Бөрө уҡытыусылары һынатмай Уҡытыусылар тарафына йыш ҡына “гәзит-журнал алдырып уҡымайҙар” тигән тәнҡит һүҙҙәре юллана. Бигерәк тә туған телгә һөйөү тәрбиәләргә, милли мәҙәниәткә һәм сәнғәткә ихтирам тыуҙырырға тейешле тел уҡытыусыларына ҡарата ишеттерелә ул. Бөрө ҡалаһы һәм районының башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренә бындай ҡараш булырға тейеш түгел тип иҫәпләп, “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 934 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙ яҙылмаһаҡ, башҡаларҙы нисек өгөтләрбеҙ? Матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙағы һәм уларҙы таратыуҙағы ҡыйынлыҡтар бөтәбеҙгә лә билдәле. Заман тыуҙырған был шарттар кемгәлер аҡланыу өсөн сәбәп кенә – улар яҙылыу хаҡтарының йылдың-йылы артыуына һәм почтаның теүәл эшләмәүенә һылтанырға ярата. Бөгөнгө баҙар иҡтисадының ҡырыҫлығы беҙҙең кем икәнлекте һынай түгелме?
Милләттең ниндәй булыуы һүҙҙә түгел, ә тап шундай аныҡ эштәрҙә күренә лә инде. Милләт кенә түгел, ә беҙҙең – муниципаль власть органдарында эшләүселәрҙең – өлгөргәнлегенә лә имтихан ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абруйы күтәрелһен, даирәһе киңәйһен Иң элек гәзитебеҙҙең абруйын күтәреү, уның даирәһен киңәйтеү зарур. Ошо көндәрҙә донъя күргән бер баҫмала элекке мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова бик хаҡ фекер әйткән: “Зыялыларыбыҙ күп, шөкөр, ләкин уларҙың күпселеге — йә яҙыусы, йә артист, йә гуманитар өлкә буйынса ғалим. Ә ҡайҙа беҙҙең техник өлкә, ауыл хужалығы белгестәре, химиктар, математиктар, физиктар, нефтселәр, экологтар — бармы улар?”
Бынан теүәл ун һигеҙ йыл элек “Башҡортостан” гәзитенә (19 ноябрь, 1996 йыл) биргән бер интервьюмдан өҙөк килтерәм:
“Минең фекеремсә, “Башҡортостан” – башҡорт иленең иң бөйөк, мөһабәт баҫмаһы. Азат илемдең төрлө тарафтары йә бейек тауҙарҙан, йә шаулап торған урмандарҙан, йә тыныс күлдәрҙән ғибәрәт икән,
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет өсөн күп кәрәкмәй Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Хатта көндөң матур башланыуы, оҙаҡ көтөлгән ҡарҙың, ниһайәт, һибәләп яуыуы кеүек ҡәҙимге күренештәр ҙә күңелде күтәреп ебәрә. Ошоға өҫтәп, бөтә көсөңдө һалып яратып башҡарған хеҙмәтеңдең ил һәм республика кимәлендә ҙур баһаға лайыҡ булыуы яңы ҡаҙаныштар өсөн тағы көс-ҡеүәт өҫтәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ уңында – рухи ҡеүәт Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.
Сарала һүҙ йәмғиәтте рухи яҡтан тергеҙеү, экстремизмға ҡаршы көрәш алып барыу өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте дауам итеү хаҡында барҙы. Тәлғәт Тажетдин федераль инспекторға Рәсәйҙәге Исламдың православие менән яҡын булыуы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
һАҘЛЫҠТЫҢ ИСЕМЕ – КРЕДИТ... Республикабыҙҙың бер баҫмаһында “Кредит һине һынағанда… һин килем һана…“ тигән мәҡәләлә халыҡта ихтирам ҡаҙанған Ҡ.-ның кредитты яҡлаған “тос фекерҙәрен” уҡып сыҡҡас, уға тиҙ арала комментарий биреп, редакцияға яҙып ебәрҙем. Бында мин профессиональ иҡтисадсы булараҡ та, мосолман булараҡ та авторҙың позицияһына ҡарата ризаһыҙлығымды белгерткәйнем. Баҫма минең мәҡәләне һуңыраҡ сығарырға вәғәҙә биргәс, тыныс ҡына көтөп йөрөнөм. Әммә ошонда уҡ һуңғы һанда теге авторҙың ошо темаға бағышланған яңы мәҡәләһен күргәс (өс ай үткәс), был баҫмала минең фекерҙәрҙе баҫып сығармаясаҡтарын аңланым. Мәҡәләмдәге аңлатманың бөтә республика халҡы өсөн мөһим икәнен аңлау мине “Башҡортостан“ гәзитенә мөрәжәғәт итергә этәрҙе, сөнки авторҙың кредитты яҡлап сығыуы ябай кешене күрәләтә һаҙлыҡҡа батырыуға тиң, тип иҫәпләйем.
Ком: 1 // Уҡынылар: 525 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты рәсми сәфәр менән Италияла сағында сит ил халҡын республиканың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел ҡалаға үҙйөрөшлө троллейбустар ҡайтасаҡ тип һөйөнгәйнек. Бөгөн килеп Стәрлетамаҡтағы ике троллейбус депоһынан берәү генә ҡалыуы ихтимал тигән шау-шыу ҡупты. Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙ троллейбуссыларҙың үҙҙәренә йүнәлдек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 384 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел Стәрлетамаҡтың үҙ бренды булдырылды. Һеҙ һүрәттә күргән матур һындар киләсәктә ҡаланың йөҙөн билдәләйәсәк. Ә уларҙың нимәне аңлатҡанын журналистарға бренд авторҙарының береһе Максим Алимкин төшөндөрҙө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурайҙы милли символыбыҙ итеү өсөн тауыш биргән халыҡтың фекерен хөрмәт итмәй булмай, ләкин... Ҡурай – йәшәү шарттарына һайлансыҡ үлән, һәр ҡайҙа ла үҫеп бармай, күләгәле, дымлы, ҡараңғыраҡ ерҙе үҙ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 388 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 34 Алға
Бит башына