Сал тарихтың асып серҙәрен Юғары уҡыу йорттарында йыл да фән көндәре үткәрелә. Ошо сара уңайынан былтыр үҙебеҙҙең факультеттың II курс студенттары беҙҙе “Тыуған төйәгеңде беләһеңме?” тип исемләнгән семинар-викторинаға саҡырғайны. Быйыл уларҙың башланғысын дауам итергә булдыҡ.
Әйткәндәй, беҙҙә шундай талап ҡуйылған: һәр студент фән менән шөғөлләнергә, йыл да ғилми мәҡәлә яҙырға бурыслы. Факультетта бының өсөн тейешле шарттар булдырылған: тел һәм әҙәбиәт йүнәлеше буйынса бер нисә ғилми лаборатория, түңәрәктәр эшләй. Тимәк, студенттың күңеле теләгән өлкәлә камиллашыу мөмкинлеге бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир-ат күберәк булһа… Японияла педагогтарҙың 80 процентын ирҙәр тәшкил итһә, Рәсәйҙә ошондай уҡ күләм ҡатын-ҡыҙға тура килә. Шул уҡ ваҡытта иғтибар итегеҙ: уларҙағы мәғариф тармағы беҙҙекенән күпкә алға киткән. Көслө зат тәрбиәһе ҡаты инде ул!
Былтыр яҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында уҙғарылған төбәк-ара конкурсты яҡтыртырға насип булғайны. Сарала бер хәлгә иғтибар итмәй булдыра алманым: 55 конкурсанттың 54-е ҡатын-ҡыҙ ине. Ә ҡайҙа һуң ир-егет? Нимә хаҡында һөйләй был күренеш? Ниңә тел серҙәренә төшөндөрөү көслө зат өсөн хас түгел? Теш үтмәйме, әллә хеҙмәт хаҡы аҙмы? Бәлки, ир-ат был һөнәрҙе ҡатын-ҡыҙ эше тип ҡарайҙыр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Стәрлетамаҡ районындағы Константиноградовка мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Данис УРМАНШИН менән бергә эҙләнек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәттәр гөлләмәһе балҡышы Бәхетле халыҡбыҙ, ни тиһәң дә: теләйбеҙ икән, театрға барып, туған телебеҙҙә спектакль ҡарайбыҙ, тамаша ҡылабыҙ, башҡортса яҙылған алтаҡталарҙы күреп кинәнәбеҙ, урамда милләттәштәребеҙ менән хаҡ телебеҙҙә аралашабыҙ, танышабыҙ... Бары тик ата-бабабыҙҙан ҡалған ошо мираҫҡа лайыҡлы мөнәсәбәт күрһәтеү, һаҡсыл ҡарашта булыу мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серҙәрен аңлай  белһәң ине... Ғәзиз тәбиғәтебеҙ үҙ серен быуаттар буйы һаҡлап килә. Аҡһаҡалдар әйтеүенсә, ул ҡайһы бер кешеләрҙе йәнлектәр һәм ҡоштар аша үҙе менән яҡыныраҡ таныштыра, ярҙам итә.
Бәләкәй саҡта атайым менән урманға ҡурай еләгенә барҙыҡ. Көн эҫе, әммә еңелсә генә иҫкән еләгәй күңелгә рәхәтлек бирә. Шулай урман һуҡмағынан бара торғас, юл уртаһында ике ата һуйырҙың беҙгә ҡарап суҡырға теләгән кеүек,
Ком: 0 // Уҡынылар: 470 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтерҙә  ҡалырлыҡ ай Март — йылдың өсөнсө айы. Ул беҙҙең эраға тиклемге VIII быуат аҙағынан алып ошо исем менән йөрөй. Атамаһы боронғо Римда һуғыш һәм һаҡланыу аллаһы Марсҡа бәйле (Martius mensis), сөнки унда һауа торошо яҡшырыу менән хәрби кампаниялар башлау уңыш килтерә, тип фараз ҡылғандар.
Беҙҙең илгә “март” исеме Византиянан килгән һәм 1492 йылға тиклем йылдың беренсе айы булып торған. 1700 йылдан алып өсөнсөгә күскән. Мартты төрлө ваҡиғалар менән бәйләгәндәр: Рәсәйҙә – “яңырыу” (крәҫтиәндәр, иҫке бурыстарын түләп бөтөрөп, яңыларын алған);
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыланлы фонтаны Башҡортостандың ете мөғжизәһе — башҡорт балы, ҡурай, “Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Янғантау, Красноусол минераль сығанаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәле — тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Йыланлы фонтанын иһә тәбиғәтебеҙҙең һигеҙенсе мөғжизәһенә индерергә була.
Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы күптәргә таныш. Бында тәбиғәт мөғжизәһе – кешеләрҙе үҙенә тартып торған ғәжәйеп фонтан – бар. Ул ҡыйғыларҙың ғына яратып ял иткән урыны түгел, ҡунаҡтарҙы ла ошонда алып киләләр, таҙа, йомшаҡ, һалҡын һыу менән һыйлайҙар. Фонтан тау-таш араһынан ағып ятҡан гүзәл Әй йылғаһы буйында, ҡайын урмандары ышығында урынлашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1259 тапҡыр // Тотош уҡырға
…Һуҡмаҡ буйлап етәкләшеп икәү килә: береһе дәфтәрҙәр тултырылған ҙур сумка тотҡан, икенсеһе арҡаһына портфель йөкмәгән. “Дәрестә иғтибарлы бул, уҡытыусы һөйләгәнде тыңлап ҡына ултыр”, – тип кәңәш бирә өлкәне. “Кисә класташыма ҡарағанда һәйбәтерәк һөйләнем, ә уҡытыусы миңә – “дүртле”, уға “бишле” ҡуйҙы…” “Башыңда булһын, балам, билдә менән генә әллә ҡайҙа бара алмаҫһың”.
Әңгәмәләшеүселәр – әсәйем менән мин. Мәктәпкә китеп барабыҙ. Ул – уҡытыусы, мин – уҡыусы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзит биттәрендәге “Нисек йәшәйһең, ауыл?” рубрикаһында сыҡҡан мәҡәләләргә ҙур иғтибар бирәм. Уларҙа ауыл тормошона битараф булмаған һәр кемгә үҙ фекере, тәҡдиме менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирелә. Мин дә үҙемде борсоған мәсьәлә тураһында һөйләмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ваҡыт үтә торҙо. Башҡортлоҡто бөгөнгө башҡорт китабы телендә генә таныған бер нисә быуын үҫеп етте. Шул ҡарашҡа бәйле аң-зиһен формалашты. Был үҙ нәүбәтендә башҡорт теленең үҙ милләте эсендә эш итеү даирәһенә йоғонто яһамай ҡалманы, күп кенә башҡорт һөйләштәренең этник сығышына ҡарата шик уятты. Былар барыһы ла башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ үҙ этносына үтеп инеүен ауырлаштырҙы, хатта уның милли беришлек нигеҙендә тупланыуына кире йоғонто яһаны, тип тә әйтергә булалыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер нисә мәктәп ашханаһында туҡланыу өсөн түләү махсус терминал аша башҡарыла. Әммә һуңғы ваҡыт уға күпмелер процент өҫтәлеүе ата-әсәне хафаға һалғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына