Яңы йылда бәхет һәм уңыштар еңел генә бирелер, тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Киреһенсә, ҡайһы саҡта бик ҡыйын булыр, сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап ителер.
Йыл әллә ни әһәмиәте булмаған ваҡиғаларҙан башланыр. Шулай ҙа уларға еңел ҡарарға ярамай – ваҡытында иғтибарға алмаһаң, кескәй генә хәлдең дә ҙур эҙемтә тыуҙырыуы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шым ғына бутҡа ашап ултырғанда әбей ҡалағы менән шап иттереп бабайының маңлайына эләктермәһенме!
Тегеһе, аптырап:
– Әбей, ни булды һиңә? — тип һорай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ! Сираттағы Йылҡы йылы ла тарихта тороп ҡалды. Шатлыҡ-ҡыуаныстары, һағыш-юғалтыуҙары менән яҙылды ул тормошобоҙ сәхифәһенә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сатлама һыуыҡ  уларға ҡурҡыныс түгел “Төҙөлөш ресурстары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡышҡы сатлама һыуыҡтар ҡурҡыныс түгел, сөнки бында күптән арбаны ҡыш, сананы йәй әҙерләргә күнеккәндәр. Өфө районының Дмитриевка ауылында урынлашҡан был ойошмала тәү сиратта сифат мәсьәләһен хәл итеү көнүҙәк бурыс булып тора.
– Һуңғы бер нисә йылда йылылыҡ селтәре торбаларын Дмитриевка, Волков, Чернолес ауылдарында тулыһынса ал­маштырҙыҡ. Ягод­ная Полянала иһә был эште өлөшләтә башҡарҙыҡ, – тип һөйләй ойошма етәк­се­һе Хаммат Динислам улы Мөстәҡимов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәгән урыныбыҙ  бөхтә булһын Өфө районының Николаевка ауылы баш ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашһа ла, бындағы һиллек таң ҡалдырҙы. Төҙөк йорттар теҙелгән ыҡсым ауылдың майҙанына килеп туҡтаныҡ. Шул саҡ мәктәптә ҡыңғырау шылтыраны ла, уҡыусылар эркелеп тышҡа атылды. Майҙандағы боҙ ҡаласығы күҙ асып йомған арала бала-саға менән тулды. Был ауылда һәр тармаҡтың үҙ эшен белеп, еренә еткереп баш­ҡарыуы күҙгә салына. “Николаевка” идарасы компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән таны­шырға индек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике яҡҡа ла файҙа кәрәк Беҙ “райпо” тип атап өйрәнгән ҡулланыусылар йәмғиәте бында икегә бүленгән: “Радуга” һәм “Общепит”. Тәүгеһенең төп йүнәлеше сауҙа булһа, икенсеһенең исеме үк есемен күрһәтә — дөйөм туҡланыу, йәғни халыҡты ошо йәһәттән хеҙмәтләндереү. Шуныһы мөһим: ике йәмғиәт тә шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән йәшелсәне, аҫралған малдың итен йыйыу менән дә мәшғүл. Мәҫәлән, районда 30 магазин булһа, һатыусылар бер үк ваҡытта әҙерләүсе, йәғни халыҡтан аҙыҡ-түлек, тире, макулатура, йөн йыйыусы ла булып эшләй. Район үҙәгендә “Балтас” кафеһы, ҡап­ҡы­лап сығыу урындары эшләй. Бын­дағы ике магазинға өҫтәп, тағы ку­линария цехын асҡандар. Шулай уҡ кондитер, иттән котлет, билмән яһау яйға һалынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешелекте дауалайҙар Табип – кешене, мал табибы кешелекте дауалай, тиҙәр. Яңауыл яҡтарында булғанда был хәҡиҡәткә тағы бер инандыҡ. Ветеринария станцияһы коллективы, көн-төн тимәй, яуаплы бурысын лайыҡлы башҡара. Шулай булмаһа, улар тиҫтәләгән ауылды, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын хеҙмәтләндереп, 20 меңдән ашыу баш малды ҡарап өлгөрөр инеме ни?! Хәйер, был осраҡта ветеринария хеҙ­мәтен “барҙы”, “ҡараны”, “дауаланы” кеүе­герәк сик менән билдәләү дөрөҫ үк булмаҫ. Ветеринар — тәү сиратта мал-тыуар һәм кеше ғүмере ѳөсөн хәүефле ауырыуҙарға ҡаршы көрәш алып барған һөнәр эйәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табын  муллығын  ҡайғырталар “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте — тармаҡта алдынғы предприятиеларҙың береһе. Ул эске сауҙаны үҫтереүгә һәм уның социаль әһәмиәтен күтәреүгә ҙур тырышлыҡ һала. 2014 йылда йәмғиәттең дөйөм эшмәкәрлегенән керем 170 миллион һум тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юҡҡа килмәгән ул был ергә Оло тормош тәжрибәһе туплаған Әфҡәт Ниғмәтуллин менән осрашып һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес беҙҙең төбәккә 1978 йылда килә. Тәүҙә “Урал” колхозында бригадир, мал һи­мертеү комплексында етәксе ва­зифаһын ат­ҡара. Шайморатов исе­мен­дәге колхоздың баш агрономы, рәйес урынбаҫары һәм рәйесе лә була ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡупшыҡайҙың урыны – урманда Мөғжизәле әкиәт урма­нын­да ғәжәп матур шыршы йәшәгән, ти. Аҡлан ур­та­һын­да үҫкән ҡупшыҡай тирә-йүн­гә йәм таратҡан, йән өр­гән, сихрилығы менән күҙҙәрҙе ҡамаштырған.
Ҡыш килгән. Йондоҙ­ҙар­ҙай ҡар бөр­төктәре ҡунғас, шыршы тағы ла ҡуп­шы­ла­нып киткән, гүйә, ап-аҡ ма­мыҡ шәл ябынған. Ҡуян, те­йен, болан балалары, ҡы­ҙылтүштәр уны тирәләп бе­йей, күңелле уйындар ойош­тора башлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 691 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 46 Алға
Бит башына