Бында көн дә  – Мәҙәниәт йылы Урындағы халыҡтың күпселеген эшселәр тәшкил итһә лә, ҡалалағы тормошто мәҙәни сараларҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Хакимиәт тарафынан бындай мәсьәләләргә тейешле иғтибар бирелә. Межгорьела ялды, мәҙәни-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн яҡшы шарттар булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙ ҡуйлының йөҙ уйы бар Беҙ килгәндә “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡыҙыу эш бара ине: малды ашатыу менән мәшғүлдәр. Йософ Баташевтың уҙған йыл башында ғына эш башлаған хужалығында күрше төбәктән һатып алынған тоҡомло һарыҡтар әле ишәйеү өҫтөндә – көн һайын унар-ун бишәр бәрәс тыуа. Был мал 80 килограмға тиклем үҫә, итенең сифаты ла юғары икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡты маяҡһығыҙ беҙҙең өсөн 2014 йыл беҙҙең ғаилә өсөн бик иҫтәлекле булды: атай-әсәйебеҙ Саймә менән Рәшит Фәйзуллиндарҙың иңгә-иң терәп, бергә татыу ғүмер итеүенә 60 йыл тулыуҙы билдәләнек. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау хаты менән бүләген алып та һөйөндө улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1017 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үҫмер” еңеүселәр үҫтерә Бында спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә лә ҙур әһәмиәт бирәләр. Былтыр ҡалала 136 физкультура-спорт сараһы уҙғарылған, шуларҙың 31-е — республика кимәлендә. Ярыштарҙа 6500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Межгорьела халыҡтың 20 проценттан ашыуы физкультура, спорт һәм туризм менән даими шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 591 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҙайҙан бирелгән һәләт Әлмира Иҫәнбаева өсөн уҡытыусылыҡ – һөнәр генә түгел, Хоҙайҙан бирелгән һәләт тә. “Ғилем донъяһына сорналған, китап, дәфтәр еҫе аңҡыған, аҡбур төҫө һеңгән ошо мөхиткә бәләкәйҙән тартылып үҫтем. Әле булһа хәтеремдә, ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып ҡуйыр ҙа яҙырға, һыҙырға, уҡырға өйрәтер инем. Үҫә төшкәс, хыялымдағы уҡытыусы апай образының яҙмышым бүләге икәнлегенә төшөндөм, ғүмерлек һөнәр итеп һайланым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Виктор ПАНЧЕНКО: “Халыҡтың социаль именлеге хаҡында оноторға хаҡыбыҙ юҡ” Межгорьеның социаль-иҡтисади хәле тураһында һүҙ барғанда, ғәҙәттә, ундағы юғары хеҙмәт хаҡын һәм уңайлы көнкүреш шарттарын беренсе булып телгә алалар. Ысынлап та, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан эшсе көстәрҙе Себер кеүек ылыҡтыра был тарафтар. Аҡсаһы ла ваҡытында түләнә, фатир ҙа бирелә, тиҙәр. Тыуған ергә яҡын да. Ҡырыҫ тәбиғәтле төньяҡҡа юлланғансы, ошонда эшләү отошлораҡ түгелме икән? Ғөмүмән, урындағы халыҡтың йәшәйеше нисегерәк? Социаль өлкә, мәғариф, мәҙәниәт ниндәй кимәлдә? Ҡала хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу ниәтендә иң тәүҙә хакимиәткә юлландыҡ. Хакимиәт башлығы Виктор ПАНЧЕНКО беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Һорауҙарыбыҙға ла ихлас яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Олатайҙарымдың орден-миҙалдарын ҡараған һайын тулҡынланам” Яңы йыл һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан республика Башлығы “Ветеран Башкортостана” баҫмаһына интервью бирҙе.
— Рөстәм Зәки улы, быйыл бөтөн Рәсәй 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итә. Әлеге ысынбарлыҡ, шул иҫәптән геосәйәси хәл шарттарында был дата ниндәй әһәмиәткә эйә?
— Бөйөк Ватан һуғышы Рәсәйҙәге, республикабыҙҙағы һәр ғаиләнең, һәр кешенең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Кемдер яҡындарын юғалтты, кемдер тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе тәьмин итеп,
Ком: 0 // Уҡынылар: 993 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә Хәйбулла оҫталарының “Шәл байрамы”нда төрлө төбәктән килгән маһирҙарҙың ҡул эштәре лә күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Иҫ киткес матур эш өлгөләре янында үҙенең милли колоритлы булыуы менән айырылып торған, ҡорамаларға яңыса һулыш биргән әйберҙәргә күҙ һалмайынса үтә алманыҡ. Был күргәҙмә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Ғиззәтуллинаныҡы булып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәткә һөйөү – бәләкәстән Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт тәрбиәһе тигән төшөнсә бар. Кем нисектер, ә бына Межгорье ҡалаһында уҡытыусылар уны дөрөҫ аңлаған — мәктәптән тыш эш үҙәге ойоштороп, профилле уҡытыу буйынса махсус йүнәлеш булдырғандар. Белем усағының эш тәжрибәһе менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ. “Хеҙмәткә бәләкәстән һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр төплө белем генә алып ҡалмай, күңелдәренә ятҡан шөғөлдө лә үҙләштерә икән, был яҡшыға ғына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 560 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡ серен тәбиғәт белә Ҡатын-ҡыҙ – иң үҙенсәлекле зат. Аллаһ Тәғәлә уға сикһеҙ гүзәллек биргән.
Ебәк кеүек сәс, балҡып торған күҙҙәр, алһыу ирендәр... Ҡатын-ҡыҙ Хоҙай тарафынан бүләк ителгән ошо матурлығын һаҡларға тейеш. Ә бының өсөн йәшлек, гүзәллек, һаулыҡ сығанағы булған тәбиғәттә барыһы ла бар. Төрлө үлән, балсыҡ, тоҙ, һөт, бал һәм башҡаларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 877 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ибрайҙан башланған  оло юл “Һәр төрлө фәнгә асҡыс булып һорау билдәһе йөрөй”. Быны һәммәбеҙгә билдәле Оноре де Бальзак әйткән.
Көндәлек ҡый-сый мәшәҡәттәрҙән арманһыҙ булған мәлдәрҙә күңелеңде йылытҡан эшең дә иңеңде михнәт рәүешле баҫҡандай. Хеҙмәт менән ялды ғүмерлеккә беректергән был һөнәрҙе һайлауҙан миңә ни фәтүә? Йөрәгеңә, һуң, бүтәндәрҙең көйөнөс-һөйөнөсө һыя аламы? Әммә, бер аҙ тын тартҡас, аҙашҡан ел һымаҡ килеп бәрелгән үкенесле уйҙарға алмашҡа ҡулыңа ҡәләм тотторған, үҙ ваҡытында бергә йәшәү насип иткән замандаштарың менән осраша йөрөү форсатын биргән яҙмышҡа рәхмәт тойғоһо ҡайта. Быныһы минең өсөн айырыуса ҡәҙерле, сөнки яҙмаларыңа инер кеше менән хатта аяғөҫтө хәбәрләшеп үтеү ҙә күңелеңә орлоҡ булып төшә. Ул үҙ нәүбәтендә хәтер үҫентеһенә йән бирә. Һәм, әлбиттә, хәтерҙең рәхмәтле булыуы хәйерле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Википедия – дөйөм хеҙмәт емеше” Интернеттан төрлө мәғлүмәт эҙләгәндә Башҡорт википедияһын ҡараштыра торғайным. Һуңғы ваҡытта үҙемә таныш өлкәләргә арналған ҡайһы бер мәҡәләләргә төҙәтмә һәм өҫтәлмәләр ҙә индерҙем. Был википедия хакимы Рөстәм НУРИЕВтың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә уртаҡ темаға әңгәмә ҡорорға булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡ шағиры булды халҡының Тышта бурап-бурап ҡар яуа. Әле кисә генә көн шундай сыуаҡ, ҡояш нурҙары аҫтында эре ҡар бөртөктәре, киләсәккә ниндәйҙер аҡ өмөттәр тыуҙырып, ем-ем килә ине. Ә бөгөн, әйтерһең дә, сабый бала һымаҡ, көн кемгәлер үпкәләгән, холоҡһоҙланып, ауыҙын бүлтәйтеп, борхотоп ҡар туҙҙыра. Бөгөн – Рифтең вафат булған көнө.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялары лауреаты, шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтың вафатына бер йыл уҙып та киткән. Иҫән-һауҙар өсөн бер йыл – күҙ асып йомған ара ғына...
Ком: 1 // Уҡынылар: 1362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәртип һәм именлек һағында Илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау системаһында прокуратура органдары айырым урынды биләй. Нәҡ уларға тәү сиратта Рәсәй Конституцияһының һәм федераль ҡанундар өҫтөнлөгөн дәүләт исеменән тәьмин итеү, шулай уҡ граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау һәм яҡлау бурысы йөкмәтелгән. Был юҫыҡта башҡарылған эштәр хаҡында Яңауыл районы прокуроры Ришат Насибуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тек-тек баҫты йылдың хужалары Яңы йыл байрамын балалар айырыуса көтөп ала: мөғжизәгә ышанған кескәйҙәр Ҡыш бабайҙан матур бүләк өмөт итә, маскарадҡа сағыу костюм хәстәрләй. Ә бына Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында икенсе йыл рәттән фәҡәт өлкәндәр өсөн Шыршы байрамы үткәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1041 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына