Ниәт – күберәк етештереү Үҙ шөғөлөн тапҡан кеше бәхетле, ти халҡыбыҙ. Шундай кешеләрҙең береһе — Балтас районының Иҫке Балтас ауылы егете, 26 йәшлек эшҡыуар Динис Әхиәров. Ул тимер-бетон конструкциялар етештереү менән шөғөлләнә.
2011 йылда шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона. Бөгөн уның етәкселегендә ике кеше эшләй. 2006 — 2010 йылдарҙа йәш егет Нефтекама ҡалаһының нефть колледжында ситтән тороп белем алған. “Сельэнерго” ойошмаһында хеҙмәт юлын башлай. Үҙ эшен асырға тигән теләген тормошҡа ашырыу өсөн Динис бетон ҡойоу өсөн формалар әҙерләргә тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үтмәй ятҡан тауар юҡ Эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың мөһим өлөшөн тәшкил итә. Уның менән шөғөлләнеү өсөн районда барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Айырыуса өҫтәмә эш урындары булдырыуҙа, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүҙә тармаҡтың файҙаһы ҙур. Әйтәйек, Үрге Йәркәйҙән Ирина менән Рәшит Бағдатовтар «Мебель донъяһы» магазинын асып, күп йылдар халыҡты заманса йыһаз менән тәьмин итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сермәндәге үҙенсәлекле завод Былтыр Сермәндә “Урал спорт йыһазы” заводының асылыуы ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Уның эшмәкәрлеге менән беҙ ҙә таныштыҡ. Шул айҡанлы уның генераль директоры Азат Риф улы ВИЛДАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тинде тингә ҡушһаң ғына... Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа эшһеҙлек хөкөм һөрөүе, ҡайһы кешенең эскелеккә бирелеүе, аҡса табыу өсөн урлашыуға тиклем барып етеүе тураһында күп ишетелә. Байтаҡ ата-әсә, үҙебеҙ интегеп үҫтек, балаларыбыҙ рәхәт йәшәһен тип, уларҙы эшкә өйрәтмәй башланы. Эшһеҙ ғүмер — утһыҙ күмер, тиҙәр бит.
Дөрөҫ, эш булмағанлыҡтан күптәр Себергә, башҡа тарафтарға юллана. Әммә үҙ ерендә ереккәндәр ҙә аҙ түгел. Ҡорама ауылында йәшәгән Нил Әхмәҙиев – шундайҙарҙың береһе. Ул 45 баш ат аҫрай.
– Районда биш мең баш йылҡы малы тотола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәфҡәтлегә ваҡыт йәл түгел Әүҙем йәштәр юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында һөнәрле булыу өсөн лекция тыңлап, китапханаларҙа конспект яҙып ҡына ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, оло тормошҡа ныҡлап әҙерләнә. Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, республикала ла ирекмәндәр хәрәкәтен әүҙем алып барыуы менән киң танылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағыу икәнен аңлаһындар Тартыу ҡатнашмаларын хәүефһеҙ наркотикка һанап үҙебеҙҙе күпме генә йыуатырға тырышһаҡ та, афәт алыҫ райондарға килеп етмәҫ тип уйлаһаҡ та, спайс яңы ҡорбандар көҫәп, йылдам рәүештә республика төбәктәренә һөжүм итә. Уның бигерәк тә йәштәр, хатта мәктәп балалары араһында киң таралыуы борсоуға һала. Һүҙ – Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль идаралыҡтың Сибай бүлеге начальнигы, полиция майоры Азамат Мәүлит улы БАЙМӨХӘМӘТОВҠА:
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
Файҙаланып ҡалығыҙ Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль йүнселлеккә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрө — субсидия биреү хаҡында хәбәр иткәйне инде.
Был субсидияны алыу өсөн эшҡыуарҙарға түбәндәге шарттарҙың береһен үтәү зарур. Йүнселдәр инвалидтарҙы, ете йәшкә тиклемге балалы ҡатындарҙы, етемдәрҙе, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәрҙе,
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бергәнеке – берәгәйле Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы журналистарҙың “Закондың көсө — үтәлешендә” тигән ижади конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне.
Бер юлы идаралыҡтың былтырғы эшенә йомғаҡ та яһалды. Ведомство етәксеһе, республиканың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Былтыр идаралыҡта бөтәһе 1,7 миллион эш ҡарала башлаған,
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысынбарлыҡты күрмәйбеҙ... Бәләкәй генә бер балыҡ бөйөк, гүзәл, иҫ киткес шәп, һоҡланғыс океан барлығы тураһында ишетә һәм фәҡәт шуны барып күреү теләге менән яна.
Хыялы шул тиклем көслө була, хатта йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Ҙурайыу менән океанды эҙләп сығып китә. Бик оҙаҡ йөҙә һәм, арманһыҙ булып арығас, һыуҙағы бүтән тереклектән: «Океанға күп ҡалдымы икән, белмәйһегеҙме?» – тип ҡыҙыҡһына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берәүҙәр лотереяға ҙур ғына күләмдә аҡса ота, икенселәр хеҙмәт хаҡын банк картаһында туплап бара, өсөнсөләр ниндәй ҙә булһа үҙ эшен аса. Ә һеҙҙең байлыҡҡа илткән юлығыҙ ниндәй?
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ялған “аш тәмләткес”,  йәки Спайс эҙемтәләре Белгестәр фекеренсә, наркоманияның барлыҡҡа килеүендә биологик, психологик, мәҙәни һәм социаль факторҙар ҙур роль уйнай. Элегерәк наркотик ҡулланыуҙың төп “маҡсаты” ауыр хис-тойғонан, физик арыуҙан, күңелһеҙлектән, яңғыҙлыҡтан, борсолоуҙан ҡотолоу булһа, бөгөн иһә ләззәт кисереү теләге алға килеп баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Уңайлы хоҡуҡи мөхит” проектын әҙерләүселәр Дәүләт Думаһына эшҡыуарҙарҙың патент буйынса эшен көйләгән закон проектын тәҡдим итте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәтендә ошо турала белдерҙеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 329 тапҡыр // Тотош уҡырға
Район хакимиәтендә Азамат Сәйфетдинов тураһында:
– Уға өмөтөбөҙ ҙур. Үҙ эшен асырға теләк белдергәс, хупланыҡ ҡына. Афарин, юл буйҙарындағы ағас һыҙаттарын таҙартты. Һайлаған йүнәлеше буйынса әүҙем генә шөғөлләнеп китте, етмәһә, һигеҙ кеше өсөн эш урыны булдырҙы, — тигәнде ишеткәс, булдыҡлылығы, етдилеге йөҙөндә сағылып торған ир-уҙаман менән ҡыҙыҡһыныу арта төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 402 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ районындағы ауыл биләмәһенең элекке башлығына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан “Ветеран Башкортостана” гәзите “Үҙ батырың хаҡында һөйлә!” акцияһын ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына