самедов хаҡында бик йылы һүҙҙәр ишеттем. “Ниңә телефондан һөйләп торам әле, килгәс, үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ!” – тине ул.
Быйыл майҙа Өфөлә генә түгел, тотош донъя кимәлендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең флешмобы үтте. Ул сарала ла әүҙемлек күрһәтте Аладдин. Ә яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы күрһәтә башлаған “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуында мәшһүр эпосыбыҙға ҡағылышлы һорауҙар биреп,
Ком: 0 // Уҡынылар: 850 тапҡыр // Тотош уҡырға
Афарин, Роберт! Башҡорт егете Рәсәй халҡын һоҡландырҙы
Хәҙерге заманда таланттарҙы асыу ниәтендә бихисап конкурстар үткәрелә. Шулар араһынан иң популяр бәйгеләрҙең береһе — “ТНТ” телеканалы ойошторған “Бейеү” проекты. Унда күптән түгел яҡташыбыҙ, башҡорт егете Роберт Әмиров ҡатнашып, тотош Рәсәй халҡын оҫта бейеүе менән һоҡландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан өсөн “Заман” һүҙ әйтә Ошо көндәрҙә Ҡазанда үтәсәк “Тюрквидение-2014” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан исеменән кем сығыш яһар икән? Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “ТМВ” каналы ойошторған был конкурста төрки дәүләттәрҙең сағыу йырсылары, төркөмдәре ҡатнаша. Һайлап алыу турында билдәле яңғыҙ йырсылар менән бергә ансамблдәр ҙә, йәмғеһе 10 конкурсант сәхнәгә сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр-моңдо юлдаш итеп Ауылдағы бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй: Дәүләткирәй Нәҙерғолов ҡурайҙа уйнап, гармунда һыҙҙырһа, ҡатыны Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы уға ҡушылып ҡумыҙ сиртә, моңло йыр һуҙа. Әйткәндәй, Нәҙерғоловтар үҙҙәре лә “беҙҙе йыр-моң ҡауыштырҙы”, ти. Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегендә уҡып йөрөгән Дәүләткирәй Мәҙинәне Сибай – Өфө поезында осрата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наил Ғәйетбаев: “Йәштәр ижадын үҫтерергә кәрәк” 21–22 ноябрҙә Сибайҙа йәш яҙыусыларҙың конференцияһы уҙғарыласаҡ. Әҙәбиәт мөхитендәге был иҫтәлекле ваҡиға ниндәй маҡсаттарҙы күҙ уңында тота? Ғөмүмән, бөгөн ижадҡа ынтылған йәштәр бармы? Уларҙы үҫтереү, ҡанат ҡуйыу йәһәтенән ниҙәр башҡарыла? Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, билдәле драматург, республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил ҒӘЙЕТБАЕВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта. – Наил Әсхәт улы, республикала йәш яҙыусылар ижады ниндәй кимәлдә?
– Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһында эш башлағас, ойошмала йәш ижадсыларҙың аҙ булыуы аптыратты. Берләшмәлә 250-ләп әҙип ағза булып торһа, шуларҙың уртаса йәше 67 ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтындан ҡойолған ғүмер Өләсәйем 1939 йылдың 15 ноябрендә Әбйәлил районының Ишҡол ауылында ғаиләләге алты баланың иң кесеһе булып тыуған. Уның бала сағы, үҙе һөйләүе буйынса, яҙып ҡына аңлатып булмаҫлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Атаһы, ағаһы яуға алына, өйҙәге дүрт ҡыҙ әсәләре менән тороп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағай кеше һуғышта башын һала, ә ғаилә башлығы, штаб шоферы булараҡ, бик һуңға ҡалып йортона ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төтөнө лә зыянлы Йыл һайын илдә яҡынса 265 миллиард тәмәке тартыла, йәғни йән башына 1800 сигарет тура килә тигән һүҙ. Ҡыҫҡаһы, көйрәтергә яратҡан һәр кем ғүмеренең ун биш йылын юҡҡа сығара. Яман шеш, стенокардия, хроник бронхит кеүек бихисап сирҙәргә лә тап сигарет ғәйепле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына