Һәр хәрәкәт – тормоштан Һөйөнсө! Ни бары бер көнгә, йәғни
26 февралдә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы Өфөгә килә.
Былтыр көҙ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйналған Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”, А. Камюҙың “Калигула”, Т. Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” спектаклдәрен баш ҡала тамашасылары ихлас ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айыу тиреһе  ниңә кәрәк? “Яҙыусы Ноғман Мусин үҙе дәрес бирәсәк!” тигән хәбәр гимназияла йәшен тиҙлеге менән таралды. Шулай булмай ни! Бығаса китап аша ғына таныш булған оло әҙипте яҡындан күреү, уның менән күҙмә-күҙ аралашыу – күптәрҙең яҡты хыялы. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары яңыраҡ шундай бәхеткә эйә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2144 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙән урғыла моң Һуңғы йылдарҙа халыҡ концерттарға бик йөрөп бармай. Ә бына билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимраниҙың юбилейы алдынан ижадташ дуҫтарын йыйыуы хаҡында ишеткәс, Красноусол халҡы ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да моң һөйөүселәр концертҡа эркелешеп килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалдат әсәһе Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тиһәләр ҙә, өлөшөңә төшкән тәҡдирҙән ҡасып булмай. Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа ниндәй генә ҡайғы-ғазапҡа төшөрмәй. Берәүҙе шатлыҡ менән күмһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәтле һағышҡа сорнай. Тик ҡайһы саҡ шатлығы ла ҡайғыға төрөлгән була бит. Шул ҡайғы төргәген һүтмәй тороп, шатлыҡҡа ирешеп булмайҙыр.
Бөгөнгө геройым — һикәлтәле яҙмыш һуҡмағын үтеп, ҡайғы-хәсрәт,
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иркен йорт –  һәр кемдең хыялы Күңел һәр саҡ гүзәллеккә, яҡтыға ынтылыусан. Тигеҙ юлдар сәйәхәткә йәм өҫтәһә, йылы, иркен йорттар кәйефте бөтәйтә. Республиканың һәр төбәгендә төҙөлөш дәррәү барғанын күреп, иртәгәһе көнгә ышаныс уяна. Торлаҡ йорттар ҡалҡып сығыуы тормоштоң гөрләп тороуына ишаралай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ат йәнле уҙамандар бар “Андреевка” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте 2003 йылда булдырыла. Ауылдағы ташландыҡ ферманы рәткә килтереп, өс баш бейәнән башланған предприятиела бөгөн урыҫ, орлов, американ тоҡомло 45 юртаҡ иҫәпләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил батыры  яуҙа беленер Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда класташыбыҙ Әҙеһәм Әлибаевҡа 16 ғына йәш ине. Бер йылдан, Темәс педагогия училищеһының
III курсында уҡығанда, егетте
ил һаҡларға оҙаттыҡ.
Әҙеһәм сығышы менән – Баймаҡ районының Йомаш ауылынан. Мәктәптә тәртипле, инсафлы, кешеләргә ярҙамсыл уҡыусы ине. Яуҙа 616-сы айырым минометсылар полкында разведчик була. Һуғыштың иң ауыр, көсөргәнешле сағына эләкте. 1944 йылда Дан орденының – III, 1945 йылда II һәм I дәрәжәһенә лайыҡ тип танылды.
Класташыбыҙ аяуһыҙ һуғышта һигеҙ тапҡыр яралана, 1946 йылда, һауығып бөтмәйенсә, тыуған яғына ҡайта. Ситтән тороп педагогия училищеһын тамамлай һәм Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында хеҙмәт юлын башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 684 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сал тарихҡа сәйәхәт Ҡуян ауылы мәктәбендә Рәсәйҙең билдәле дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре Владимир Мединскийҙың “Һуғыш. СССР тураһында мифтар. 1939 – 1945” китабы буйынса конференция үтте. Сығарылыш класс уҡыусылары әҙерләгән был сара район мәктәптәре етәкселәрен, уларҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарын, тарих фәне уҡытыусыларын бергә йыйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылмайтты ла,  илатты ла... Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған бәләкәстәрҙе күреп, йөрәк әрнеп китә. Бер ғәйепһеҙ кескәйҙәрҙең күңелен саҡ ҡына йомшартып, йөҙҙәрендә йылмайыу күрер өсөн уларға ҙур булмаған бүләк эшләнек.
Башҡорт дәүләт университеты етәкселеге Хоҡуҡ институты һәм профсоюз ойошмаһы менән берлектә Чесноковка балалар йорто, Михайловка социаль приют тәрбиәләнеүселәренә кино күрһәтеү акцияһын ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байназар мәктәбе “Йыл уҡытыусыһы-2015” конкурсын үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәғлүмәт ағымы”, “Ғаилә һәм әсәлек”, “Экология һәм туризм”, “Һин – эшҡыуар”, “Мин – депутат, йәки Ҡанундар сығарыу эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре” кеүек көнүҙәк темалар буйынса фекер алышты Нефтекама ҡалаһында “ИнКамье” республика белем биреү форумында ҡатнашыусылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Студент саҡты йәшлектең иң ҙур мөғжизәһе тип атаһам, яңылышмамдыр, моғайын. Ошо онотолмаҫ ғүмер баҫҡысы буйлап үрләгән йәштәребеҙҙең йылдан-йыл урта һәм юғары уҡыу йорттарына күпләп инеүе ҡыуаныслы. Әле Күгәрсен районынан 900-ҙән ашыу студент булып, уларҙың 222-һе беренсе курста уҡый. Егет-ҡыҙҙар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Екатеринбург, Силәбе, Пермь ҡалаларында белем эстәгәндәр, ғилем артынан хатта Чехияға еткәндәр ҙә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғжизә вәғәҙә иткән, өшөтөп тә алған ҡыш айҙары күҙ асып йомған арала үтеп тә бара, ҡояшҡа бай яҙ миҙгеле бына-бына ишек шаҡырға әҙерләнә. Яңы йылдың башы мәҙәни-әҙәби мөхит өсөн әһәмиәтле булды. Илдә, республикала Әҙәбиәт йылы иғлан ителде, ошо юҫыҡтағы саралар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Йәшәйеш ниндәй генә тиҙлек менән үҫешмәһен, кеше күңеле рухи аҙыҡҡа, ғилемгә ынтылышты юғалтмай, ижади шишмәләрҙән көс, дәрт ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Финанс пирамидаһы – граждандарға йәлеп ителгән аҡсаһы өсөн ҙур процент түләргә вәғәҙә итеп, айырым кешеләрҙең алдашыу юлы менән байығыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 386 тапҡыр // Тотош уҡырға
Архангел районының Ләмәз урман хужалығында эшләгән белгесте законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу, алдап документтар яһау һәм ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына