Сабырлыҡ һәм рух көсө юлдаш булһын Тырышып-тырышып шиғыр ятлауын, йырлауын ишетеп, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың был аҙымын оло батырлыҡҡа тиңләнем, рухи көсөнә һоҡландым.
Сибайҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Өфө ҡалаһының 13-сө махсуслаштырылған дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты базаһында дистанцияла белем биреү үҙәге асылыуына күп ваҡыт үтмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош матур йәшәй белгәнгә... Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә эскелектән йылына 80 мең кеше вафат була. Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡының өстән бер өлөшө тигән һүҙ был. Хәл нисек кенә аяныслы булмаһын, халыҡтың ҡасан да булһа айығырына барыбер ҙә өмөт бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 780 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ ҡағыҙҙа – ваҡыт тамғалары Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның “Ваҡыт тамғалары” тигән йыйынтығын ҡулға тотҡанға тик “тамға” тигән һүҙ бик ябай, ғәҙәти, шуға күрә лә үтә аңлайышлы төшөнсә һымаҡ ҡабул ителә. Китаптың эсенә инә-инә бөтәбарлыҡты үҙ эсенә алған Ваҡыттың тамғаларын күреү, уларҙы асып аңлата белеү һәр ябай күңелгә бирелмәгәнлегенә нығыраҡ инана бараһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1340 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йән тартмаһа ла, ҡан тарта Бер ваҡыт Мәскәүҙән хат килеп төштө. Уның йөкмәткеһе түбәндәгесә ине:
«Хөрмәтле Тәлғәт туған! Һеҙгә Ришат Сәғит улы Шаһманов яҙа. Беҙ бер үк фамилияла йөрөйбөҙ һәм, моғайын, бер нәҫелдәнбеҙҙер. Үкенескә ҡаршы, мин ырыуым тарихын ныҡлап белмәйем, сөнки атайым Сәғит Абдрахман улы Шаһманов вафат инде, ә туған-тыумаса менән бәйләнеш күптән өҙөлдө. Атайым бәләкәй сағымда олатайым Абдрахман Шаһманов тураһында, ул боронғо ла, данлыҡлы ла ырыуыбыҙҙың абруйлы кешеһе иҫәпләнгән, тип һөйләй торғайны. Олатайым мулла һәм бағымсы булған.

Ком: 1 // Уҡынылар: 1329 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әкиәткә сәйәхәт Республика балалары өсөн донъя әҙәбиәтендә киң танылған Гримм, Шарль Перро, Астрид Линдгрен, Ганс Христиан Андерсен менән бер рәттән башҡа яҙыусыларҙың әкиәттәре башҡорт теленә тәржемә ителде. Һөҙөмтәлә кластан тыш уҡыу өсөн 12-шәр китаптан торған 20 мең тупланма, йәғни 240 мең дана китап, республика китапханалары кәштәһендә урын алды. Беҙҙең районда ошо үҙенсәлекле проект менән таныштырыу сараһы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан кеше өҙөлмәй Баш ҡаланың Ғафури урамындағы был магазиндан кеше өҙөлмәй. Унда барып инеү менән һине һатыусы Гөлсәсәк менән Гөлнара ханымдар мөләйем йылмайып ҡаршы ала. Тауарҙың да иң яҡшыһын, тәмлеһен тәҡдим итә улар.
“Алексеевка” совхозы етештергән аҙыҡ-түлек, йәшелсә, емеш-еләк баҙар киңлеген, халыҡ һөйөүен, ышанысын яулай бара. Көн һайын түтәлдән яңы ғына өҙөлгән ҡыяр, помидор, һуған һатып алыу кинәнес, хаҡтары ла тешләшмәй. Йыл буйы үҙебеҙҙең төбәктә үҫтерелгән таҙа аҙыҡтың һаулыҡ өсөн файҙаһы ла күберәк бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Дәүләт Думаһында хеҙмәткәрҙәрҙең мотлаҡ белем алған һөнәре буйынса эшләргә тейешлеге тураһындағы мәсьәлә тикшерелә. Ул ҡабул ителгән осраҡта, Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерелеп, яңылыҡ 2016 йылдан дәүләт хеҙмәтендәгеләргә, ә 2020 йылдан барлыҡ граждандарға ҡағыласаҡ. Был башланғыс менән сығыш яһаусылар үҙҙәренең тәҡдимен илебеҙҙә “һөнәри стандарттар” индереү кәрәклеге менән аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡының артҡандан-артыуы шаҡ ҡатырыуҙан туҡтамай. Күптәрҙең башын ауырттырған мәсьәләгә әүерелде ул. Шуға күрә йәнә субсидия юллау тәртибе хаҡында иҫегеҙгә төшөрмәксебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниндәй ҙә булһа өлкәлә айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар, бынан тыш, өҫтәмә түләү ҙә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер кешеһенең, игенсенең бер ниндәй хәстәрһеҙ йәшәгән мәле бармы икән?! Бер эштең осона сығыуға икенсеһе үҙ сиратын көтә. Ә инде саҡ ҡына мыштырланыңмы – яҡшы уңышҡа өмөтләнмә лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡы каникул мәлендә Хәйбулла районында республика ҡалаларында белем алған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн “Студент каникулы” ун көнлөгөн ойоштороу һәйбәт йолаға әүерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Башҡорт бал ҡорттарын ҡотҡарырға” тип аталған күсмә экспедиция башланды. Уны Урыҫ география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойошторҙо. Сара солоҡ ҡорттарын һаҡлап ҡалыуға, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығын киңәйтеүгә арнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда яңы ауыл төҙөлә. Уны Күгәрсен районындағы элекке Сығарыш утары урынында ойошторорға тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Указы менән полиция генерал-майоры Александр Митюков Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бизнес ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Сараға тиҫтәләгән эре предприятие етәкселәре йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 316 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына