Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында 20 йылдан ашыу АҠШ-та йәшәгәндән һуң былтыр декабрҙә генә тыуған еренә ҡайтҡан рәссам Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен тормошҡа ашырыуға 6,7 миллиард һум, шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһын әҙерләүгә 1,2 миллиард һум аҡса кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Башҡортостанда “Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ” федераль проекты сиктәрендә йәштәрҙең патриотик слеты уҙасаҡ. Шулай уҡ республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында Ҡаһарманлыҡ дәрестәрен үткәреү, киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреү, ветерандарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен социаль яҡлау тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй төбәктәре етәкселәренең, закондар сығарыу йыйылышы рәйестәренең, ҙур ҡала мэрҙарының йыл һайын үткәрелгән семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостандың Милли музейы һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының китапханаһы Әҙәбиәт йылында тәүге аҙымдарын яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите уҡыусылар, зыялылар араһында “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле дуҫтар, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылына арнап “Әҙәби тулҡын” тип аталған хикәйәләр конкурсы иғлан итте. Ғәҙәттә, әҙәбиәт донъяһына ҡәләм тирбәтеүселәр быуыны тулҡын-тулҡын булып ағылып тороусан. Һәр тулҡындың үҙ ҡеүәте, үҙенә хас йырлар йыры бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәржемә эше тураһында әллә күпме оҙайлы, осһоҙ-ҡырыйһыҙ әңгәмә ҡорорға, бәхәсләшергә була. Был хаҡта “Ағиҙел” журналында ла яҙып сыҡҡайным, сөнки әҙәби хәл-торош, яңы фекер тап ошо баҫма аша халыҡҡа, юғары даирәләргә еткерелергә тейешлеген һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Кемдер тәржемә эшен бөтөнләй һанламай, йәнәһе, ул – ҡуян һурпаһының һурпаһы, төп нөсхәнән бер ни ҙә ҡалмай тиергә лә була, тип иҫәпләй. Икенселәр, киреһенсә, тәржемә аша донъя, Рәсәй әҙәбиәтен белеүен таный, милли әҙәбиәттәрҙе донъя кимәленә сығарыу өсөн юғары кимәлдәге сәнғәт институты икәнен иҫбатлай. Икенсе фекер миңә лә яҡын, нимә генә тимә, төрлө телдәрҙәге һүҙ сәнғәтенең үҫеше тап тәржемә эшенә бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 851 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әҙәби нағыш” сәфәргә юлланды Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә рухиәткә иғтибарҙың артыуы – йән ҡыуанысы. Нимә генә тиһәк тә, кешенең, йәмғиәттең, тотош дәүләттең ҡаҡшауы нәҡ шуның бүҫкәреүенә бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тормош асылы яп-ябай:  ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк” Май айы. Күктә ҡояш көлә. Нурҙары көлтә-көлтә булып ауыл урамдарына тарала. Ә Люциә: «Һуңға ҡалам инде», — тип ашыҡ-бошоҡ кейенә. IV класта уҡыусы һабаҡташтары әллә ҡасан килеп еткәндер ҙә тик уны көтәлер кеүек тойола. Мәктәп тирәләй ағас ултырталар бит. Ҡыҙыҡайҙы атаһы ҡапҡаға тиклем оҙата килде, ашарға һалынған төйөнсөктө тотторҙо ла: «Йә, ҡыҙым, һау бул, тырышып эшлә, башҡаларҙан артта ҡалма», — тип, арҡаһынан һөйөп алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36 Алға
Бит башына