“Салауат Юлаев”ты күпме әрләһәк тә, хөрмәт итмәү мөмкин түгел. Бына КХЛ чемпионатының һуңғы көнөндә лә ул хоккей белгестәренән, хатта башҡа клуб көйәрмәндәренән маҡтау һүҙҙәре ишетте. Ғәҙел уйыны өсөн. Ә был сифат спортта юғары баһалана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөгә — саңғыла! Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған Баймаҡ — Өфө саңғы уҙышы башланды. Иң ҡыйыу һәм етеҙ ете ир-егет ҡаланың һуғыш ветерандарына арналған мемориаль комплекс алдынан старт алып, баш ҡалаға юлланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 493 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин иһә Совет ҡарары менән вазифаһынан бушатылды. Отставкаға ул үҙ теләге менән китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мишкә районы Советы Рөстәм Мусинды килешеү нигеҙендә район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 324 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡаланың “ВДНХ-Экспо” комплексында “Мәғариф. Фән. Карьера” махсус күргәҙмәһе асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм йорт кәрәк-яраҡтарына йүнәлтелгән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе закон нигеҙендә көйләү ҡарала. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктуралар үҫеше буйынса комитет ултырышында депутаттар әлеге мәсьәләне йәнә көн ҡаҙағына сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 289 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә республика Парламентының сираттағы ултырышы булды. Көн тәртибендә 60-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды, ун закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде. Ултырышта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм баш ҡаланың 38-се мәктәбенең X класс уҡыусылары ла ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 343 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ ишек шаҡый, тимәк, ең һыҙғанып баҫыу эштәренә әҙерләнеү мәле етте. Быйылғы сәсеү иҡтисади көрсөк хөкөм һөргән шарттарҙа үтәсәк, тимәк, игенсе ҡаты һынау тотасаҡ. Орлоҡ, техника, ашлама, ахыр килеп, механизаторҙар етәме? Импорт ризыҡҡа алмашты (ҡыяр, помидор, алма, картуф һ.б.) үҙебеҙҙә күпләп үҫтерә аласаҡбыҙмы?
Ә малсылыҡта һынылышҡа өмөт итеп буламы? Ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағында бөгөн эштәр торошо нисек?
Ком: 0 // Уҡынылар: 291 тапҡыр // Тотош уҡырға
– “Изгелегең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтыр”, ти халыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының киреһен дә күрергә тура килә. “Ит изгелек – көт яуызлыҡ” тигән һүҙҙәр өҫкә сығып ҡуя...
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билдәле булыуынса, Ырымбур генерал-губернаторы В.А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантондары етәкселәренә ҡалала Башҡорт йәмәғәт йорто йәки Каруанһарай төҙөргә ҡарар итеүен белдерә. Ни өсөн тигәндә, хәрби эш буйынса Башҡортостандан килеп йөрөгән кантон етәкселәренә, уларҙың ярҙамсыларына ҡалала туҡтарлыҡ урын булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына