"Йәшәр милләт, сәме сүкмәҫ, булһа батырҙары менән шағирҙары..."Әсә, усаҡ, ут
Аңым асылғандан бирле беләм:
Әсә, усаҡ, ут.
Рәхмәттәрҙе ҡабатлата гелән
Әсә, усаҡ, ут.
Беренсел ти һауаны һәм һыуҙы
Әсә, усаҡ, ут.
Тәүтормоштан мәңгелеккә уҙҙы
Әсә, усаҡ, ут.
Кендегемде беректергән ергә
Әсә, усаҡ, ут.
Рухым ҡалыр, керһәм дә мин гүргә —
Әсә, усаҡ, ут.
Ком: 0 // Уҡынылар: 887 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тема: “Һүҙҙән – тексҡа, еңелдән ауырға күсеү принцибы буйынса айырым һүҙҙе төрлө яҡлап өйрәнеү”
Маҡсат: уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, теманы еңел һәм ҡыҙыҡлы итеп аңлатыу.
Дәрес барышы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухи ҡыйралыштың өнһөҙ сағылышы Мәғлүм булыуынса, Балтик буйында йәшәгән Латвия, Литва, Эстония граждандары балалар баҡсаһынан алып институтҡа тиклем туған телдәрендә белем ала. Халҡы сағыштырмаса аҙ булған Ҡаҙағстанда СССР мәлендә үк 20-ләгән нәшриәт бар ине. Ә бына эстондар туған телендә 20-нән ашыу журнал, мең ярымлап гәзит сығарып килде. Ғөмүмән, беҙгә мәҙәниәтте, мәғрифәтте үҫтереү йәһәтенән башҡа милләттәрҙән күп нәмәгә өйрәнәһе бар.
Ком: 1 // Уҡынылар: 672 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хата төҙәтеү дауам итә Башҡорт теленең дәүләт статусында ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү йәһәтенән республикала байтаҡ эш атҡарыла. Шуларҙың береһе – алтаҡталарҙағы, тышлыҡтарҙағы, ярлыҡтарҙағы яҙмаларҙың хатаһыҙ яҙылышы. “Башҡортостан” гәзите лә маҡсатлы эшкә үҙ өлөшөн индерә. Һөҙөмтәлә редакцияның булышлығы менән урам исемдәрендәге байтаҡ хата төҙәтелде. Гәзит тарафынан белдерелгән дәғүәләргә битараф ҡалмайынса, мәсьәләне тиҙ арала ыңғай хәл иткән хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә, ундағы терминология комиссиялары ағзаларына рәхмәт еткереп, киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ, өлкән быуын вәкилдәре, барлыҡ яңылыҡ менән гәзит, радио-телевидение аша танышып барабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлап булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормоштоң ағы ла, ҡараһы ла бар Мин Рәсәйгә Сталин кеүек тирандың ҡабат ҡайтыуынан ҡурҡам. Бәғзе берәүҙәр көткәнсә, бәлки, тормошобоҙҙа әҙ-мәҙ тәртип урынлашыр ҙа ине, кем белә, әммә ҡурҡыуға, ошаҡ-ялаға ҡоролған йәмғиәт кәрәкме беҙгә? Ул ошаҡ-яла элекке кеүек кенә лә булмаясаҡ, сөнки хәҙер кешеләр өсөн изге ҡиммәттәрҙең баштүбән әйләнгән осоро. Сағыштырмаса тыныс, етеш көнитмешебеҙҙә лә бөгөн дуҫ – дуҫты, туған туғанды танымай. Ә бит иң ауыр йотлоҡ заманында ата-бабаларыбыҙ һуңғы телемде лә бүлешкән, бер-береһен бәләлә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан. “Бүлгелә лә хакимлыҡ ит” тигән һүҙбәйләнеште Петр Беренсегә ҡайтарып ҡалдырһалар ҙа, власть башында ултырыусыларҙың ошо ҡағиҙәгә таянып эш итеүе борон-борондан килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әңгәмәлә киң билдәле күренештәр — социаль ғәҙелһеҙлек, эшһеҙлек, әрәмтамаҡлыҡ, түбән хеҙмәт хаҡы, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуына килтергән хәлдәр — тирәләй һүҙ барыуға ҡарамаҫтан, уның “Сит байҙар күп, ә милли буржуазия ҡайҙа?” тип аталыуы фекер йөрөтөргә һәләтле кешене битараф ҡалдырмай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чемпиондар  тағы үҫер әле! Һөләймән ауылы мәктәбе уҡыусылары һәр каникулды файҙалы итеп уҙғара. Йыл башындағы оҙон ялда ла улар ҡул ҡаушырып ултырманы.
Белем усағы коллективының тәҡдиме менән каникул мәлендә балалар өсөн Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар ойошторолдо. Изге ниәтте тормошҡа ашырыу маҡсатында мәктәпкә ауылдашыбыҙ, милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Айгиз Зәйнетдинов саҡырылды. Ялдың һәр көнө спорттың берәй төрөнә бағышланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ араһында ҡаҙаяҡ (абаға) хаҡында “ул 100, 1000 йылға бер тапҡыр ғына төн уртаһында бер нисә секундҡа сәскә ата, шул мөғжизәнең шаһиты булған кешенең барлыҡ уй-хыялы тормошҡа аша” тигән имеш-мимеш йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек күперен һалабыҙКүренекле урыҫ шағиры Владимир Маяковскийҙың ХХ быуат баштарында яҙған «Кем булырға?» тигән шиғыры һаман да бәҫен юғалтмай. Ҡайҙа уҡырға барырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Мәктәпте тамамлау алдында торған һәр уҡыусы был хаҡта уйланалыр.
Кемгәлер ниндәйҙер һөнәр эйәһе булыу — күңелендә йөрөткән яҡты хыялын тормошҡа ашырыу,
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең ҡалала “күңелле” инде ул: йә көпә-көндөҙ урам буйлап шәп-шәрә ир йүгереп йөрөй (наркотик матдәләр “ярҙамында”), йә тома һуҡырҙы талайҙар, инде килеп, автобустарға ата башланылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 390 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Светлана Бурдюкты республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Декабрҙә суд тикшереүе һөҙөмтәһендә федераль милеккә ҡайтарылған “Башнефть” компанияһы акцияларының бер өлөшөн Башҡортостанға тапшырыуҙары ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл йәй Өфөлә уҙғарыласаҡ саммитта Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһын киңәйтеү төп мәсьәләләрҙең береһе булыр тип күҙаллана. Мәскәүҙә үткәрелгән матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров ошо турала хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 361 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элекке ирем менән егерме йыл бергә йәшәнек, шул осорҙа ике бүлмәле фатир алып хосусилаштырғайныҡ, ғаилә ағзаларының һәр береһе күсемһеҙ милектән үҙ өлөшөн алды. Бер нисә йыл элек ирем, мине ике ҡыҙым менән ҡалдырып, икенсе ҡатынға өйләнде. Уларҙың үҙҙәренең бүлмәһе бар. Элекке ирем фатирыбыҙҙағы үҙ өлөшөн беҙгә әйтмәйенсә алыу хоҡуғына эйәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 340 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 24 Алға
Бит башына