Оҙон ғүмерҙең сере нимәлә? Күптән түгел Воскресенское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған һәм бөгөн Мәләүездә йәшәгән Анна Куприянова
100 йәшлек юбилейын билдәләне. Күркәм ғүмер байрамы айҡанлы уны ил етәкселеге, район хакимиәте исеменән башлыҡтың кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Рита Сәмиғуллина ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел Бәлә аяҡ аҫтында тиһәләр ҙә, уның күктән дә төшөүе ихтимал икән. Яҙғы көндөң матурлығына һоҡлана-һоҡлана ҡала йорттарының береһенә сираттағы интервьюға килдем. Ғәҙәттә, подъезд алдында энә төртөр урын булмай, ә бында бер генә машина ла күренмәй. Шуға шатланып, “тимер ат”ымды ҡалдырып, тейешле фатирға инеп тә киттем. Әңгәмәсем менән аралашып, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп сығыуға ни күрәм – машина өҫтөнә тауҙай ҡар өйөлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙеңдән һуң  яҡты эҙ ҡалһын Сәрүәретдин Ғәлләметдин улының тормош юлы ҡыҙғаныс та, һоҡланғыс та. Ул Ишембай районының Кинйәбулат ауылында Әсҡәпъямал менән Ғәлләметдин Ғәләүетдиновтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ағайыбыҙҙың яҙмышы тыуған ер, илебеҙ тарихы менән ныҡ бәйләнгән. Заманалар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, Хоҙай ғаиләгә тирәк кеүек биш ир баланы бүләк итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡсаға кем хужа? Бөтә донъяла билдәле The Financial Times яҙыуынса, 15 ғинуарҙа Швейцарияның Үҙәк банкы көтмәгәндә һәм үҙ тарихында беренсе тапҡыр процент ставкаһын 0,75 процентҡа тиклем кәметте. Тимәк, һәр коммерция банкы Үҙәк банктан бурысҡа 1 миллиард һум аҡса алһа, шуның 999,25 миллионын ғына кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Был “финанс мөғжизәһе”н күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Евросоюздың Үҙәк банкы былтыр сентябрҙә үк был ставканы 0,2 процентҡа тиклем төшөргәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вәлиевте республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында”ғы Указын ғәмәлгә ашырып, юбилей сараларының планы раҫланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы республика буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Үҙенең сығышын Рөстәм Хәмитов ғәмәлдәге хәлгә баһа биреүҙән башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таиландҡа ялға осҡан егет дуҫына сувенир итеп киптерелгән крокодил һынын алып ҡайта. Сит илдә был хайуан байлыҡ, муллыҡ ылыҡтырыу билдәһе һанала. Ләкин “Өфө” аэропортына килеп төшкәс, крокодилды таможня хеҙмәткәрҙәре алып ҡала. Бындай хәлдәр йыш була. Сит илгә барған халыҡ иҫтәлеккә тип нимә генә алмай! Гөбөргәйелдәр, һирәк осрай торған үҫемлектәр, һалҡын ҡорал... Әммә быларҙың барыһына ла тейешле документтар булырға тейеш. Ошо хаҡта онотмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала халыҡтың көнкүреш шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән әһәмиәтле саралар күрелә, дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәленә күрә  әмәлен табып… Хәтерегеҙҙә булһа, бынан ике йыл элек сусҡасылыҡ тармағына “ҡара көндәр” килгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 36 Алға
Бит башына