Үҙенең өс балаһы янына туғандарының ике улын тәрбиәгә алған, урам йыйыштырыусы булып эшләгән Хәмиҙә Игишеваның уңайлы торлаҡ шарттарына мохтажлығы хаҡында ине алда аталған яҙма. Ишле ғаиләнең ихтыяжы буйынса редакция Сибай ҡалаһы хакимиәте менән бәйләнешкә сыҡты һәм түбәндәге аңлатманы алды:
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡунаҡ йортҡа бәрәкәт алып килә Халҡыбыҙҙа Ҡөрьән мәжлестәре уҙғарыу күркәм дини йолаларҙың береһе һанала. Ул, әлбиттә, фарыз ғәмәл түгел, һәр кем теләге буйынса үткәрә.

“Ҡунаҡ йортҡа үҙе менән бәрәкәт алып килер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәм ҡунаҡ итеүҙең хикмәттәрен өйрәткән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 829 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөрөҫ йәшәү юлы – ғаиләлә “Бала күңеле – әсәлә, әсә күңеле – далала”. Хәҙер ҡайһы саҡта халыҡтағы билдәле әйтемде ошолай үҙгәртеүгә нигеҙ бар шул. Етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар артҡандан-арта. Һөйөнөскә күрә, яҙмыш ҡосағына ташланғандар дәүләт тарафынан яҡлау таба, хәстәрлек төрлө заманса алымдар аша тормошҡа ашырыла.
Билдәле, бер башланғыс та тиҙ арала хайран ҡалмалы һөҙөмтә бирә алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ йолаларға тартыла Өлкәнең башҡорттар йәшәгән һәр районында ҡоролтайҙар ойошторолған. Красногвардейск районындағыһын Луиза Хәҙит ҡыҙы Бәхтийәрова етәкләй. Урындағы ҡоролтайҙың эше, алда торған бурыстары тураһында ул ҡыҫҡаса ғына түбәндәгеләрҙе һөйләне:
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер күрешеү –Үҙе бер ғүмер “Башҡортостан” журналистары гәзит уҡыусыларға баҫма аша ғына таныш түгел, улар урындарға сығып, төрлө кимәлдә осрашыуҙар үткәрә. Ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән күрше өлкәләргә лә юлланабыҙ, баш йортобоҙҙан сәләм еткерәбеҙ. Бер күрешеү— үҙе бер ғүмер, тиҙәр бит. Бындай саралар араларҙы яҡынайта, йыр-моңдо, әҙәбиәтте һағынған милләттәштәребеҙҙең күңел тырызын тултырырға ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбенән – шиғри күстәнәс Яңыраҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш мәҙәниәт йортонда “Таң нурҙары” исемле район әҙәби берекмәһе ойошторолоуға 20 йыл тулыу айҡанлы юбилей сараһы уҙҙы.
1994 йылда Арғаяш ҡасабаһында “Таң нурҙары” исемле әҙәби түңәрәк ойошторола. Тәүге ағзалары Мәхмүт Янбаев, Рафаэль Мөхәмәтйәнов, Нәғимә Усманова уның эшен йәнләндереүгә тос өлөш индерә. Бәжекәй мәктәбе уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов тәүге етәксеһе булараҡ байтаҡ эш башҡара,
Ком: 1 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Барығыҙға ла рәхәт тормош насип итһен”— Әней, ауылдаштар һинең юбилейыңды үткәрергә йыйына икән. Минзада инәйҙе алып ҡайтығыҙ, тиҙәр...
Өфөләге ҡыҙы Фәнүнәнең йортонда йәшәп ятҡан Минзада инәй был хәбәргә башта ҡолаҡ һалманы, ә кис йоҡлап китә алмай ыҙаланды. Уйынмы ни, уның 100 йәшлек юбилейын туйларға йыйыналар бит, рәхмәт төшкөрҙәре. Әйтеүе генә анһат, бер быуат ғүмер йәшәлгән! Ә тарих менән сағыштырһаң, һис тә күп түгел дә баһа.
“Тиңдәш-йәштәштәр ауылда ғына түгел, тирә-йүндә лә ҡалманы хәҙер, мин генә шулай, бер быуат ғүмер кисергән ҡарсыҡ, һаман көн күреп ятам бит әле”. Ул шулай төрлө буталсыҡ уйҙарға сумды.
“...Әле генә Саръяз йылғаһы буйында ялан аяҡ бәпкә көтөп йөрөгән үҫмер ҡыҙ инем. Ағайҙарыма иркәләнеп, тайҙай сабып, йылға буйын ҡыҙырҙым. Әй, үткән ғүмер...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытайҙа үткән бер йыл “Белем ал, бының өсөн Ҡытайға барырға тура килһә лә”
Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәйләнеше күҙгә күренеп нығына бара. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған. Тиҙҙән Ҡытайға Рәсәйҙән “зәңгәр яғыулыҡ” та килеп етәсәк. Мөнәсәбәттәр йылылығы былтыр ил Президентының Ҡытайға визитында ла асыҡ сағылды. Әйткәндәй, Владимир Путиндың унда БРИКС илдәре етәкселәре менән дә осрашып,
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуап яҙмай
ҡала алманыҡ

Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаһында патронат тәрбиә тураһында донъя күргән мәҡәлә төрлө ҡаршылыҡлы хистәр уятты. Шуға ла, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә яуап яҙмай ҡала алманыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Саҡрым ғына бер ни түгел  милләтем йылыһына Күрше ауылға булһа ла ҡунаҡҡа барып, ҡуна ҡалһаң, үҙ өйөң, урамың, ғәзиз тупһаң һағындыра башлай. Ташкент ҡалаһында әле йә ҡасандыр йәшәгән милләттәштәребеҙ һүҙенә ҡарағанда, улар өсөн дә Башҡортостандан яҡыныраҡ, йылыраҡ бишек юҡ тотош Ер йөҙөндә. Алыҫ саҡрымдарҙы яҡынайтып,
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына