Бергәләп егелмәһәк, йөк ҡуҙғалмаҫ Уҙған йыл аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында республикала башҡорт телен уҡытыу торошона арналған сираттағы кәңәшмә булғайны. Сарала милли мәсьәләнең һаман да яйға һалынып китә алмауына, киҫкенлегенә тағы ла бер тапҡыр инанғас, Ҡыйғы, Балаҡатай, Мәсетле райондары мәктәптәренә сәфәр ҡылырға булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телде төплө өйрәнеү ниәтендә Малаяҙ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Фәйрүзә Ғәлина белемен камиллаштырыу маҡсатында Бөйөк Британияла булып ҡайтты. Уға сит илдән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хазинабыҙ сағыла был һүрәттәрҙә Республиканың Милли музейында “Башҡортостандағы мәҙәни мираҫ объекттарының иң яҡшы фотоһүрәте” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт саралары фотохәбәрселәре, һөнәри һәм һәүәҫкәр фотографтар араһынан 50 ғариза, йәғни 200 һүрәт ҡабул ителгән. Төп шарт уларҙа тарихи, мәҙәни һәйкәлдәр, архитектура һәм археология өлгөләре сағылдырылырға тейеш булһа, маҡсат – йәмәғәтселектә мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл һәм ижади ҡараш тәрбиәләү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ...” “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосының тыуған яғында “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” проекты нигеҙендә билдәле шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллинаның ижадына арналған шиғри-музыкаль кисә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1049 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташтарыма хөрмәт йөҙөнән Тыуған еремдән алыҫта ятҡан Мәскәүҙә йәшәүемә ярты быуатҡа яҡын ғүмер үтеп киткән. Шулай ҙа, ваҡытҡа һылтанып, милләтеңде, телеңде, туғандарыңды онотоу мөмкин түгел.
Башҡортостанда булғанымда: “Әйҙәгеҙ, хәҙер Мәскәү ҡунағына һүҙ бирәйек”, – тиһәләр, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Мине ҙурлап, хөрмәт итеүме был, әллә бер аҙ ситләшеүме? Бәлки, ғорурланыу тойғоһолор ҙа... Ни генә тимә, тыуған илемдә ҡунаҡ түгел, ә үҙ кеше булғым килә. Яҡынлығымды раҫлаған дәлилдәр ҙә күп:
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат – изге доға Бәрәкәтле, мөбәрәк Рабиғел әүүәл айы үтте. Ни өсөн бәрәкәтле, мөбәрәк? Сөнки Аллаһтың иң һөйөклө ҡоло Мөхәммәт саллаәллаһу ғәләйһи үә сәлләм тыуған ай ул. Ошо бәрәкәтле айҙа пәйғәмбәребеҙҙе айырыуса ололап, хөрмәтләп өлгөрһәк, саҙаҡа биргән ваҡытта пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә, тип ниәт итһәк, салауаттар уҡыһаҡ, Аллаһтың сауабы насип булыр.
Һәр халыҡтың рухын күтәрә торған, холҡон, булмышын сағылдырған, батырлыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән милли геройы була. Ҡайһылыр халыҡта уның хатта әкиәт геройы ла булыуы мөмкин (әкиәт, легенда нигеҙендә ысынбарлыҡ ятыуын онотмайыҡ).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы –  итәгендә ятҡан балаһы Халыҡсан бер аҫыл әйтем беләм:
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы,
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы –
Итәгендә ятҡан балаһы.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Ете бала, етмәһә, етеһе лә ир бала! Былай тип әйтеүе генә еңел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украиналағы хәлдәрҙең ҡатмарлаша барыуы, Америка Ҡушма Штаттары президенты Барак Обаманың Һиндостанға эш сәфәре, Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдалла Әбделәзиздең вафаты кеүек ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нимә ул терроризм? Николо-Березовка мәктәбендә ойошторолған сара ошо һорауға яуап эҙләүҙән башланды, тарихтан билдәле миҫалдар килтерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Ринат Сәлихйәнов еңде Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары-2015” асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы үтте.
Ҡала 21-се тапҡыр ижади һәләтле йәш башҡарыусыларҙы, үҙенсәлекле коллективтарҙы һәм солистарҙы йыйҙы. 300-гә яҡын кеше — Өфө, Дүртөйлө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел, Бөрө, Баймаҡ, Нефтекама, Салауат, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаларынан йырсылар, бейеүселәр, музыканттар — “Керәшен һыуыҡтары”на бәхетен һынап ҡарарға килде. Туймазы, Дыуан, Краснокама, Әбйәлил, Бөрйән, Кушнаренко, Мишкә, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел райондары ла үҙ вәкилдәрен ебәргәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был мәҡәләлә төп эш урынында ҡыҫҡартылыуға эләгеп, төрлө ауылға үҙ аҡсаһына йөрөп белем биргән уҡытыусы: “Минең кеүек хәлдә ҡалғандарҙың юл сығымдары өсөн өҫтәмә хаҡ түләнергә тейеш түгелме икән? Юғиһә беҙ, ҡулайлаштырыу арҡаһында яҙмыш ҡосағына ырғытылған уҡытыусылар, үҙебеҙҙе ялланып эшләп йөрөгән хеҙмәтсе кеүек тоябыҙ бит”, – тип мөрәжәғәт иткәйне. Уға республиканың Мәғариф министрлығынан түбәндәге яуап алынды:
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларға туҡланыу хаҡын түләү өсөн мәктәптең эсенә терминал ҡуйылғас, еңел булып ҡалғайны. Хәҙер банкка барып йөрөргә кәрәкмәй, кәрәкле сумманы хатта уҡыусы үҙе лә һала ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала ситендә йәшәйбеҙ. Беҙҙән алыҫ түгел урынлашҡан 1-се мәктәпте икенсе ергә күсерҙеләр. Һөҙөмтәлә балалар ике саҡрым йыраҡҡа йөрөп уҡырға мәжбүр булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн, 27 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 2-нән Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бинаһында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100) Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил Рафаил Ғибаҙуллин граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярата халыҡ мотоуҙышты! Үткән ял көндәрендә, һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалалағы “Төҙөүсе” стадионы шығырым тулы ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына