Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан! Ни сыҡһа, ошо М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетынан сыға. Йыл аҙағында улар, Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәләштереп, Өфө тамашасыһын таң ҡалдырҙы. Әҫәрҙе М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов сәхнәгә алып сыҡты, тауыш ҡуйыусыһы — Илшат Зарипов, яҡтыртыусыһы Виталий Соколов булды.
штән һуң, йыл аҙағы бит инде, арып-талып, филологтар ролгә нисек ингәнен күрер өсөн барғайным. Ә улар барлыҡ икеләнеүҙәрҙе, йонсоғанды оноттороп, сәхнә тормошо менән йәшәтте. Мәстүрә әбей ролен башҡарған Зөлхизә Сәлихова бар ҡыланыштары менән ауыл әбейҙәрен хәтерләтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташтарға хөрмәт йөҙөнән Күренекле йырсы Мәғфирә Ғәлиева, арҙаҡлы ғалимдар Мөхтәр Әхтәмов, Рәшит Әлмөхәмәтов, Алмас Аҡманов, танылған композитор Фәрит Иҙрисов, билдәле шағир Азамат Юлдашбаев... Был шәхестәрҙең барыһы ла бәрәкәтле Ейәнсура тарафтарында тыуып үҫкән, ҡанат нығытҡан. Әйткәндәй, ейәнсураларҙың йыл да Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған осрашыуында ошондай яҡташтарҙы тәбрикләү тантанаһы була,
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батыр йырҙар йырлау еңелме? Сәйҙәнең, йырлағандағы һымаҡ, сылтыратып көлөп ебәреүен үҙ иткән мин генә түгелдер. Тауышының сафлығы, моңо күңеленең тәрәнлегенән киләлер, моғайын. Бергә төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, сәфәрҙәрҙә йөрөгән бар, тик Сәйҙә Ильясова хаҡында бер ҙә яҙғаным юҡ икән. Талантлы замандашым хаҡында күңелем түренән сыҡҡан һүҙҙәремде һөйләйем.
“Башҡортостан” гәзите өсөн үҙ кеше Сәйҙә – ошо баҫманың ҡыҙы, тиһәң дә була хатта. Билдәле ҡурайсы, көрәшсе, гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе Ғәли Ильясовтың өлкән балаһы ул. Әсәһе – Федоровка районының Оло Сытырман ауылы ҡыҙы Шәрифә апай ҙа йыр-моңға әүәҫ, музыканттар нәҫеленән. Шуға күрә ҡыҙыҡай ҡасан йырлай башлағанын хәтерләмәй ҙә тиерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Быҙауҙар баҡсаһы”нда ҡунаҡта — Мө-ө-ө-ңк, — тип бер-береһен уҙҙырып саҡыра быҙауҡайҙары Нәфисә апайҙарын. Белә шул шилмалар тәрбиәселәре буш ҡул менән инмәгәнен улар янына: йә әсәләренән күстәнәскә тәмле һөт тотоп керһенме, йә хуш еҫле үләндәрҙән ҡайнатма эсерһенме, ғөмүмән, ярата апайҙары бәләкәстәрҙе. Хәйер, яратмай тороп, 39 йыл буйы мал араһында эшләп тә булмайҙыр ул. “Мал йәнле” тиҙәр ундайҙар хаҡында беҙҙең яҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзитһеҙ йәшәү мөмкин түгел Шуныһы ҡыуаныслы: ниндәй генә төбәктә булырға тура килмәһен, һәр ауылда гәзитебеҙгә тоғро милләттәштәребеҙгә юлығабыҙ. Шундайҙарҙың береһе – Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Рәфҡәт Дауытов.
— “Башҡортостан”ды 1956 йылдан бирле алдырып уҡыйым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 503 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортса уҡытыуҙан ниңә ҡурҡырға? Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан “2012–2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеү” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында уҡытыу туған телдә алып барылған инновациялы белем биреү ойошмаларының II слеты үткәрелде. Мәктәптәрҙең йыл дауамында башҡарған эштәренә байҡау яһау йәһәтенән дә ҡулай килде был рәсми сара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡтар: берсә арта, берсә кәмей... Кеҫәгә һуғасаҡ
Һәр кем теге йәки был дәүләт хеҙмәте өсөн аҡса түләргә тейеш. “Дәүләт пошлинаһы” тиҙәр уны. Йыл башынан алып уның түләү күләменә ҡағылышлы ярайһы уҡ үҙгәрештәр индерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙ наҙан бер ғалимдың тырнағына тормаҫ “Сәләм, туған!..” Был үҙенсәлекле тауышты һәр саҡ көтөп алам һәм уны бүтәндәр менән бутау мөмкин түгел. Телефон аша ишетмәй йә үҙен күрмәй торһам, юҡһына башлайым. Юҡһыныуға хафаланыу ҙа ҡушыла, сөнки тамсы кеүек иреп юғалған көндәр, айҙар, йылдар әҙәм балаһына көс-кәр өҫтәмәй. Сирҙәрҙең, донъя килтергән хәстәр-хәсрәттәрҙең һөжүме торған һайын уҫаллана һәм кеше, ахыр сиктә, ул афәттәр менән күҙгә-күҙ генә ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Францияның баш ҡалаһы Парижда журнал редакцияһына ҡораллы һөжүм ойоштороуҙары, Украинала Берҙәмлек маршына сығыуҙары, Японияның Яҡын Көнсығышҡа ярҙам бүлеүе, хәрби бюджетын арттырыуы кеүек хәл-ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 — 25 ғинуарҙа Туймазы ҡалаһында һигеҙенсе тапҡыр Төбәк-ара көрәш сәнғәте йыйыны уҙғарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 463 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына