Организатор торгов: Редакция газеты “Башкортостан”


1. Оператор торгов: “Башзаказ”.
Место проведения запроса предложений в электронной форме: универсальная электронная торговая площадка “Bashzakaz.ru». Извещение о проведении открытого конкурса размещено 11.12.2014 г. на электронной торговой площадке “Башзаказ”. Номер извещения – 0023314004CO.
Предмет открытого аукциона в электронной форме: оказание услуг на печатание продукции.
Ком: 0 // Уҡынылар: 746 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан шәфҡәтлелек бөркөлә “Иң тәүҙә Һүҙ булған” тигән бөйөк һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тәрәнерәк аңлайбыҙ. Һүҙ кешене ҡанатландыра, сафландыра, рухын күтәрә. Ул кешене кәмһетә ала, үҙенең тәьҫире менән ҡол итә”, – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Әҙәбиәт нимәгә һәләтле?” исемле мәҡәләһендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 719 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Танып”ты эшенән була танып “Капотҡа тулы стакан ҡуйып йөрөрлөк”... Шулай һоҡланыуын белдерҙе алыҫ райондан килгән танышым Нефтекаманың үҙәк урамдарының береһе буйлап яңы ғына һалынған асфальттан барғанда. Оҙаҡ йылдар шофер булып эшләп, илебеҙҙең төрлө тарафына күп сәфәр ҡылған тәжрибәле ир-уҙамандың юл сифатына биргән баһаһы сәптең нәҡ уртаһына тейҙе. Дөйөм алғанда, “Танып” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарған барлыҡ эшкә лә шундайыраҡ кимәлдә билдә ҡуйырға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 676 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талғын аҡҡан йылға Ҡәләмдәшебеҙ тураһында уйлағанда күҙ алдымда талғын аҡҡан йылға хасил булғандай. Тәрән һәм киң даръялар шулай ҡабаланмай-ҡарһаланмай, сабыр ғына ағыусан…
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуып үҫкән Рәлис Ураҙғоловтың ғүмер “үҙәне” лә ошо ағымды хәтерләтә. Тыныс холҡонда, уйсан ҡарашында, башҡарған эштәрендә талғын йылғаларҙың тәрәнлеге тойола. Ул шауламай ғына “ағыр-ағыр” ҙа йөрәк тетрәткес роман яҙып ташлар йә хикәйәләр китабын тәҡдим итер. Ә инде Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Xоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты булған дуҫыбыҙҙың гәзит-журналдарҙа донъя күргән үткер-үткер мәҡәләләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Ком: 1 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
Журналист ағай Баймаҡ районында, улай ғына ла түгел, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, хатта бөтөн республикала журналист Рәшит Зиннәт улы Үтәевтең исеме күптәргә яҡшы таныштыр. Күптән түгел уға 75 йәш тулды. Хеҙмәттәшем оло юбилейын билдәләгән көндәрҙә уның бер туған ҡустыһы Хәйризаман Үтәев менән әңгәмәләшергә насип булды.
– Үтәевтәрҙең исеме минең өсөн намыҫлы һәм ғәҙел журналистика, шахмат баталиялары, ысын дуҫлыҡ, толерантлыҡ төшөнсәләре менән ауаздаш. Ошондай ағайың булыу менән бәхетлеһеңме?
– Әлбиттә, бәхетлемен. Ғаиләбеҙҙәге биш малайҙың иң кесеһе – мин. Атай-әсәйем иртә мәрхүм булды. Ул саҡта миңә ни бары ун йәш ине. Ағайҙарым мине ғүмер буйы ҡурсалап, хәстәрләп килде, дөрөҫ юлды һайлауҙа йүнәлеш бирҙе. Улар араһында Рәшит ағайҙы айырып билдәләргә кәрәктер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Толомдар ҙа  ҡотҡара алманы... Ун ике йәшлек Мәрйәмде һәм уның иптәштәрен уҡытыусылары көн дә тиерлек дәрестәрҙән һуң баҫыуға башаҡ йыйырға алып сыға. Көндәлек норма — бер шырпы ҡабы. “Бер бөртөк бойҙай пуля кеүек дошманды атып йыға”, — ти мөғәллимдәре. Атаһы Динислам, бер туған ағаһы Мостафа ла һуғышта бит, Мәрйәм дә, немецтарҙы тиҙерәк дөмөктөрөргә тырышып, бойҙайҙы бөртөкләп сүпләне. Ниһайәт, ҡаптары тулды. Бергәләп һауытҡа бушатҡайнылар, бер кирбес дәүмәлендәй булды.
Баҫыуҙы ҡалын ҡар ҡаплағансы, көн һайын әсәләре ураҡ менән урған ерҙә соҡондолар. Әсәһе Мөбинә апаһы менән Белорет районының Ҡағы урманына күрингә китеп, иртә яҙ менән Ағиҙел ташҡас ҡына әйләнеп ҡайталар. Был юлы Ҡырҙас ауыл Советында тиңдәштәре менән Мәрйәмде лә ағас эшенә яҙҙылар. Барлы-юҡлы кейемдәрен алып арбаға тейәнеләр ҙә оҙон юлға сыҡтылар. Барактарҙа Сәкинә менән Мәрйәмгә урын булманы. Уларҙы ҡарт урыҫ бабайы менән әбейгә өйҙәш итеп урынлаштырҙылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Боҙҙа осҡондар ҡабыҙып... Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионында Рәсәйҙең боҙҙа мотоуҙыш буйынса 55-се шәхси чемпионаты булды.
Ярата беҙҙең халыҡ мотоуҙышты! Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, стадион шығырым тулы. Тамаша ҡылырға республиканың бүтән ҡала, райондарынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә килеп еткәндәр.
Бына түҙемһеҙләнеп көткән минуттар башланды! “Тимер ат”тар тирә-яҡҡа боҙ ярсыҡтары сәсрәтеп, осҡондар ҡабыҙып алға ынтылды. Ә инде һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Николай Красниковтың исеме яңғырау менән стадиондағылар йәнә нығыраҡ геүләне. Финалға илдең иң шәп уҙышсылары йыйылһа ла, ярыштың тәүге әйләнештәрендә үк ул үҙенең кем икәнлеген күрһәтте. Дөрөҫ, мотоуҙыш иң хәүефле спорт төрҙәренән һанала. Көҙгөләй ялтыр боҙҙа нимә булырын алдан күҙаллау мөмкин дә түгел, техниканың да көтмәгәндә “тыңлашмауы” бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәғиб Ғимаев – ата-әсәһе уҙған быуаттың 20 – 30-сы йылдарындағы мәхшәрҙә имен ҡалып, һуғыш алдынан ғына бер нисә йыл әҙәмсә йәшәп ҡалған быуындан. Самалы ғына булһа ла, туҡлыҡ һәм һиллек осорон күреп ҡалғандар. Хәйер, ул һиллек дауыл алдындағы шомло тынлыҡ булған икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ауылда… Был ауылда элек тә булған бар ине. Ҡаршыға еңдәре менән танау аҫтын һөртә-һөртә таяҡты “ат” иткән малай-шалай саба, үтеп киткәндә кескәй генә ҡыҙҙар, итәктәрен тартҡылап, һаулыҡ һораша торғайны. Һуңынан пырх-пырх көлөшәләр. Биргән кәнфит-перәнигеңә ҡарап, кемлегеңде һынайҙар. Шатландырҙың икән, ағайҙан һалдыралар, һаранланһаң – ҡарунлығыңа төрттөрәләр. Ә күҙҙә-әр!..
Ком: 0 // Уҡынылар: 766 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сыуаҡ көҙҙөң матур бер кисендә Фәниә әбейҙең берҙән-бер һарығы көтөүҙән ҡайтманы. Эй эҙләмәгән ере, һорамаған кешеһе ҡалманы, Өршәк буйын бер нисә ҡат төшөп ҡараны: юҡ һарығы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙып барған ғүмерең тураһында уйланғанда ирекһеҙҙән изгелек һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем кеүек мәңгелек ҡиммәттәр күңелеңде биләп ала. Олоғайған һайын был тойғо һине нығыраҡ ялмай. “Оло йәштәгеләр күберәк үҙенең үткәндәре менән йәшәй”, — тиеүҙәре лә раҫтыр. Бергә уйнап-шаярып үҫкән ҡорҙаштарым тураһында яҙырға хыяллана инем...
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Районыбыҙҙа филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева яңы китабының исем туйын үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бәләбәй” элеваторы һынылыш осорон үтте, күп ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, тип әйтергә була. Шуныһы шатлыҡлы: һуңғы йылдарҙа предприятиеның иҡтисади күрһәткестәре яҡшырғандан-яҡшыра бара. Был, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Элеватор — бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙың береһе.
Предприятие директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Азат Бәшәров һөйләй:
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
2014 йыл ваҡиғаларға бай булды. Украиналағы түңкәрелеш, Виктор Януковичты властан ситләтеүҙәре, “Татлы король” исеме алған Петр Порошенконың президент итеп тәғәйенләнеүе, Ҡырым менән Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы – шуларҙың иң мөһимдәре. Юлия Тимошенконың иреккә сығарылыуы ла бик күп шау-шыу тыуҙырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемдер, ниһайәт, тиер, кемгәлер етмәй ҙә ҡалғандыр — нисек кенә булмаһын, Яңы йыл байрамдары тамамланды. Быйыл инде унынсы тапҡыр бөтә ил халҡы ун бер көн дауамында (!) байрам итте. Ҡыш уртаһындағы оҙайлы ялға беҙҙең халыҡ ниндәй мөнәсәбәттә икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 439 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына