Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығында үткән кәңәшмәлә Федерация Советының ошо йүнәлештәге комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюһында көрсөк шарттарында иҡтисадтың яңы мөмкинлектәре, етештереү ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу юлдарын эҙләү хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарарына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткәне өсөн “Башҡортостан төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексының ғилми-тикшеренеү,
Ком: 0 // Уҡынылар: 371 тапҡыр // Тотош уҡырға
21 февралдә көслө дауыл Әбйәлилдәге үҙәк район дауаханаһының төп корпусы ҡыйығын алып осорған. Бынан тыш, райондың Әбделмәмбәт, Тәпән һәм Ҡужан ауылдарында, Асҡарҙың ике урамында йәшәгән кешеләр утһыҙ тороп ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырғазы районы — Башҡортостан әҙәбиәтенә Рәшит Назаров, Ғәлимйән Ибраһимов, Роберт Паль, Әлфиә Әсәҙуллина, Флүзә Мырҙабаева, Салауат Әсфәтуллин һәм башҡа бик күп ҡәләм әһелдәрен биргән төбәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояшҡа үрелеп баллана виноград Ҡыш. Әле емеш-еләктең ҡояшҡа үрелеп балланыр миҙгеле етмәһә лә, Кушнаренко селекция үҙәгендә ҡыҙыу мәл. Был аңлашыла: һәр уңыштың нигеҙендә оҙайлы йылдар һуҙымындағы хеҙмәт ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡабына ҡуҙ янған йөрәктәрҙә Был яҡ, эстафетаны тапшырған Йылайыр районы менән сағыштырғанда, баш ҡалабыҙға яҡыныраҡ та, әммә Башҡортостан Гербының авторы Фазлетдин Ислаховты биргән Балаҡатай ере иғтибар үҙәгендә булырға ынтылып тормағандарҙан. Тик был күренеш төбәктә үҙ алдына ижад иткәндәр, яҙыусылар юҡ тигәнде аңлатмай әле. Әҙәби марафонды ойошторор алдынан “уның иң тәү маҡсаты — йәш ижадсыларҙы табыу,
Ком: 0 // Уҡынылар: 831 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шағир рухы бында һаман,  Бында илһам үрҙәре” Үҙ баһамды беләм,
Өҫтөндәрҙең
Яндарынан ҡыҙығып үткән юҡ.
Яҙмыш ҡай саҡ ҡыйырһыта икән,
Ҡыйырһыта бирһен —
Үпкәм юҡ.
Яраларым булды,
Яматтым да,
Ҡабат йығылып, ҡабат ҡанаттым.
Эшем ауыр ине,
Ғүмер буйы
Һәйкәлдәргә урын таҙарттым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илде имләр Ил инәһе Уҙған быуаттың 70-се йылдарында БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөгәндәр бөгөн ҙур шатлыҡ тойғоһо кисерә: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваға “Башҡортостандың халыҡ шағирәһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул, ысынлап та, ошо юғары исемгә лайыҡ. Әҙибәнең тормош юлы, эшләгәндәре бер нисә кеше ғүмеренә етерлек. Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән Факиһала күп ир-атта булмаған ҡөҙрәт, тәүәккәллек, яуаплылыҡ ни тиклем көслө икәнен уның үҙен яҡындан тороп белгәс, бигерәк ныҡ аңлайһың.
Беҙҙең бала саҡта ла, студент йылдарында ла бәләкәстәр өсөн китаптар бик аҙ сыҡты. Ауыл китапханаһына килеп етһә лә, улар тиҙ арала таушалып бара ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бындай тамашалар мәңге барһын  “Башҡортостан” тигән ҙур залда! Элекке “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының заманса реконструкцияланыуы,“Башҡортостан” дәүләт концерт залы тип аталыуы тотош республика халҡында хуплау тапты һәм ҡәнәғәтлек, ғорурлыҡ хистәрен тыуҙырҙы. Асылғандан бирле унда бер-бер артлы мәҙәни-музыкаль саралар уҙыуы, залдың халыҡ менән шығырым тулы булыуы тап шул хаҡта һөйләй. Йәнә ҡыуаныслы күренеш:
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 37 Алға
Бит башына