Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһын асып, республика парламенты спикеры Константин Толкачев “2014 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең торошо” тигән доклад менән сығыш яһаны. Артабан депутаттар көн тәртибенә сығарылған 35-тән ашыу закон проектын өйрәнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абруй еңел яуланмай Ябайлыҡта – бөйөклөк… Был һүҙҙәр Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Нефтекама ҡалаһындағы бүлеге етәксеһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Нәзир улы Үтәкәевкә тап килеп тора. Азат Нәзир улы тәү күреүҙән үк үҙенең кешелекле, кеселекле булыуы менән күңелде арбай. Ундайҙар эргәһендә күңелгә тыныс, йәнгә рәхәт. Һүҙенә тоғролоғо, яуаплылығы, һәр эште еренә еткереп эшләүе, ғәҙеллеге, ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә лә үҙен тыныс тотоуы, ярҙамсыллығы, мәрхәмәтлелеге менән ул күптән инде ҡала кимәлендә генә түгел, республикала ла ихтирам ҡаҙанған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәрт иткән эшләр Ҡаланың күркәмлеге, ҡыш уртаһы булып ҡарҙың күплегенә ҡарамаҫтан, юлдарҙың киңлеге иғтибарҙы йәлеп итте. Төҙөлөштөң йылдам барыуы күренә. Күптәнге танышыбыҙ – “ГенСтройПодрядчик” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Айрат АБИТОВ янына юл тоттоҡ. Иғтибарығыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Орлоғона күрә емеше Был төбәктә генә түгел, республикала билдәле “Ялалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы орлоҡ үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә.
1992 йылда Мөжәһит менән Флүн Ялалов, кейәүҙәре Камил Ниғмәтуллин һәр береһенә 50-шәр гектар майҙан ер алып, эшкә тотона. Тик хужалыҡҡа уңдырышһыҙ, ҡомло-балсыҡлы ерҙәр, йырынлы урындар эләгә. Бәлки, маташып ҡарарҙар ҙа кире ташларҙар, тигәндәрҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл тормошона  йән өрөүселәр Әхләф Зариповтың фермер (крәҫтиән) хужалығына яҡынлашыу менән йәнле, гөрләп торған тормош алып барыуын тойҙоҡ. Яңылышмағанбыҙ. Иң элек эҫкерт-эҫкерт булып теҙелгән бесән-һалам күренде. Артабан ялан кәртәлә баш күтәрмәй бесән уртлаған, ылыҫ ағасы ботаҡтары кимергән ап-аҡ һарыҡтар иғтибарҙы йәлеп итте. Бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан таҡта ярыу оҫтаханаһынан килгән мотор тауышы, тәрән тынлыҡты боҙһа ла, күңелде һөйөндөрҙө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр” Һуңғы йылдарҙа үҙ ауылының тарихына, шәжәрәһенә битараф булмаған зыялыларҙың арта барыуы һөйөндөрә. Уларҙы өйрәнеп кенә ҡалмайынса, киләһе быуындарға еткереп, матбуғат биттәрендә сығыш яһарға, китаптар сығарырға өлгөргәндәрҙең береһе Салауат Мөхәмәтшин һуңғы өс йылда бер-бер артлы ике китап баҫтырған. Ул ошо көндәрҙә “Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр” исемле йәнә бер өр-яңы баҫмаһы менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрҙө. Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортонда ошо уңай менән исем туйы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ менән  ҡаһарманлыҡтың милләте юҡ Күптән түгел “Башҡортостан” гәзитендә (2014 йыл, 27 декабрь) республикабыҙҙың Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаевтың танылған скульптор Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Ике халыҡтың мәшһүр улы” тигән мәҡәләһе донъя күрҙе. Коллегаларыбыҙҙың ошо ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырмауы – ҡыуаныслы хәл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙеке лә ҡайтыш түгел Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ: нефткә хаҡ төшә, доллар ҡыйбатлана, Рәсәйгә ҡарата санкциялар яуы туҡтамай. Тап ошо осорҙа үҙебеҙҙең йүнде үҙебеҙ күреп, булғанын һаҡсыл тотоноп, сығымдарҙы мөмкин ҡәҙәр кәметеп эш итергә тура киләсәк. Ауыл хужалығы министрлығында яҙғы сәсеү эштәренә арналған кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөнгө менән йәшәргә! Баҙар рәттәре буйлап үткәндә был мөләйем йөҙлө апайға иғтибар итмәй ҡалмайым. Юҡ, ҡыйыуыраҡ, әрһеҙерәк башҡа һатыусылар һымаҡ әллә ҡайҙан саҡырып тормай ул. Киреһенсә, уларҙан айырмалы өнһөҙ генә, эскерһеҙ күҙ ҡараштары менән үҙенә йәлеп итә. Ә күҙҙәре уның, ысынлап та, бик матур. Төпһөҙ зәңгәр күк киңлегенең төҫөндә улар. Балаларса бер ҡатлылыҡ, ихласлыҡ менән арбап, шул уҡ ваҡытта кешене үтәнән-үтә күргән һымаҡ та ул. Емеш-еләк кәрәк булһа, тик унан ғына алырға тырышам. Һайлап, үлсәп, иҫәпләшкән арала уның күп мәғлүмәтле булыуын беләһең. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләмәй ул. Эш хаҡы һатҡан емешенең күләменә бәйле булһа ла, бер ҡасан да тауарын көсләп таҡмай. Киреһенсә, миҙгеленә, емешенә, сортына ҡарап, теге йәки был йәшелсә йә еләк-емеште алырға тыя. Диңгеҙ аръяғынан килгән аллы-гөллө еләктәрҙең урындағы халыҡ организмына файҙа килтермәүе тураһында ла иҫкәртә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя - ҡуласа Көндөң тәүге яртыһы мәшәҡәтле генә булды: хәрби комиссариаттың саҡырылыш пунктына барып, Наилды бер көнгә сығарыуҙарын һораныҡ, ризалыҡ ала алмағас, республика дауаханаһынан әсәһенең ауырыуы тураһында белешмә юлларға ла тура килде. Был аҙым да ярҙам итмәгәйне, Ғәйнулланың таныштары аша телефон номерын табып, әлеге Раян Ишҡоловҡа шылтыраттыҡ. “Ярай, һөйләшеп ҡарармын”, – тине лә яҡташыбыҙ, ярты сәғәт тә үтмәне мәсьәләне хәл итте лә ҡуйҙы. Кискә тиклем сығарҙылар улымды. Ғәйнулла баҙарҙан ниндәйҙер тауар эҙләргә тейеш ине, шуға дауаханаға балалар менән йәйәүләп киттек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 844 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына