Төйәкте күтәргән ир-азамат Кешелек тарихынан күренеүенсә, рухи яҡтан ныҡлы, йәғни динле халыҡтарҙың башҡаларға ҡарағанда һәр яҡлап алда булғаны билдәле. Быны Ғафури районының Сәйетбаба ауылы миҫалында ғына ла иҫбатлай алам.
Октябрь инҡилабына тиклем бында биш мәхәллә булып, уларҙы электән эшләп килгән өс мәсет һәм ауыл байҙары тарафынан яңы мәсеттәр һалынғанға тиклем биреп торолған ике ҙур йорт хеҙмәтләндергән. Ауыл халҡын рухи яҡтан тәрбиәләүгә ошо иман йорттарындағы мулла-мәзиндәр, ишан-хәҙрәттәр, хәлфәләр, мөғәллимдәр, һуңынан инде хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ ифрат ҙур өлөш индергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буйһонмаған “утрау” “Эш аҡсала түгел, ә принципта, тиҙәр икән, тимәк, эш – аҡсала”, тигән берәү. Ысынлап та, иҡтисади ҡанундарҙы һис инҡар итерлек әмәл юҡ — ишектән ҡыуһаң, тәҙрәнән инәләр. Ләкин Учалы яҙыусылар ойошмаһының отчет-һайлау йыйылышынан һуң Яйыҡ башы ижадсыларының был аяуһыҙ хәҡиҡәтте инҡар итеп йәшәгәнен күреп, һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡуйҙыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 731 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы бишегендә Ишейҙең Райондың сигендә урынлашҡан Ишей ауылына барыу еңелдән түгел: берҙән, ул үҙәктән 90 саҡрым алыҫлыҡта ятһа, икенсенән, юлдар ҙа бормалы, ташлы. Шулай ҙа, көндәр бер аҙ боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсурин менән тәүәккәлләргә булдыҡ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лайыҡлы тормошҡа һәр кем хаҡлы Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, ХХI быуат башы — “илдең яңынан тупланыу, иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты”.
Күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙың юлдары, башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашыуын һорап, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Альбина БУРАНҒОЛОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Уңайлы шарттар булһа,  йәштәр ситкә китмәҫ” Нисек кенә булмаһын, ауыл һәм ҡаланың, дөйөм йәмғиәттең үҫеше тыуымға, балалар һанына ҡарап билдәләнә. Әлбиттә, был күрһәткескә йәшәү шарттарының уңайлылығы йоғонто яһай. Үҙ йорто, хеҙмәт урыны, һәйбәт эш хаҡы булһа, йәш ғаилә ниңә ишәймәһен? Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Стәрлебашҡа эш сәфәрендә ошо мәсьәлә төп иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел дәфтәренән моң таша Популяр йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәнов “Башҡортостан” гәзитен таратыуға үҙ өлөшөн индерҙе
Миҙхәт ағай Әбделмәнов хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә яҙғаныбыҙ бар. Бөгөн үҙешмәкәр йырҙар авторы баҫмабыҙҙың дуҫы булараҡ та сығыш яһай. Ул бик күп милләттәштәребеҙгә, республика халҡына өлгө күрһәтеп, яҡташтарына, дуҫтарына биш дана “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Ә яңыраҡ Миҙхәт Мәжит улы ижадташ дуҫтары менән бергә ут күршеләребеҙгә барып, дуҫлыҡ күперен нығытып ҡайтты. Хәйер, барыһы хаҡында үҙе менән әңгәмәләшкәндә белешербеҙ.
– Миҙхәт ағай, таныштырып китегеҙ әле үҙегеҙ менән. Ҡайһы яҡтың һыуҙарын эсеп үҫтегеҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Теҙген ныҡ булһа, ғаилә лә имен” Баймаҡ районының Һәмән ауылында яңы тормош ҡорған Фәүзиә менән Мостафа Сабитовтар ғаиләһендә 1923 йылдың 23 ғинуарында, ата-әсәне һөйөндөрөп, ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Файза тип исем ҡушалар.
1936 йылдың көҙө. Ергә ап-аҡ ҡар түшәлгәс, ауылдарҙа көтөп алынған күңелле һуғым мәле етә. Халыҡ, ҡышҡылыҡҡа һимерткән малын һуйып, ҡаҙан тултырып аш бешерә. Ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы күп аҫраған Мостафа ла, бау-арҡандарын әҙерләп, һуғымлыҡ малын ергә йыға. Әммә ғаилә ағзаларына был иттән ауыҙ итергә насип булмай: 33 йәшлек ирҙе ҡулға алалар, уның менән бергә яңы һуйылған ит тә, мал-тыуар ҙа тейәлеп ҡайҙалыр оҙатыла. Шулай итеп, һәүетемсә генә донъя көтөп ятҡанда, Сабитовтарҙың өйөнә ҙур ҡайғы килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортсаларын да күрге килә Нимә ул социаль реклама? Тормошто һәйбәт яҡҡа үҙгәртеүгә, йәмғиәттең киҫкен проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән ижади проект, тиер ҡайһы берәүҙәр. Миңә ҡалһа, социаль реклама – күңелдәрҙе тетрәндергән, вайымһыҙлыҡтан арындырған, йәмғиәттәге ҡайһы бер мәсьәләләргә ытырғаныс тыуҙырған көс. Һәр хәлдә, үткән аҙнала «Ҡала мөхите» X социаль реклама фестивалендә булғандан һуң, күңелдә шундайыраҡ хис-тойғо ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙҙың аҫылташы Һәр артистың үҙенә генә хас ижади яҙмышы бар. Берәүҙәр тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыу менән танылыу яулаһа, икенселәр нисек ҡабынған, шул рәүешле ҡапыл ғына һүнеп, ижади офоҡтан, тамашасы хәтеренән юғала. Өсөнсөләр, даими камиллашып, юғарыраҡ бейеклекте яулау өсөн ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып, дөйөм танылыуға табан эҙмә-эҙлекле алға барыуын дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 730 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытай телен өйрәнеү ҡыйынмы? Студент саҡта “Сессия мәлендә Ҡытай теленән имтихан ҡуйһалар, бер төн эсендә ятлар инек”, – тип шаярта торғайныҡ. Ысынында иһә был телде күпме ваҡыт эсендә өйрәнеп була икән? Әлиә Шәрипова әйтеүенсә, көн һайын 45 минут ваҡыт бүлһәң, ике-өс айҙа ҡытайса иркен аралашырға мөмкин.
Әлиә — Стәрлебаш районы ҡыҙы, БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Бала саҡтан сит телдәр менән ҡыҙыҡһынған. Мәктәп йылдарында Ҡытайҙың тарихын, мәҙәниәтен етди өйрәнә башлаған. Әңгәмәбеҙ бөгөнгө тормошо хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйланырға, өйрәнергә нигеҙ бар Әүҙем эшмәкәрлеге, үҙенсәлекле фәнни ҡарашы, ғилми хеҙмәттәре менән республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә киң билдәлелек яулай барған философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминевтең киң даирәлә фекер йөрөтөүе һоҡланыу уята. Яңыраҡ ул телефондан Иранға барып ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәс, осрашып һөйләшергә тәҡдим иттем. Ғалимдың фекерҙәштәре менән берлектә ҡылған бай йөкмәткеле сәйәхәте тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡына ихтирамын  эш менән иҫбатлай Башҡорт халҡы өҙөлөп киткән муйынсаҡтың мәрйендәре һымаҡ — төрлө тарафтарға барып төпләнгән. Аҫаба ерҙәре Башҡортостан менән генә сикләнмәй, күрше өлкәләрҙе лә биләгән беҙҙең халыҡты юҡҡа сығарыу, тарҡатыу маҡсатында заманында батшалар, ил етәкселәре нимә генә эшләмәгән: ихтилалдар, реформалар, Советтар Союзы барлыҡҡа килгәс, бүленеп ҡалыу... Төп еренән айырып, икенсе төбәккә ҡушһалар ҙа, башҡорттар үҙ асылын юғалтмаған. Башҡортостандың Силәбеләге даими вәкиле Амур ХӘБИБУЛЛИН да ана шул тоғролоғо менән күңелгә ятты. Халҡына, еренә, теленә булған ихтирамын, иғтибарын һүҙҙә түгел, эштә иҫбатларға күнеккән ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе ул.
Өфөгә эшлекле осрашыуға килгән сағында, форсаттан файҙаланып, Амур Ғәбиҙулла улын редакциябыҙға саҡырҙыҡ. Рәхмәт, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Бөтөн кеше бер ата менән әсәнән – Әҙәм һәм Һауанан – барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар төрлө милләткә бүленгән? Дин быны нисек аңлата, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көртмәле

Ҡулдарымды өшөтә-өшөтә йыям
Ҡар аҫтынан ҡыҙыл көртмәле.
Иҫкәйҙәрең-һушың китмәле!
Өшөһәм дә йыям, көтмә әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 802 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының икенсе “Ғәмәлдәр форумы”ында ҡатнашты. Был төркөмгә төбәк штабы рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова, Максим Михайлов һәм Азат Фазлыев, төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин, Рәсәй Президентының ышаныҡлы кешеләре Рәшиҙә Солтанова менән Надежда Крылова инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 300 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына