Сәйәхәтселәр ҡәнәғәт Ни тиһәк тә, булмышыбыҙ шулайыраҡ шул: алыҫтағы сит ерҙәр, ундағы хәл-ваҡиғалар хаҡында күберәк хәбәрҙарбыҙ. Үҙебеҙҙеке хозур, бер кемдекенә алыштырғыһыҙ булһа ла, күнегелгәнгә әллә ни иғтибар итмәй, ят тәбиғәткә иҫебеҙ китә. Ҡайҙа йәшәһәк тә – ҡалаламы, ауылдамы — төрлө иҫтәлекле урындарҙы һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һирәктәребеҙ генә барып күрергә форсат таба. Күптәр бының өсөн бер нисек тә ваҡыт еткерә алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихлас илселәр илендә Бер нисә йыл элек “Азатлыҡ” радиостанцияһынан Өфөгә эш буйынса килгән ике журналист менән осрашырға тура килгәйне. Берәүһенең урыҫса апаруҡ һөйләшеүен ишетеп, уның сығышы менән ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Баҡһаң, егеттең әсәһе – украин милләтенән, атаһы ирландлы икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Америкала тыуған китап Америкалағы иң яҡшы ун боксерҙың береһе Хәбир Сөләймәновтың Башҡортостандағы көйәрмәндәре уның Өфөлә алыш үткәреүен күптән көтә. Башҡорт батыры, ниһайәт, баш ҡалабыҙҙа булып китте. Тик алыш менән түгел, изге ниәттә – тәүге китабының исем туйын үткәрҙе. Сараға спортсының Силәбе өлкәһендә йәшәгән туғандары һәм тиҫтәләрсә көйәрмәне йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош беҙҙе һындыра алманы Һигеҙенсе тиҫтәгә етеп килгәндә лә ауылдаштарымдың, Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисергән тиҫтерҙәремдең михнәтле тормошон һис тә онота алмайым. Аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа, төрлө һынауҙарға дусар ителгән һуғыш балалары беҙ. Тормош өсөн үлемесле көрәш барҙы. Әсәйҙәребеҙ үҙҙәрен аямай, беҙҙе һәләк булыуҙан йолоп алып ҡалды. Улар алдында мәңге бурыслыбыҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 972 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Атайымды ғүмер буйы көттөм” Эш буйынса беҙгә төрлө кеше менән осрашырға, аралашырға тура килә. Єммә улар араһынан бер ҡатынды һис онота алмам кеүек. Уның йөҙө йыш ҡына күҙ алдыма килә. Рәйлә Єхәт ҡыҙы менән танышҡас та күҙ йәштәре аша үҙенең ҡыуанысын минең менән уртаҡлашырға ашыҡты. “Ниһайәт, атайымды таптым! Бик оҙаҡ эҙләнем уны. Хатта ғүмерем буйы!” – тине ул. Ћуңғараҡ, бер аҙ тынысланғас, тормошо тураһында бәйнә-бәйнә һөйләй башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдаштар күп булғас, юлыбыҙ киң Республикала иң абруйлы баҫмаларҙың береһе булған “Башҡортостан уҡытыусыһы”
95 йыллығын билдәләй. Заманында мәғариф тармағы үҫешен, башҡорт телен уҡытыу методикаһын яйға һалыу маҡсатында булдырылған журнал һәр осорҙа ла үҙ бурыстарына тоғро ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы мәктәп – яңы шатлыҡ – Ҡасан төҙөп бөтөрҙәр икән?
Иҫке Собханғол ауылында белем усағын үҙгәртеп ҡороу проектын күргән балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа шатлыҡ кисерә. Бигерәк матур, иркен булмаҡсы!
Бөгөн бында эш гөрләй, машиналар, экскаваторҙар тауышы тынмай. Былтыр мәктәптең иҫке өлөшөн ҡутарып ташлағандар, әле нигеҙ өсөн урын әҙерләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҡиҡәт сәғәте Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов көрсөк шарттарында республика иҡтисадын яңы үҫеш мөмкинлектәре эҙләүгә йүнәлтте. Февралдә төбәк етәксеһе был йәһәттән аныҡ фекергә килеү маҡсатында бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашты. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, хәл ҡатмарлы: “Тышҡы үҙләштереү юҡ. Илдә аҡса етмәй. Предприятиеларҙың тауар әйләнеше кәмей”.
Федераль үҙәктең төбәктәргә “кәңәше” бер: сығымдарҙы ҡыҫҡартырға, оҙайлы проекттарҙан баш тартырға кәрәк. Әммә аҡсаны һаҡсыл тотоноу ғына мәсьәләне хәл итә алмай. Позицияны һаҡлап ҡалыу өсөн ресурстар кәрәк. Ә уларҙы ҡайҙан алырға?
Ком: 0 // Уҡынылар: 869 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бергәләп төҙөйөк! Өфө ҡалаһы хакимиәте урынлашҡан яҡта мәсет төҙөү өсөн урын бүленгәйне. Әлегә ҡәҙәр ергә рөхсәт алыу, проект эштәрен башҡарыу менән шөғөлләндек.
Быйыл авгусҡа тиклем мәсетте төҙөй башларға тейешбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының өсөн матди мөмкинлек етеңкерәмәй. Хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итһәгеҙсе, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ҡарағай тарихы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исемһеҙ ошо шиғырын күптәрҙең әҫәрләнеп уҡығаны барҙыр:
Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине
Һәм күмелһәм ине тауҙарға,
Ком: 1 // Уҡынылар: 1233 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек йәшәйһең, әҙип? Әҙәбиәт йылы башланды. Шау-шыулы байрамдар, осрашыуҙар менән республика райондары буйлап марафонда йүгереп кенә үтеп китерме икән был йыл да?! Ә бит ул, миңә ҡалһа, дәүләт етәкселегенең әҙәбиәт өлкәһенә бәйле ойошмаларҙың вәкилдәре менән осрашыуынан, алда торған һәм быға тиклем хәл ителмәгән элекке проблемаларҙы сисеү юлдарын асыҡлауҙан, эш планын ҡарауҙан, мөмкин булғанса ярҙам итеүҙән башланырға тейеш түгелме икән ни?!
Кемдәр улар – әҙәбиәт өлкәһенә ҡағылышлы ойошмалар? Иң беренсе сиратта, әлбиттә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы. Уның күпме проблемалары бар?
Ком: 0 // Уҡынылар: 894 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт теленең өс тағаныМәҡәләнең исеме генә түгел, унда күтәрелгән мәсьәләнең көтөлмәгәнсә ҡуйылыуы ла миндә һөйләшеүҙе, фекер алышыуҙы дауам итеү теләген уятты.
“Ҡыуаҡан ҡойроғо” төшөнсәһенең хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бәйле ҡулланылышҡа инеүе уҙған быуаттың 20-се йылдарына ҡарай. Ул хаҡта заманында “Белем” журналында (1927 йыл, №12) “Беҙҙә төп тел, шиүә мәсьәләһе” тигән мәҡәләнең авторы: “1924 йыл дөйөм башҡорт ялпыһы (халҡы. – З. Н.) өсөн әҙәби тел итеп алған шиүәбеҙ (һөйләшебеҙ. – З. Н.) хәҙерге көндә майҙанда булған йәнле шиүәләрҙең береһен генә әсас (нигеҙ. – З. Н.) итмәне, бәлки, Юрматы шиүәһенә Ҡыуаҡан ҡойроғон ҡушып алынды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1065 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Телем бөтмәҫ һин барында, дуҫым, Бергә әгәр йәнәш атлаһаҡ...” Был журналды мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ күреп белә инем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, минең күңелдә үҙенең һөнәренә ҙур һөйөү уятҡан остазым, хәҙер инде мәрхүм Яхъя Сәлим улы Юлдашбаевтың эш өҫтәлендә һәр ваҡыт ята торғайны ул.
Журналды асып ҡарау теләге миндә шул тиклем көслө ине. Тик уҡытыусымдан тартынғанмындыр инде, баҫманы китапхананан алып уҡығаным хәтеремдә. Әлбиттә, ул саҡта миңә яҙмаларҙың күбеһе аңлашылманы, әммә киләсәктә уҡытыусы булырымды, был журналдың яҡын дуҫыма әйләнерен тоя инем инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатыным менән икебеҙ ҙә уҡытыусы булғанға күрә, ”Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын ғаиләбеҙ менән 1975 йылдан бирле алдырабыҙ. Ул — беҙҙең өҫтәл китабы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 536 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында үҙеңде ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауға яуап табырға мөмкин. Ул – мәғариф тармағында эшләгәндәрҙең иң ышаныслы ярҙамсыһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына