Һөнәрле ҡул мөғжизә тыуҙыра Һыҙғыртҡыс, милли кейем, думбыра, һырлап эшләнгән өҫтәл, сыбыҡсаларҙан үрелгән ултырғыс, ҡурсаҡтар… Әллә ниндәй мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле беҙҙең халыҡ! “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” тигән фестивалгә килгәндәр алтын ҡуллы һөнәрмәндәрҙең эшен күреп һоҡланды.
Ана, бер апай һыҙғыртҡыста төрлө тауыштар сығара: берсә һандуғас булып һайрай, берсә кәкүк булып ҡысҡыра. Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһынан Найлә Моталлапова булып сыҡты ул. Ошо ғәжәп уйынсыҡтарҙы нисек эшләүе менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғрифәт рухы бөркөлә бынан Өфөгә терәлеп кенә тигәндәй ятыуына ҡарамаҫтан, Ҡырмыҫҡалы районына иртүк ҡуҙғалдыҡ. Ҡалала ғына тыныс икән, оло юлға сыҡҡайныҡ, һепертмә буран күтәрелде. Ибраһим ауылын көрт баҫҡан, шулай ҙа юл таҙартылған, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейы ихатаһы ялтырап ята.
– Бөгөн беҙҙән башҡа кеше күренмәй, ә һеҙ иртә менән бында... – тип өндәшәбеҙ музей директоры Ғәзимйән Ибраһимовҡа.
– Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең йортонда һәр саҡ тәртип булырға тейеш, – тине ул. – Музейҙан ғилем нуры бөркөлөп, һәр саҡ үҙенә тартып торһон. Ҡунаҡтар ҡайтыр саҡта тағы ла килергә теләк белдергән осраҡта маҡсатыбыҙға өлгәштек тип уйларға була.
Музейҙың ишеген асып ингәс тә ғалим, мәғрифәтсе һәм шағир бюсы менән осраштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һөт иле”  ҡайҙан башлана? Хужалыҡ биләмәһе буйлап сәфәр сыҡтыҡ. Ә ул, ай-һай, бик ҙур икән – алты ауылды берләштерә. Булмаһа, һандарҙы һуңғараҡ ҡалдырып, төп эш тармаҡтары малсылыҡ менән игенселек, үҫемлекселек икәнен әйтәйек. Тел төбөн аңлағанһығыҙҙыр, маҡсатыбыҙ – ошо йүнәлештә эшләгән объекттарҙы байҡап сығыу.
— Былай кәйеф нисек һуң, ауыл хужалығы ауыр тармаҡтарҙан һанала бит, — тим хужалыҡ рәйесе Рушан Ғайсинға һүҙ башлау ниәтенән.
— Зарланыуҙан фәтүә юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, — тине лә хужа “дилбегәһен” Һыйрышбаш машина-трактор паркына табан тартты.
Иҫең китерлек! “Ете ҡыҙ” бейеүендәгесә тигәндәй, өр-яңы “Нива” комбайндары теҙелешкән. Етеһенең дә йәм-йәшел “камзул”дары ялтлап тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған? Пушкиндың “Евгений Онегин”, Лермонтовтың “Беҙҙең заман геройы”, Гончаровтың “Обломов”, Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох”, Достоевскийҙың “Ағалы-энеле Карамазовтар”, Горькийҙың “Әсә”, Шолоховтың “Тымыҡ Дон” әҫәрҙәре һәр әҙәбиәт һөйөүсегә яҡшы таныштыр, моғайын. Уларҙы уҡып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡ туплайбыҙ, яҙмаларҙа тасуирланған осорға сәйәхәт ҡылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ошондай үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад иткән әҙиптәрҙең үҙҙәре хаҡында күберәк белге килә. Ниндәй кеше ул, нимәләр менән ҡыҙыҡһынған, ғаиләһе, балалары булғанмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 731 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтеребеҙҙә мәңге һаҡларбыҙРәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Нурфәйез Муса улы Баһауетдинов фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте.
Ул 1952 йылда Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Бында ул үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Диплом алып, тыуған районындағы Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә бер аҙ эшләгәс, Нурфәйез Муса улын мәғариф бүлегенә инспектор итеп ҡуялар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шулай итеп, яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһы һәм партия өлкә комитетының йомғаҡтары буйынса ҡарары әҙәби тел тирәһендә барған бәхәстең һуңғы этабы була, тип әйтергә мөмкин. Уның артабан ҡуйырып китеүенә республикала яңы төрки алфавитына күсеү хәрәкәтенең көсәйеүе ҡамасаулаған булырға тейештер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы ваҡытта гәзит-журнал биттәрендә, Интернет селтәрендә Башҡортостан тарихының сетерекле проблемалары сағылған айырым китаптарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылған мәҡәләләрҙә уйҙырмалар, тарихи ысынбарлыҡты боҙоп күрһәткән фекерҙәр һәм ҡараштар күпләп донъя күрә башланы. Ошо йүнәлештә бигерәк тә археологтар В. Иванов, Г. Обыденнова, тарихсы М. Роднов, журналист А. Шушпанов бик әүҙемләшеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәштәләрҙе үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡ-түлек менән тултырыу хаҡында һүҙ барғанда бөгөнгө йыйындың һиммәте бик мөһим ине. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин асып, төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының әһәмиәтен, һуңғы өс йылда уларҙың күбәйә барыуын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнбайыш илдәре иғлан иткән санкциялар һәм долларҙың курсы күтәрелеүе арҡаһында сит илдән индерелгән күп тауарға хаҡ артты. Был дарыуҙарға ла ҡағыла. Һаулыҡҡа бәйле нәмәне һис тә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, шуға күрә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙарға һәм... фитотерапия ойошмаларына иғтибарҙы арттырырға булды. Улар ниндәй дәрәжәлә импортты алмаштыра ала икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
l“Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы Законда власть органдары тарафынан ҡарар ҡабул итеүҙә граждандарҙың ҡатнашыу алымдары билдәләнә. Республикала халыҡ власының һөҙөмтәле эш итеүе гарантиялары асыҡлана. Башҡортостандағы иң юғары вазифалы кешенең вазифа атамаһын үҙгәртеүҙе күҙ уңында тотҡан нормалар ғәмәлгә индерелде. Быйыл ғинуарҙан республикабыҙ етәксеһенең рәсми атамаһы – “Башҡортостан Республикаһы Башлығы”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына