Яҙмыш ауырлыҡҡа һынаған 1941 йылдың йәйге салт аяҙ көнө. Бәләкәй ҡыҙҙар йәшел үләндә сыр-сыу килеп уйнап йөрөй. Улар бөгөн шат: әсәйҙәре матур күлдәк, уйынсыҡтар алып ҡайтасаҡ. Тимер юл станцияһына һөт, май, йомортҡа алып киттеләр, шуларҙы кейем-һалымға алмаштырасаҡтар...
Зифа ла шул ҡыҙҙар араһында уйнап йөрөй, тик атаһы әллә ҡайҙан ҡайтып килде лә ҡыҙын саҡырып алып:
– Әсәйеңә әйтерһең, мине военкоматҡа саҡырталар, бәлки, ҡайтып тора алмаҫмын, – тине. Алты йәше саҡ тулған ҡыҙ әсәһе ҡайтҡас ҡына илгә ниндәй ҙур бәлә килгәнен белде...
Ошо мәлдән алып бөтә халыҡ өсөн еңел булмаған көндәр башлана. Аслыҡ, төрлө сирҙәр, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төшкән ауыр эш шулай ҙа еңеүгә ышанысты һындыра алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 859 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ояһында ни күрһә... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында мин тыуғанмын ғына, шулай ҙа әсәйемдең һөйләүе буйынса ул осорҙо асыҡ күҙ алдына килтерәм. Магазиндарҙа бер әйбер ҙә ҡалмаған, аҙыҡ-түлекте талонға биргәндәр, эш хаҡын да аҡса менән түгел, әйберләтә түләгәндәр. Бигерәк тә бәләкәй балалары булғандар алдында “Артабан нисек йәшәргә?” тигән һорау тыуған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Буш вәғәҙәләр бирә алмайым” Был юлы әңгәмәбеҙ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Римма ҮТӘШЕВА менән.
— Римма Әмир ҡыҙы, һуңғы осорҙа һеҙ етәкселек иткән комитет ниндәй закон проекттары өҫтөндә эшләй? Халыҡты борсоған, хәүефләндергән мәсьәләләрҙең ҡайһылары айырыуса көнүҙәк һәм закон нигеҙендә кисекмәҫтән көйләүҙе талап итә?
— Комитет алдына ҡуйылған бурыс ғәйәт ҙур. Һәр мәсьәлә халыҡтың йәшәйешенә туранан-тура ҡағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Их, өҙә баҫыуҙары! Өфөлә “Байыҡ” республика телевизион конкурсында финалға сығыусылар билдәләнде. Ҙур сара ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. “Яңғыҙ бейеү” номинацияһында ир-егеттәр араһында – Ишембай районынан Эмиль Һөйәрғолов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Баймаҡ районынан Рәмзиә Солтанова, ансамблдәрҙән Әбйәлилдән “Йәшлек” менән Баймаҡтан “Ирәндек” төркөмдәре төп бүләкте яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында Рудольф Нуриев уҡыған Парижда Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә ойошторолған матбуғат конференцияһында Президент Рөстәм Хәмитов, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына юғары баһа биреп, былай тигәйне: “Йырсылар, артистар, рәссамдар, скульпторҙар профессиональ әҙерлек йәһәтенән бик юғары сифатҡа эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотолмаҫ дуҫлыҡ 1958 йылдың август айы. Юғары уҡыу йорттарында имтихандар мәле. Ошо осор яҙмыш мине Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡытыусылыҡҡа уҡырға килгән Мансур Хоҙайғолов менән осраштырҙы. Беҙ дөйөм ятаҡта имтихандарға әҙерләнәбеҙ. Бушаған арала, хәл-әхүәл һорашабыҙ, хатта көрәшеп, көс һынашып алабыҙ. Мансур Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы егете булып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айгөлдөң спорт иле Ихлас күңелле һылыу – янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса команда беренселегендә донъя чемпионы Айгөл Шәйәхмәтова тураһында һөйләмәксемен. Был ҡыҙ тыуған ауылы Таштүбәлә башланғыс кластарҙы тамамлағас, Ташлы мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Уңған, өлгөр уҡыусы апаһы менән бергә ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша, ҡустыһын ҡараша, әхирәттәре менән серләшергә лә ваҡыт таба. Бала саҡтан йүгерергә яратып, мәктәптә уҡығанда уҡ еңел атлетика, саңғы шыуыу буйынса ярыштарҙан ситтә ҡалмай, район беренселектәрендә еңеүгә өлгәшә. Спорт Айгөлдөң тормош маҡсатына әүерелә. Ул оҙаҡ уйлап тормай, М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының физик культура факультетына юл ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
2014 йылдың октябренән күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләргә тейеш (Рәсәй Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһындағы 3-сө өлөш һәм 2013 йылдың 28 июнендәге 694-се Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы 3-сө өлөш)
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ошо йылдың уртаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә өр-яңы тарифтар билдәләгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрө — Рәсәй кредит ойошмаларынан алынған кредиттар буйынса процент түләүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында субсидия биреү хаҡында хәбәр итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына