Яңы йыл байрамын күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса билдәләй. Ә был йола беҙҙең эраға тиклем III меңйыллыҡта уҡ Месопотамияла барлыҡҡа килгән. Һу­ңы­нан Рим императоры Юлий Це­зарь Яңы йылды ҡаршы алыу да­таһын 1 ғинуарға күсерә. Римдар был айҙы бөтә башланғыстарҙың алла­һы Янусҡа бағышлай. Айҙың исеме шунан килеп сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Боҙ майҙансыҡтарының хәүефһеҙ һәм уңайлы булыуы шарт. Өфө ҡала муниципалитеттары вәкилдәренән торған эш төркөмө уларҙың байрамға, халыҡтың ялын ойоштороуға әҙерлек кимәлен тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәзәнән дә болло мал юҡ! “Нур” крәҫтиән (фермер) хужалығы тураһында күптән ишетеп беләбеҙ, әммә ошоғаса хужаһы Мәғсүм Фәрхетдинов менән осрашырға форсат сыҡмағайны. Ниһайәт, Ҡуй йылы яҡынлашыуын һылтау итеп, уға юлландыҡ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеү – бик һәйбәт күренеш. “Мәҙәниәт” үтеү менән яңы ижади осорға аяҡ баҫабыҙ. Емешлерәк булһын ине яҙыусыларҙы берләштерәсәге.
Ком: 2 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәт алдынғыларын Яңы йыл алдынан ҡотлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Быны залда йыйылған һәр кем билдәләне. Киләһе йылда йәнә лә һөҙөмтәлерәк эшләү, яңынан-яңы үрҙәр яулау теләген тыуҙырҙы был тантана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залына капиталь ремонт башланғайны. Ниһайәт, көтөп алған мәл етте: йылытыу селтәре яңыртылған, өр-яңы яҡтыртыу һәм тауыш аппараттары менән байытылған күркәм моң һарайы ишектәрен асты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
lҮзбәкстандағы Яңы йыл бабайы Кор бобо исемле. Ул буй-буй халат һәм ҡыҙыл түбәтәй кейә. Кор бобо ҡышлаҡтарға ишәккә атланып килә һәм балаларға тоғонан бүләктәр тарата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл – бөтәбеҙҙең дә яратҡан байрамы. Шул уҡ ваҡытта күпселек өсөн ул күңел асыу ғына түгел, ҙур ғына көсөргәнеш тә, сөнки барыһын ойошторорға, табын әҙерләргә, тәмлекәстәр бешерергә, бүләктәр һатып алырға, күркәм кейем һайларға кәрәк. Байрамдан һуң өйҙө йыйыштырыу, һауыт-һабаны йыуыу һәм башҡа бик күп мәшәҡәт көтөүен күҙ алдына килтерһәң, бер аҙ күңел ҡырыла. Яңы йыл байрамынан кинәнес алам тиһәң, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 – композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына – 80 йыл (1935 – 2013)
– Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Рәғиб Ғимаевҡа – 80 йәш (1935)
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 46 Алға
Бит башына