“Туған телем — бар дауаның да сере” Күмертау ҡалаһында урынлашҡан Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары менән таныштыҡ ошо көндәрҙә. Улар араһында шиғыр яҙғандары ла күп икән. Рәхим итегеҙ шиғри күстәнәстән!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтләүҙең дөрөҫ сағылышы Беҙҙең яҡтарҙа хөрмәтле ҡунаҡты “Әйҙә, түрҙән уҙың, ял итеп алың, ашап ултырың…” тип хөрмәтләйҙәр. Әммә бер дәреслектә лә, хатта юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылғандарында ла бындай ҡылым формаларын күрмәйбеҙ. Әллә беҙ дөрөҫ һөйләшмәйбеҙме?
– Бик дөрөҫ һөйләшәһегеҙ. Ысынлап та, алың-килең формаһы төрки телдәрҙең барыһында ла, шул иҫәптән башҡорт телендә лә бар. Әйтәйек, иң көслө диалектологтарҙың береһе, филология фәндәре докторы Н.Х. Мәҡсүтова “Восточный диалект башкирского языка” тигән хеҙмәтендә: “-ың/-ең аффикслы бойороҡ ҡылым барлыҡ һөйләштәргә, шул иҫәптән салйоғот һөйләшенә лә хас”, – тип яҙған (195-се бит). Филология фәндәре докторы С.Ф. Миржанова иһә “Северо-западный диалект башкирского языка” тигән ғилми эшендә
Ком: 0 // Уҡынылар: 805 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни өсөн йәштәр  ғаилә ҡормай, йәки Туй  ул мәжлес кенәме? Ҡалаға ашҡынған ҡыҙҙар һәм, ата-әсә пенсияһына өмөт итеп, ауылда көн иткән эшһеҙ егеттәр. Республика йәштәренең байтаҡ өлөшөн тап шундайҙарҙың тәшкил итеүе бер кемгә лә сер түгел. Был хәл халыҡтың яҡты киләсәген, милләттең ишәйеүен шик аҫтына ҡуя. Буйҙаҡлыҡ, яңғыҙлыҡ төшөнсәләренең йәмғиәттә тарала төшөүен күҙ уңында тотоп, уларҙан ҡотолоу юлдарын эҙләү маҡсатында редакцияла “Димсе диңгеҙ кистерә” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Ҡорға йыйылған һәр кем йәштәрҙе өйләндереү, яңғыҙҙарҙы димләү, ғаилә институтын һаҡлап ҡалыу эше менән яҡшы таныш, шулай уҡ был өлкәлә фәнни йә ғәмәли эшмәкәрлек алып барған шәхес булараҡ танылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1533 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаларҙы уҡытырға тырыш”, – тигәйне... – Әсәй, әсәй, мин арыным!
– Түҙ, балам, түҙ, хәҙер, бер аҙҙан ял итербеҙ!
Ғәлиә инәй ете йәшлек Салауатты тынысландыра-тынысландыра, декабрь hалҡынында көнө буйы бер ауыҙ hыу ҙа, икмәк тә ҡапмай, hыйырын етәкләгән килеш атлауын дауам итте. Күпмелер ваҡыт үткәс, артына әйләнеп ҡарап, улы Салауаттың артта ҡалмағанын, hыйырҙы ҡыуып килгәнен күреп ҡыуанды. “Әй, был ҡәhәрле hуғыш... – тигән уй ялманы ҡатын күңелен. – Фитратым яуҙа булмаhа, былай интегер, Мәхмүттән Белоретҡа ҡәҙәр ике көн, ике төн буйы hыйыр етәкләп барыр инекме ни?! Балалар береhенән-береhе бәләкәй...
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңел аҡса бәхет килтермәй Уйын бизнесының арбаһын өс ат һөйрәй: береһе – еңел аҡсаға өмөтләнгән ябай уйынсы, икенсеһе – ҡыл да ҡыбырлатмай, кешенең ҡомарлылығынан файҙаланып байырға тырышҡан эшҡыуар, өсөнсөһө – ошо уйындарҙы ишәйтеп, ҡаҙнаны һәм үҙ кеҫәһен тулыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан чиновник. Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡомарлы уйынға ылығыуын тыя алмаған әҙәм эргә-тирәһендәге яҡынса биш-алты кешене борсолорға мәжбүр итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 845 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡтылыҡ өсөн янды Үткән йыл тарихҡа инер мәҙәни сараларға бай булды. Шуларҙың береһе – беренсе башҡорт рок төркөмө солисы, йырсы Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арналған “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” фильмының исем туйы. “Дәрүиш-Хан” моңо миңә бала саҡтан ағайҙарым аша ҡаныма, аңыма һеңгәйне, ә хәҙер килеп, Ләйсән Мәжитова төшөргән фильм аша Мәннәндең бар яҙмышы, кисерештәре, шатлығы, ҡайғыһы, иманы күңелемә үтеп инде.
Ком: 1 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай хаҡы ни саҡлы?  Бер фатир! Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйбеҙ. Бөтә ерҙә был ҙур байрамға әҙерлек эштәре күптән башланды. Төп бурыстарҙың береһе — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Ветеран Башкортостана” баҫмаһына биргән интервьюһында әйтелеүенсә, төбәктә әле 1800-гә яҡын кеше сиратта тора. Был исемлеккә ветерандарҙың тол ҡалған ҡатындары ла инә. Тимәк, быйыл уларҙың күбеһе торлаҡ аласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 899 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Еңмеш”ле инек, “Әсә”ле лә булдыҡ Башҡорт кино сәнғәте хаҡында ауыҙ тултырып һөйләргә ҡыймаған кеүек инек, әммә хәҙер – йәш, өмөтлө режиссер Айнур Асҡаровтың ижад емештәре донъя күрә башлағас, был турала һүҙ йөрөтөү урынһыҙ түгел.
Сираттағы ҡыҫҡа метражлы “Әсә” нәфис фильмы башҡорт халыҡ ижадындағы “Саҡ менән Суҡ” бәйетенә нигеҙләнеп төшөрөлгән, әммә ул боронғо заман һулышын бирмәй, ә тап бөгөнгө яҙмыш һынауын кисергән, яңғыҙ бала тәрбиәләгән гүзәл зат кисерештәрен һүрәтләй.
Юғары кимәлдә башҡарылған ижади хеҙмәттең ҡуйыусы-операторы – Анна Рожецкая, сценарий авторы – Шәүрә Шәкүрова, композиторы – Камил Абдуллин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 800 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етди һынауҙар көтә Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутаттар һайлаясаҡ. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ менән осрашыуыбыҙға асылда ошо сәйәси ваҡиға сәбәпсе булды. Һайлауҙар араһындағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ҡануниәттә яңылыҡтар бармы? Һайлаусыларҙы көҙ нимә көтә? Форсаттан файҙаланып, ошо һәм башҡа һорауҙарға ла яуап алдыҡ.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл республиканың һайлау системаһында ниндәй әһәмиәтле саралар көтөлә?
— “Ҙур” һайлауҙар, был осраҡта мин федераль йәки республика кимәлендәге сәйәси һынауҙарҙы күҙ уңында тотам, булмаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 818 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫһен үҙебеҙҙең баҡса, ситкә китмәһен аҡса Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йортоноң тышынан уҡ йәшелсә “еҫе” килә. Тотош Башҡортостандан йәшелсә үҫтереүселәр йыйылған бында. Кәңәшмәгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан – күп милләтле республика. Шунлыҡтан унда ҡатнаш ғаиләләр бихисап. Әле, миграция көсәйгән осорҙа, бындай күрһәткестең тағы ла артыуы мәғлүм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 461 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул егетте мин һәр ваҡыт китап менән күрәм. Матбуғат йортоноң ашханаһында төшкө аш мәлендә тамаҡ ялғаған сағында ла эргәһендә китабы ята. Үҙе ашап ултыра, тирә-яғындағыларға иғтибар ҙа итмәй, күҙен китаптан алмай. Хәҙерге ваҡытта шулай йотлоғоп уҡыған кешеләрҙе күреү хатта аптырарлыҡ та, сөнки күптәр китаптан төңөлгән, компьютер, Интернет менән артыҡ мауыҡҡан, телевизорҙан айырылмаған заманда йәшәйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 607 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанатлы баһадир “...Ҡотдостоң тимер “ат”ы сыҙамлығының сигенә сыҡты, ахырыһы, был ҡәһәрле донъя менән мәңгелеккә хушлашып, ер яңғыратып бер кешнәне лә баҡыйлыҡҡа китте. Хатта тимер сыҙамай көлгә әйләнде, ә кеше түҙә. “Хуш, бөркөтөм, толпар атым, рәхмәт һиңә, үҙеңә йөкмәтелгән бурысты үтәп киттең”, – тине летчик үҙенең тоғро “ил”ына. – Үлемесле яраланған көйө мине ер өҫтөнә килтереп еткерҙең”. Траншеянан барыһын күреп торған немец һалдаттары, ҡыуанышып, ул йәшенгән соҡорға ташланды...”
Мәскәүҙә йәшәгән Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Ҡотдос Латиповтың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Ошо хаҡта Лира-Әхмәт Яҡшыбаеваның гәзитебеҙҙең шәмбе һанында баҫыла башлаясаҡ “Ҡанатлы баһадир” тигән повесынан өҙөктө уҡып белә алырһығыҙ. Әҫәр гәзиттең сайтына тулыһынса ҡуйыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ һаҡламай уны кем һаҡлаһын… Горизонталь буйынса: 4. Тренажер танктың, самолеттың идара пульты. 9. Ирҙәр тауышы. 10. Оптик приборҙар өсөн ҡулланылған юғары сифатлы быяла. 11. Һалдаттың үҙе менән йөрөткән ҡылыслы алюмин һауыты, ҡула. 13. Ҡыҫҡа көбәкле винтовка. 15. Ваҡытлы баҫма. 19. Һары сәскәле һыу үҫемлеге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 788 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бына инде нисәнсе көн Рәмил Ғазин, һуңғы биш-алты йылда ғына үҙенең хикәйә, повестары менән ҙур танылыу яулаған һәләтле яҙыусы, компьютерын ҡабыҙа ла мониторға текәлә. Унда яҙылып бөтмәгән повесты дауам итергә маташып ҡарай ҙа – бушҡа ғына... Етеҙ бармаҡтары клавишалар өҫтөнән шәп кенә йүгереп китеп бер-ике һүҙ йә һөйләм яҙа ла барыһын да юйып ташлай. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, ваҡыт та һуң булып китә, төн дә етә. Ә иртәгә — эшкә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына