О социальном обслуживании граждан
в Республике Башкортостан
Ком: 0 // Уҡынылар: 1060 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көс, дарман, сәләмәтлек сығанағы “Асы” шифаханаһында миңә икенсе тапҡыр ял итергә тура килде. Тәүге килеүҙә үк был яҡтың тәбиғәте ныҡ оҡшаны. Биләмәһе гөл-сәскәгә төрөнгән, үҫемлектәрҙең төрлөһө бар. Бында республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән дә ял итергә, дауаланырға киләләр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Урта Азия кешеләрен дә осратырға насип булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡашғари “Фортуна” яҡлы! Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының матбуғат конференцияһында Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара төрки телле хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Сарала Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Яҡуб Омероғлы, Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһы губернаторы Гюнгер Азим Туна, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, “Ағиҙел” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарының баш мөхәррирҙәре Әмир Әминев менән Гөлназ Ҡотоева ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡ Спорттың бер нисә төрө буйынса үткәрелгән район бәйгеләрендә йыл һайын беренселекте яулаған Ҡаҙмаш урта мәктәбе – республика, хатта ил алдынғылары рәтендә. Әле һигеҙ кешенән торған (шуларҙың алтауһы – Ҡаҙмаш мәктәбенән) команда Анапа ҡалаһында уҙған ярыштан ҙур еңеү менән ҡайтты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙер юл аҙап түгел,  ә йырлап йөрөрлөк Беҙҙең төбәктә, йыр-бейеүгә маһирлыҡтан тыш, хеҙмәттә лә һынатмайҙар. Ең һыҙғанып ауыр эш атҡарған ир-уҙамандарыбыҙ оло маҡтауға лайыҡ. Уларҙың эшен күрергә һәм баһалай белергә генә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Декабрь айында суд приставтары “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, баш ҡаланың тимер юл вокзалында һәм “МЕГА” сауҙа үҙәгендә “Үҙ бурысыңды бел” акцияһын үткәрҙе. Был сара тик мәғлүмәт биреү форматында алып барылды. Акция барышында Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы вәкилдәренә бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше мөрөжәғәт итте. Граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, шулай уҡ үҙҙәренең генә түгел, туғандарының һәм таныштарының бурыстары тураһында ла белеште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙмаштарға кемдәр ҡушылыр? Ауыр саҡта таяныр кешең булыу – үҙе ҙур бәхет. Шулай булмаһа, гәзит-журналға яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоронда ышаныслы дуҫтарыбыҙға мөрәжәғәт итер инекме?! Ә улар күп арабыҙҙа, бигерәк тә Әбйәлил тарафтарында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 483 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еләк кеүек ете ҡыҙ Баҫҡынсыларҙың ҡоллоҡҡа алып китәсәген төшөнгәс, бер туған ете ҡыҙ урманға ҡаса, тик ҡыуа төшкән атлыларҙан ҡотолоу сараһын таба алмайынса, һыуға ташлана. Халҡыбыҙҙың “Ете ҡыҙ” йыры нигеҙендә ошо тетрәндергес тарих ята. Был легенда бейеү сәнғәтендә, әҙәбиәт өлкәһендә лә сағылыш тапҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 837 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!.. Ташкент – ҙур ҡала. Унда зауыҡ менән биҙәлгән йорттар, биналар етерлек. Бохара менән Сәмәрҡәндте күрһәң, йығылып китер инең әле, тинеләр, һоҡланыуымды күреп. Ҡасандыр Төркиәгә Европа бетле, һаҫыҡ ил тип ҡараған, ана хәҙер нисек! Үзбәкстанды ла Шәреҡ дәүләте тип кәмһетергә тырышмағыҙ, бында үҙ телен, халҡын яратҡан милләт йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауаз”да – яңы һулыш Телевидение тип янған журналистар уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында республика йәштәренең әүҙем, сағыу тормошон сағылдырған өр-яңы ”Ауаз” тапшырыуы менән экрандарға сыҡты, тиҙ арала тамашасы күңелен яулап өлгөрҙө. Хәбәрселәр төрлө төбәктә йәшәгән замандаштары тураһында репортаждар әҙерләне, талантлы һәм алдынғы ҡарашлы йәштәштәрен студияға ҡунаҡҡа саҡырып аралашты, халыҡҡа уңыш ҡаҙаныу серҙәрен асты. Мәртәбәле тележурналистарҙың йылы фатихаһы менән башланған “Ауаз” тапшырыуы күпмелер ваҡыт экрандарҙан юғалып торҙо, ә 2007 йылда “Рәсәй 1” каналында яңы форматта донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына