“Телем бөтмәҫ һин барында, дуҫым, Бергә әгәр йәнәш атлаһаҡ...” Был журналды мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ күреп белә инем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, минең күңелдә үҙенең һөнәренә ҙур һөйөү уятҡан остазым, хәҙер инде мәрхүм Яхъя Сәлим улы Юлдашбаевтың эш өҫтәлендә һәр ваҡыт ята торғайны ул.
Журналды асып ҡарау теләге миндә шул тиклем көслө ине. Тик уҡытыусымдан тартынғанмындыр инде, баҫманы китапхананан алып уҡығаным хәтеремдә. Әлбиттә, ул саҡта миңә яҙмаларҙың күбеһе аңлашылманы, әммә киләсәктә уҡытыусы булырымды, был журналдың яҡын дуҫыма әйләнерен тоя инем инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатыным менән икебеҙ ҙә уҡытыусы булғанға күрә, ”Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын ғаиләбеҙ менән 1975 йылдан бирле алдырабыҙ. Ул — беҙҙең өҫтәл китабы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында үҙеңде ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауға яуап табырға мөмкин. Ул – мәғариф тармағында эшләгәндәрҙең иң ышаныслы ярҙамсыһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең яҡын ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе булған бай тарихлы, тәрән йөкмәткеле “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы сираттағы юбилейын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәктәпте тамамлағас та, йәғни ун ете йәштән эшкә урынлаштым. Биш йыл үткәс кенә юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Институтта уҡыған йылдар хеҙмәт стажына инәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
l 2014 йылдың 31 декабренән милекте теркәү һәм күсемһеҙ милеккә кадастр иҫәбе ваҡыты 18 календарь көндән 10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартылды. Шулай итеп, хәҙер фатирҙарҙы, өйҙәрҙе, ер участкаларын күпкә тиҙерәк теркәтергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 406 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәҙерле дуҫтар!
Гәзитебеҙ ойошторған “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһының быға тиклем дә әүҙем барғанын яҡшы беләһегеҙ. Хәҙер ул, күптәрҙең Интернет менән эш итеүен иҫәпкә алып, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша эстафета рәүешендә лә дауам итә. Йәғни бер коллектив 2015 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙыла һәм рухи эстафетаны икенселәргә тапшыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 412 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәт - сикһеҙ ғаләм кеүек... Горизонталь буйынса: 1. Адъютант генерал өсөн. 3. Бүздәк районынан сыҡҡан әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, публицист. 6. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, авиация полковнигы, “Шоңҡар юлы”, “Һауаларҙа йондоҙ” повестарының авторы. 9. “Эште күңел кинәнесе өсөн башҡарһа ғына әҙәм кеше була”, — тип бөтә донъя буйлап дарыу үләндәре эҙләп йөрөгән яҙыусы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 948 тапҡыр // Тотош уҡырға
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Рәсәй почтаһында гәзиттәрҙе таратыу өсөн хаҡ былтырғы кимәлдә ҡала. Был үҙәк һәм төбәк гәзиттәренә ҡағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 296 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле уҡыусыбыҙ!
26 февралдән 7 мартҡаса
ташламалы хаҡҡа матбуғат баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө бара.
“Башҡортостан” гәзитенә ошо арала яҙылһаң, һис шикһеҙ, оторһоң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 361 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына