Кисәгең дә, бөгөнгөләй,
Күңелемә яҡын минең.
Мостай Кәрим.

Бөгөнгөләй, уның үткәне лә
Уйылып ҡалған Урал ташына...
Ҡурай осонан һыҙылып тамған моңо
Ал ҡан булып ташҡа яғылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1245 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хуш еҫле кәрәҙле бал Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланғыс күренеш, бөйөк шағир. Ул – башҡорт халҡының шиғри фекерләү ҡеүәһен юғары кимәлдә сағылдырған талант. Бындай ижадсы, билдәле, тиҙ өлгөрә, шиғриәт йондоҙона осоп ҡына түгел, атылып менә. Ер-Һыуҙы, тәбиғәтте, күк есемдәрен, кеше күңелен, тормошто — бөтә әйләнә-тирәне образдарҙа күҙәтеү, үҙенсәлекле фекерләү аша сағылдыра алыу маһирлығы уға, әлбиттә, тәбиғәт бүләк иткән илһам да, көс тә, яҙмыш та. Шағир быны үҙе лә яҡшы белгән, юҡҡа ғына бер шиғырында:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1251 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айырылышыу — ярты әжәл.
Әжәл менән шаярмағыҙ.
Мостай КӘРИМ.

Телебеҙ осонда гел генә булмаһаң да, уйыбыҙҙа, Башҡортостан, Һин һәр даим беҙҙең менән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала ойошторолған фестивалдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Кино сәнғәте өлкәһендә лә даими шундай саралар уҙғарыла. Әммә Халыҡ-ара “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале үҙенең географияһы, маҡсаты менән башҡаларҙан айырылып тора, тип әйтергә баҙнат итәм ойоштороусылар менән осрашып фекер алышҡандан һуң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 798 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Оборона министрлығының “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Тантана ил төбәктәрендәге һайлау комиссиялары рәйестәре менән үткәрелгән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә уҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 343 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә “Алтын көҙ” ХVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 55 өлкәһенән, ә Башҡортостандан 125 ойошма ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ йәмғеһе 442, йәғни 261 алтын, 106 көмөш, 75 бронза миҙал яуланы. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хеҙмәт кешеһе — иҡтисадты алға этәреүсе көс, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә. – Ғәҙел эш хаҡы түләү, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, квалификацияһын күтәреү, лайыҡлы һәм сифатлы тормош тәьмин итеү, хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау – властың бурысы”. Хәл итеүҙе талап иткән проблема сифатында республика етәксеһе былтыр 400 меңдән ашыу кешенең йәшәү минимумынан да түбән килем алыуы хаҡында әйтеп, хеҙмәткә түләүҙе яҡшыртыу буйынса саралар күрергә кәрәклеген белдерҙе
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәре — хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау билдәләнә. Президент әйтеүенсә, эшләгән халыҡ ахыр сиктә республика үҫешен, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләй, ғәмәлдәге барлыҡ үҙгәрештәрҙең төп этәргес көсөн тәшкил итә.
// Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Минең йөрәгемә был исем ҡасан килеп инде һуң әле? Бала саҡта тип әйтһәм, шаштырыу булыр, сөнки гәзит-журналдарҙа һирәк-мирәк күреп ҡалған шиғырҙарынан башҡа, уның тураһында бер ни ҙә белмәй инем. Хәйер, уның шиғырҙары ла ул саҡта зиһенемә барып етмәне, күңелемде арбаманы. Нимә генә тиһәң дә, балалыҡ аңы уларҙы төшөнөр кимәлдә булмаған, тимәк. Аҙаҡ ҡына белдем: ул әҫәрҙәрен Рәшит Назаров мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа яҙған икән!..
Ком: 1 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәләр һаулығын хәстәрләп Кисә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец килде. Аэропортта уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 Алға
Бит башына