Үләндең дә телен белә Ҡасан башланды һуң әле үләндәр менән ҡыҙыҡһыныу? Ауыл балаһы өсөн ағасмы, сәскәме — ғәҙәти күренеш, уратып алған мөхиттең бер өлөшө. Бәләкәй Лилиә, әхирәттәре менән йәшел сирәмгә ҡунаҡлап, ҡурсаҡтарына ла түшәкте үләндән йәйеп уйнар ине. Шул саҡта уҡ уларҙың күплегенә хайран булды. Йорт ихатаһында — бер төрлө, Бисағыр күле буйында икенсе төрлөһө үҫә. Биш баланы туйындырған һәүкәштәренә атаһы хуш еҫле бесән алып ҡайта. Әсәһе Йәмилә һөт һауып ала, тәмле ҡаймаҡ айырта. Бында ла үләндәрҙең ҡатнашлығы бар. Тимәк, уларҙа ниндәйҙер көс, ҡөҙрәт, шифа йәшеренгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1196 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнкүреш ҡалдыҡтарын кем йыйыр?Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Күптәрҙең был мәсьәләгә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергәне ишетелә. Ваҡытында сүпте йыймайҙар, шул арҡала ҡарауһыҙ эттәр һаны ла арта, еҫ тә сыға.
Сүпте йыйып, эшкәртеү менән мәшғүл булған ойошмалар аҙ. Килешеү төҙөлгән осраҡта хаҡтары “тешләшә”. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: сүбен тоҡҡа йыйып, теләһә ҡайҙа ҡалдырып киткән кешеләр йыш осрай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1022 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыҙлыҡ Нургөл Хәмзина 1996 йылда Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған. Әле Сибайҙа уҡып йөрөй. Уның яҙмаларына икһеҙ-сикһеҙ Интернет даръяһында тап булдыҡ. Ҡыҙ тапалған юлдан атларға тырышмаған кеүек тойолдо. Даими рәүештә “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйылған шиғырҙары араһынан бер нисәүһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.


Минең көткән кешем дә юҡ,
Барып килер ерем дә юҡ.
Эсемдәге тик тышымда –
Саф күңелдә керем дә юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1181 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсә йөрәге Маһира ҡарсыҡ, нимәнелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, тау яғына, алыҫ тарафҡа оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла, ҡулындағы таяғына нығыраҡ таянып, йорт алдындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Хәҙер бер ни тиклем ваҡыттан автобус килергә тейеш. Моғайын, Мансуры ошонан да ҡалмаҫ.
Әсә кеше өмөтлө күҙҙәрен ауыл осондағы туҡталыш яғына төбәне. Шул саҡ күрше йорттан Йомабикә әбейҙең сығып килгәне күренде:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йүнәлешкә  ҡеүәт өҫтәп Хәҙерге башҡорт тел ғилеме өлкәһендә филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың исеме киң билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Интернет селтәре аша хат, һүрәт, йыр ебәреүгә күнеккәйнек кенә, хәҙер меңәрләгән саҡрымда ятып та бер-береңә йылы оҙатыу мөмкинлеге килеп сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1003 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйрәктәр һыуыҡҡа бирешмәй Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡыр өйрәктәре ҡышларға ҡалған. Мәҫәлән, Өфөнөң йылға-күлдәрендә улар йыш осрай. Был күренеште белгестәр республикала һауа торошоноң йылы тороуы менән аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр “Башҡортостан” гәзите редакцияһы республиканың тарихына, уның үткәненә һәм бөгөнгөһөнә арнап “түңәрәк өҫтәл” ойошторғайны. Сарала ҡатнашыусылар — тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов, тарих фәндәре докторы, профессор, билдәле археолог Нияз Мәжитов, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әсләм Арыҫланов, журналист Алһыу Әһлиуллина.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылдың икенсе айы — февраль. Уның исеменең аңлатмаһы төрлөсә. Шулай булһа ла, Көнбайыш илдәрендә ул боронғо этрус халҡының ер аҫты батшалығы аллаһы Фебруус исеменән алынған тип әйтәләр. Ә латин телендә “Таҙарыныу байрамы” тип тәржемә ителә (Februarius mensis). Хәҙер ҙә айҙың 15-е күп илдәрҙә “таҙарыныу көнө” һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән Мәҙәниәт тураһындағы законына ярашлы, 18 йәше тулмаған үҫмерҙәр, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары дәүләт ҡарамағындағы, муниципаль әһәмиәттәге музейҙарға айына бер тапҡыр бушлай инеү хоҡуғына эйә.
Серле музейҙар донъяһы көтә һеҙҙе, йәш дуҫтарыбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1064 тапҡыр // Тотош уҡырға
Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында 20 йылдан ашыу АҠШ-та йәшәгәндән һуң былтыр декабрҙә генә тыуған еренә ҡайтҡан рәссам Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен тормошҡа ашырыуға 6,7 миллиард һум, шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһын әҙерләүгә 1,2 миллиард һум аҡса кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Башҡортостанда “Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ” федераль проекты сиктәрендә йәштәрҙең патриотик слеты уҙасаҡ. Шулай уҡ республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында Ҡаһарманлыҡ дәрестәрен үткәреү, киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреү, ветерандарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен социаль яҡлау тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй төбәктәре етәкселәренең, закондар сығарыу йыйылышы рәйестәренең, ҙур ҡала мэрҙарының йыл һайын үткәрелгән семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостандың Милли музейы һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының китапханаһы Әҙәбиәт йылында тәүге аҙымдарын яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына