Олег ХАНОВ:  “Театр – ул мәҙәниәттең йөрәге,  милләттең рухи терәге” “Донъя – театр, ә беҙ унда актерҙар”, – тигән бөйөк Шекспир. Ысынлап та, был мөғжизәләр һарайына тотош донъя һыйған, тормош ҡайнай. Унда аҡыллылар һәм диуаналар, матурҙар һәм йәмһеҙҙәр, батырҙар һәм ҡурҡаҡтар, мәрхәмәтлеләр һәм яуыздар... бергә йәшәй. Был донъяла бары тик битарафтар ғына юҡ. Унда килеүселәр ҙә был тылсымлы йорттан битараф булып сыҡмай.
Ошо көндәрҙә театрыбыҙ күркәм юбилейын билдәләй. Байрам айҡанлы театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Закир улы ХАНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1268 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡуй йылынан  ниҙәр көтөргә? Ғаилә ҡорорға ашығығыҙ!
Астрологтарҙың күҙаллауынса, йыл тыныс, йомарт, яҡшы булмаҡсы. Бигерәк тә финанс хәлен яҡшыртырға теләүселәргә ҙур мөмкинлектәр вәғәҙәләй. Билдәле булыуынса, ҡуй — ҡурҡағыраҡ хайуан, әммә шул уҡ ваҡытта үҙһүҙле һәм ныҡыш. Шуға ла Яңы йыл бәхет-шатлыҡтар менән генә иҫтә ҡалһын тиһәгеҙ, дыуамаллыҡҡа, алабарманлыҡҡа юл ҡуймағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1044 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктәргә уйылған йылдар Халҡыбыҙҙы һаман тетрәткән өс ваҡиға — 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары — тарихыбыҙға ҡара хәрефтәр менән яҙылған. Күпме йылдар уҙһа ла, уларҙың шаңдауы әле лә яңғырай, гүйә ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, берҙәмлек, намыҫ кеүек төшөнсәләр менән ҡаныбыҙға һеңгән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә уҙған реконструкция ла бер аҙ баҫыла барған хистәрҙе тағы ҡуҙғытты: пушка тауыштары,
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмәк көс тау аҡтарыр “Йәш быуын яңы технологияларҙы камил рәүештә ҡуллана белергә тейеш”, “белем биреү тармағы – иҡтисади үҫештең нигеҙе”, “заман техник белгестәргә ихтыяж кисерә”... Мәғариф өлкәһенә генә түгел, ә тотош йәмғиәт алдына ҡуйылған был бурыстарға Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу мөһимлеге лә килеп ҡушыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлкәйҙәрең нисек, башҡорт аты? Төркмәнстан Президенты Сапармурат Ниязов үҙ хакимлығы заманында, ахалтекин тоҡомло төркмән аттарын сит илгә оҙатмаҫҡа, тигән ҡарар сығара. Бойороҡто инҡар итеүселәр хөкөм язаһына тарттырыла. 2006 йылда власҡа килгән Ҡорбануғлы Бирҙемөхәмәтов үҙенән алда килгән Президенттың ҡарарҙарын юҡҡа сығармай, киреһенсә, яңыларын өҫтәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Изгелек өләшеп йәшәйек” “Их, эш менән сәйәхәтте берләштереп булһын ине…” Мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ ошондай хыял менән яна Аэлита Вәлиева. Зәңгәр күккә ҡарай ҙа уйҙар диңгеҙенә сума…
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һүҙе сәпкә тейҙе Шиғырҙарым – ғәзиз балаларым!
Һеҙҙән алда йөрөр исемем юҡ,
Йәшәү сәмен һеҙгә һаламын,
Әрһеҙ балалар бит, бирешмәҫтәр,
Тигән өмөт менән ҡаламын... —
тигәйне Самат Ғәбиҙуллин үҙенең бер шиғырында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелендә – дала киңлеге Быйыл көҙ Хәйбулланың байтаҡ ауылдары буйлап “ил гиҙеп” йөрөү форсаты тейҙе. Режиссер Таңсулпан Бураҡаева “Ике лә генә егет” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙө, мин унда кәңәшсе булараҡ ҡатнаштым. Ябай, ихлас хәйбуллаларға һоҡланып туя алманым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1175 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый... Көндәр һалҡынайтыуға, ҡар ятыуын да көтмәй, Мәләүез уңғандары ҡош-ҡортон һуйып, туңдыра башлай. “Себеште көҙ һанайҙар” тигәндәре ошо инде: берәүҙәр утыҙар, икенселәр иллешәр, ҡайһылары йөҙәр баш ҡаҙ-өйрәк аҫрай, туғандарын, әхирәттәрен йыйып күңелле өмә ойоштора. Айырыуса ҡаҙ өмәләре оло ваҡиғаға, байрамға әйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лайыҡлы эш хаҡы, үҫеш ниәтендә Республика Хөкүмәтенең быйылғы 15 декабрҙәге бойороғона ярашлы Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары системаһы үҙгәртеп ҡорола. Агентлыҡ ҡарамағындағы 103 дәүләт унитар һәм ҡаҙна предприятиеһы “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона ҡушыла.
Үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаты – тармаҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреү, иҡтисади хәлен яҡшыртыу. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, реформа тармаҡты һаҡлап ҡалыу һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү өсөн уңай шарттар, үҫеш мөмкинлеге тыуҙырыу ниәтендә тормошҡа ашырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына