Ул ҡабыҙған уттар һүнмәне Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсин – ғүмерен ижадҡа, йыр-моңға бағышлаған күренекле композитор, сәнғәт эшмәкәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелендә — халыҡ рухы Уҡыусылар араһында үткән республика ярыштарында, төрлө фән олимпиадаларында, уҡытыусылар бәйгеһендә Сибай ҡалаһы исеме йыш күҙгә салына. Был осраҡта педагогия коллективтары менән әүҙем эшләгән, балаларҙың ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә ярҙам иткән ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе уҡытыу буйынса методисы Айһылыу Моталлапованың да өлөшөн билдәләмәй булмай. Бөгөн, заманса технологиялар алға киткән осорҙа, кешеләрҙең рухи үҫешенә, күңел торошона иғтибар кәмей бара. Балаларҙы мәҙәни яҡтан үҫтереү, кешелекле итеп тәрбиәләү урынына күп кенә ата-әсә уларҙы ҡырағай баҙар шарттарына әҙерләй. Һуңғы йылдарҙа мәғарифтағы үҙгәрештәр ҙә белем биреүҙе үҙәкләштерелгән системаға ҡороуға, теүәл фәндәрҙең өҫтөнлөк алыуына килтерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡаланың юбилейын  лайыҡлы ҡаршылайбыҙ” Тағы бер йыл үтеп китте. Ғәҙәттә, яңы осор башында йомғаҡтар яһала, маҡсаттар билдәләнә. Былтыр Сибайҙа бар йәһәттән дә эш ҡыҙыу барҙы: торлаҡ һәм социаль объекттар сафҡа инде, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленде. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
— Хәлит Хәмзә улы, үткән йыл сибайҙар өсөн нимәһе менән үҙенсәлекле булды?
— Сибай өсөн 2014 йыл мөһим ваҡиғаларға, сағыу сараларға бай булды. “Урал аръяғы-2014” II төбәк-ара инвестиция форумы, “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, “Ирәндек батыры” милли спорт төрҙәре буйынса II республика фестивале юғары кимәлдә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәйғор” сәләмәтлек бүләк итә Был шифахана 1984 йылда ойошторола. Тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнә. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр индереүгә өлгәшә. Тиҙҙән бында яңы уникаль ҡорамалдар барлыҡҡа килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылдар төҙөк, һәр ихатала – машина Республика урындағы үҙидара органдарының заман һәм йәмәғәт алдында яуаплылығын үҫтереүгә етди иғтибар йүнәлтә, йәғни уларға эшләү өсөн уңайлы ойоштороу-хоҡуҡи, финанс-иҡтисади шарттар тыуҙырыла. Был, үҙ сиратында, үҙидара органдарына вәкәләттәренән һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостандағы иң ҙур ауыл Советы биләмәләренең береһе булған Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауыл хакимиәте башлығы Шамил ХӘСӘНОВ менән әңгәмә нәҡ шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 519 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш ижадсының  үҙ һүҙе Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы Әҙәбиәт йылын күптәр былтырғы Мәҙәниәт йылының дауамы булараҡ ҡабул итте. Бигерәк тә үҙҙәре ҡәләм тирбәткәндәр исемле йылға ҙур өмөт бағлай, ижадының ташҡа баҫылып сығыуын теләй, шулай уҡ китап уҡыусыларҙың артырыуы хаҡында хыяллана. Һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы, өс балаға әсәй булған китап авторы Рәмилә Торомтаева быйылғы йылдан нимәләр көтә икән? Һүҙҙе уға бирәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 709 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Таусы һөнәре һәр саҡ абруйлы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының данлы йолаларын лайыҡлы дауам итә. Ҡала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Сибай тау предприятиеһында әле
1 мең 944 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 30612 һум тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йорттар йәмләй даланы Һуңғы йылдарҙа Сибай урамдары танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: күркәм яңы йорттар ҡалҡа, иҫкеләре һүтелә, яңы социаль объекттар сафҡа инә. Яңы йорт туйлағандар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың тол ҡатындары, запастағы хәрбиҙәр, етем балалар, күп балалы һәм йәш ғаиләләр бар. Шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы нигеҙендә лә мохтаждар яңы фатирлы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуындар сылбыры өҙөлмәй “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында Көйөргәҙе районы ойошторолоуға 80 йыл тулыу айҡанлы мәктәп уҡыусыларының төбәк тарихына, уның тәбиғәт ҡомартҡыларына, арҙаҡлы шәхестәренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Тантана ҡунаҡтарҙың башҡорт халҡының милли батыры һәм абыҙы Кинйә Арыҫлановтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартайғанда... ат ҡарағы Енәйәтселәрҙе беҙ йышыраҡ йәш кешеләр тип күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Ысынлап та, аҡыл өйрәтеп, бар фиғел-холҡо менән үрнәк булырға тейешле кешенең ниндәйҙер яуызлыҡ ҡылыры башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шулай ҙа оло йәштәгеләрҙең дә төрлөһө була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына