Һуңғы йылдарҙа көрәшкә иғти­бар бермә-бер артты. Айырыуса йәш егеттәре­беҙҙең был спортҡа ылы­ғыуы ҡыуаныс­лы. Өфөлә көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғары­лыуы ла күпте һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың күңелдәргә моң булып һарылған тауышы кемдәрҙе генә әсир итмәй икән?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортос­тан” гәзите Мәҙәниәт йылына арнап “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡортос­тан” интернет-конкурсына 300-гә яҡын аудио-видео яҙма ҡабул ителде. Халҡыбыҙҙың сикһеҙ талантына хайран ҡалырлыҡ! Ә инде йыл аҙағында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу театрында сарала еңеп сыҡҡан халыҡ ынйылары йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Илебеҙ иҡтисади көрсөк кисерә, һумдың баһаһы төштө. Ошондай осорҙа мосолман үҙен нисек тоторға тейеш, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мосолманға сусҡа итен ни өсөн ашарға ярамағанлығын үҙем белгән-ишеткән мәғлүмәттәргә таянып аңлатырға теләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 433 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман медицинаһы иҫбат итеүенсә, Ҡөрьәндә иҫкә алынған барлыҡ йәшелсә һәм емеш, ысынлап та, кеше организмына ыңғай тәьҫир итә, күп сирҙәрҙе дауалай. Уларҙың үҫеп сығыуы, өлгөрөүе үҙе үк әҙәм балаһын тәрән уйҙарға һала. Ябай тупраҡтан ниҙер баш ҡалҡыта, аҙаҡ емеш бирә, етмәһә, һәр ҡайһыһының үҙенсәлекле еҫе, тәме бар... Үҫентеләр ерҙән кеше өсөн иң кәрәкле минералдарҙы ала. Аллаһ Тәғәлә үлән-сәскәнең, емеш-еләктең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан. Кешегә ошо матурлыҡты күрә, дөрөҫ файҙалана, һаҡлай белергә генә кәрәк.
Ҡөрьәндә телгә алынған файҙалы емештәрҙең бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалабыҙҙа “Әсә һәм бала” клиник госпиталенең асылыуы медицина өлкәһендә йәнә бер уңышлы аҙым булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Августың һуңғы аҙнаһында республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш биләмәләре аша үткән дауыл Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары ауылдарына ҙур ҡаза килтерҙе. Фажиғә һөҙөмтәһендә 500-гә яҡын шәхси йорт, төрлө тәғәйенләнештәге тиҫтәләгән торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы һәм социаль объект етди зыян күрҙе, йөҙләгән ғаилә өй-ҡураһыҙ ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Танылған башҡорт шағиры Самат Ғәбиҙуллиндың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Йәнтөйәгем – тауҙарҙа” китабына мәктәп балалары өсөн ижад ителгән шиғырҙары тупланған. Әҙип замандаштарын тарихыбыҙға тоғро булырға, рухи тамырҙарҙы онотмаҫҡа өндәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләкән районында быйыл беренсе тапҡыр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов исемендәге әҙәби премия тапшырылды. Әҙиптең тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә мәҙәниәт һарайында үткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов “Башҡортостан” гәзите редакция­һында быйыл көҙ үткәргән “тура бәйлә­неш”тә балалар баҡса­ла­рына сираттың киләһе йылдың аҙа­ғына хәл ителеп бөтөргә тейешлеге хаҡында әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үрге Йәркәй йылдан-йыл матурлана һәм төҙөкләндерелә. Бигерәк тә өр-яңы Завод биҫтәһендә тормош гөрләп тора. Шәхси йорттар һалыу өсөн биләмәнең ике йыл элек кенә бүленеүенә ҡарамаҫтан, ауылды үҫтереү федераль программаһына ярашлы, Завод биҫтәһендә сафҡа ингән лицей (141 урынлыҡ), “Баланың һәләтен үҫтереү үҙәге — балалар баҡсаһы” муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы (127 балаға иҫәпләнгән) эшләп килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 347 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үркәстән үрнәк алырлыҡ Ниндәй генә ауылды алып ҡараһаң да, күңелдәргә илһам биреүсе, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөл-кәсептәрен һаҡлаусы, быуындарыбыҙҙы барлар, киләсәккә өмөт уятыр ихлас, дәртле, алсаҡ халҡына һоҡланмау мөмкин түгел. Бигерәк тә төбәгебеҙҙең төпкөл ауылдарында йәшәүселәргә. Шундайҙарҙың береһе – Йылайыр районының Ҡыҙҙарбиргән ауылы. Халыҡ уны Үркәс тип йөрөтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 386 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был ҡала республикала ғына түгел, ил кимәлендә үҙенең үҫеше, төҙөклөгө һәм таҙалығы буйынса инде нисә йыл алдын­ғылар рәтендә килә. Стәрлетамаҡ быйылғы йылды ла уңышлы тамамлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 360 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт ҡорттары ҡырыҫ һауа шарттарына түҙемле булыуы, эшсәнлеге һәм төрлө сирҙәргә бирешмәүе менән айырылып тора. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов етәкселек иткән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Монголияға бал ҡорттарын беренсе тапҡыр бынан ике йыл элек ебәргәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 31 Алға
Бит башына