Баймаҡ батырҙары һынатманыХәбәр итеүебеҙсә, ете егеттән торған саңғысылар төркөмө Баймаҡ – Өфө йүнәлешендәге сәйәхәтен лайыҡлы тамамланы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған акцияла ҡатнашыусылар республиканың бер нисә ра­йо­ны аша 400 саҡрым ара уҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бер әсәнең ике күҙ йәше – башҡорт менән ҡаҙаҡ”Башҡорт менән ҡаҙаҡ халҡының яҙмышы, уртаҡлығы хаҡында фекер йөрөткәндә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим күҙ йәштәренең ғазаптанмы, шатлыҡтанмы тамыуы тураһында атап әйтмәгән, әммә был ике милләттең боронғо дәүерҙәрҙән килгән йәшәйеше хаҡында кинәйәләй төҫлө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1042 тапҡыр // Тотош уҡырға
8 Март байрамы уңайынан Белорет районында йәшәүсе гүзәл зат вәкилдәре гәзит уҡыусылар менән үҙ фекерҙәрен уртаҡлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман ҡыҙыХозур тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫкәндәр генә йәшел мөхиттең фәлсәфәһен белә, ти халыҡ. Был, әлбиттә, хаҡ һүҙ. Тәбиғәткә һаҡсыл булғандарға ҡарата һәр саҡ ихтирам менән ҡарағандар. Шундайҙар араһында Көньяҡ Урал ҡурсаулығының Лапышты урмансылыҡ участкаһындағы дәүләт инспекторы Лилиә Долорес ҡыҙы Шәйәхмәтова ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәрсә дәртлеХәтеремдә, матур, ҡояшлы көн ине. Һәр кем был миҙгелдең бер сәғәтен дә бушҡа үткәрмәй. Ауылда халыҡ кәртә-ҡураһын рәтләп, төҙөлөш эштәрен теүәлләп, бесән яғын хәстәрләп ҡалырға тырыша. Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе, гөрләп үҫкән йәшелсәгә, еләк-емешкә ҡый үләндәре зыян итмәһен өсөн тәпкеһен тотоп, баҡсаһының йүнен күрә. Абҙан ауылында йәшәгән уҡытыусы-ветеран Фәниә Ҡәйетҡолова – тап шундай уңғандарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иңендә — ун бер ауыл хәстәреҠалаға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа йәшәгәндәр һәр нәмәгә ҡала халҡы күҙлегенән сығып баһа биреп, социаль мәсьәләләрҙең үтәлешенә юғары талап ҡуя. Бөгөн иһә ауылдың социаль-иҡтисади хәле өсөн төп яуаплылыҡ урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән. Шуға ла Өфөгә терәлеп ятҡан Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы хакимиәте үҙ эшмәкәрлеген халыҡтың юғары талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек итеп ойоштороу бурысын ҡуя. Биләмәлә 11 ауыл, дүрт баҡсасылыҡ ширҡәте урынлашҡан. Тимәк, рәсми теркәлгән алты мең кешегә баҡсасылар ҙа өҫтәлеп, эш даирәһе тағы ла киңәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...”Ирина Мәскәүҙә тыуған. Биш йәшендә әсәһе менән бергә Арғымаҡ ауылына ҡайта. Шул сағында аттарға ғашиҡ була. Йылдар үткәс, “Арғымаҡ” спорт комплексында шөғөлләнә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мал йәнле ЗөлфирәАуылдаштарының Зөлфирә Ҡыуат ҡыҙына ҡарата, бала саҡтан мал ене ҡағылғандыр, тип әйтеүенә һис аптырарға түгел. Шулай булмаһа, сирек быуат буйына ул яҙмышын мал дауалауға арнамаҫ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән аҙнаның шәмбеһендә Хәтирә инәйҙең башы ауыртып алды. Тороп сәй эсте, ятып алды, ары-бире йөрөнө. Ләкин һыҙланыуы бер нисек тә баҫылманы. Төш үтеп, көн кискә табан ауыша башлағас, ике улы менән Гөлназ килеп төштө. Ул — әсәһенең күҙ терәп торған берҙән-бер ҡыҙы, уның эшен эшләгән дә, дауаханаларға йөрөткән дә, йыуанысы ла, шатлығы ла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ, ауыл балалары, шундай тере, сағыу мөхиттә тәбиғәт менән аралашып, нәнәйҙәребеҙҙең әкиәтен, риүәйәтен тыңлап үҫкәнбеҙ. Элек бит һәр бер йортта мал-тыуар күп, ҡышын яңы тыуған быҙауҙар, бәрәстәр өйгә инә. Был беҙҙең өсөн үҙе бер байрамға тиң ине. Бигерәк тә бәрәстәр менән уйнау күңелле. Апайым, ағайым беҙгә килһә, улар менән бер-беребеҙҙе генә түгел, малҡайҙарҙы ла баҫтырып, төрлө урындарға ҡасып, уйындар ҡорабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына