Халыҡ ихлас алҡышланыҺүҙ ҙә юҡ, 2014 йыл мәҙәни сараларға үтә бай булды. Исемле йыл һәр йәһәттән үҙен аҡланы тип әйтергә тулы ерлек бар. Баш ҡалала ғына түгел, Өфөнән алыҫ төбәктәрҙә, хатта төпкөл ауылдарҙа ла яңы талант эйәләре асылды, йәшәйешкә йәм өҫтәп, матур кисәләр ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” Күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың” тип исемләнгән үҙенсәлекле поэтик-музыкаль тамаша шиғриәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Йәмле яҙҙа был байрамдың премьераһы ҙур уңыш менән үткәйне. Матур сарала билдәле шағирәләр Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева,
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырғыҙҙарҙы Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра – Аграр университетта Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән һәм сит илдәрҙән 80-дән ашыу студент уҡый. Төркмән, үзбәк, ҡаҙаҡ, тажик, япон һәм вьетнам йәштәре ҙур теләк менән һөнәр ала. Һүҙемде уларҙан башлағас, шуны ла иғтибарығыҙға еткереп үтәйем: белем алыуға үтә етди ҡарайҙар, тырышлыҡтары менән хатта аптыратып та ҡуялар. Тәртип яғынан да өлгө булып торалар,
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамашасы һөйөүен яулаған Талантлы актриса Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы Хәлилова 1964 йылда Дәүләкән районының Фәриҙун ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа үҙ ауылында белем ала, артабан Дәүләкәндә уҡый. Бала саҡтан уҡ театрға ғашиҡ булып үҫә. Ата-әсәһенән дә килгәндер инде театрға һөйөү. Уларҙың “зәңгәр экран”дан күрһәтелгән бер спектаклде ҡалдырмай ҡарағанын Зөлфиә апай әле булһа ләззәтләнеп һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берәгәйле һүҙ оҫтаһы Башҡортостанда ғына түгел, төркиәттә, тел ғилеме өлкәһендә киң танылыу алған ғалим Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовҡа 85 йәш тулды. Уҡытыусым, хеҙмәттәшем, абруйлы шәхес башҡарған эштәрҙе барлауҙы маҡсат итеп ҡуймайым: уның фәнни хеҙмәттәре, тел өлкәһендәге асыштары быға мохтаж түгел. Бөйөклөктөң ғилемдә икәнлегенә тағы ла бер ҡабат инандырған кеше ул Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы.
Әйткәндәй, байрам алдынан ғына филология фәндәре докторы М.Х. Әхтәмов менән физика-математика фәндәре докторы А.М. Әхтәмовтың авторлығында “Календарь һәм һынамыштар” тигән фәнни-популяр баҫма донъя күрҙе.
“Ғалим булһаң, ғаләм – һинеке” тигәндәй, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы гиҙгән фән ғаләме ифрат киң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абруй эш менән яулана Утын яғырғамы, әллә “зәңгәр яғыулыҡ” ҡулланырғамы? Урмандары ағасҡа бай булыуға ҡарамаҫтан, белореттар хәҙер газға өҫтөнлөк бирә. Йорт йылы, ашарға бешеп ултыра, эҫе һыу ағып тора... Шуның өсөн дә улар 2005 йылда ҡалала “ГазСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен төҙөп, Белорет районы ауылдарына газ торбалары һуҙыу эшен киң йәйелдергән Валерий Зыязетдиновҡа рәхмәтле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 683 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң мөһиме — сифат Рәсәй Президенты В.В. Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илебеҙҙә юл төҙөлөшө күләмен икеләтә арттырырға кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ Федерация субъекттарының төбәк һәм урындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү менән ныҡлап шөғөлләнергә тейешлеге көнүҙәк бурыс итеп ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылға ишек ҡағырға оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Ул беҙҙең тормош-көнкүрешебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар менән бергә яңы мәшәҡәттәр, проблемалар ҙа алып килә. Шуларҙың береһе – малды махсус урындарҙа ғына һуйып һатыу талабының ғәмәлгә инеүе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа союзы менән Америка Ҡушма Штаттарының Ҡырымға ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеүе, ЕС илдәрендә Рәсәйгә теләктәшлек күрһәтеүселәр барлыҡҡа килеүе, ҡурдтарҙың Мәскәүҙән ярҙам эҙләүе кеүек ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәсетле районындағы Ләмәҙтамаҡ ауылы янында полиция хеҙмәткәрҙәре ҡоралайға рөхсәтһеҙ һунар итеүселәрҙе ҡулға алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына