Йән тартмаһа ла, ҡан тарта Ниндәй генә дөйөмләштереү, глобалләштереү заманында йәшәһәк тә, барыбер үҙ тамырҙарыңа ынтылыу, ҡан тартыу бар. Ул халыҡ йырҙарын, ҡурай моңдарын тыңлағанда, мәсет тупһаһына баҫҡанда, алыҫ ерҙәрҙә ҡәрҙәштәреңде осратҡанда күңелде солғап ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
 “Йәнемдең бер киҫәген бирҙем уларға” Был йылы ҡарашлы, алсаҡ ханымдың үҫеп етеп, хәҙер үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан пациенттары араһында ғүмерен фәнгә, сәнғәткә, медицинаға бағышлағандары ла бар. Үҙәк һәм периферик нервы системаһы ҡаҡшау сәбәпле барлыҡҡа килгән ауыр сирҙәрҙе еңеү, яҙмышыңа үс итеп йәшәргә тырышыу, уҡыу, эшләү теләге ниндәй көслө уларҙа! “Үҙемдә дауаланып киткән балаларҙың артабанғы яҙмышына нисек битараф булайым инде? Йәнемдең бер киҫәген бирҙем бит уларға. Урамда осрап, бәләкәй генә булһа ла еңеүҙәргә, уңыштарға өлгәшеүҙәре тураһында һөйләп китһәләр, минең өсөн оло бәхет”, – тип ҡыуанып һөйләй балалар невропатологы Лидия Ибашева.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәт балкондан да төшә! Был хәл көтөлмәгәнсә килеп сыға. Дүрт яңғыҙ ҡатын Яңы йылды ҡаршыларға тип табын ҡора. Уларҙың барыһын да бер үк яҙмыш – ирҙәре менән айырылышыуы берләштерә. Тәүгеһенең ире мыжыҡ, икенсеһенеке шымыҡайлығы, өсөнсөһөнөкө “һулға” йыш йөрөүе, дүртенсеһенеке эт ялҡауы булыуы ғаиләне тарҡатыуға сәбәпсе икән. Әммә ҡатындарҙың һәммәһе лә үҙен генә хаҡлы тип иҫбатлай...
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асылы үҙгәрмәне Районыбыҙҙың йәштәше — “Маяҡ” гәзите 80 йыл эсендә данлы, шанлы юл үтеп, бөгөн Илештең алтын йылъяҙмаһына, халыҡтың яратҡан баҫмаһына әйләнде. Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, гәзит 1935 йылдың 12 мартынан “Еңеү таңы” исемендә сыға башлай. Баҫманы ике кеше аҙнаһына бер тапҡыр өс мең данала нәшер итә. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, дәүерҙәр үтеү менән гәзит “Сталинсы”,
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡыҙыл мөйөш”тәр бар әле Сихонкин һөтсөлөк фермаһында күпселекте гүзәл заттың тәшкил итеүе беҙҙе аптыратманы. Илдәге иҡтисади үҙгәрештәр сәбәпле, “оҙон” аҡса артынан төрлө тарафҡа юлланыусылар күбәйҙе шул. Кемделер Себер яҡтары тартҡан, Өфөлә төпләнгәндәр ҙә байтаҡ. Әйткәндәй, ферма мөдире Лариса Иванова, киреһенсә, баш ҡалала байтаҡ йәшәгәндән һуң яҙмышын ауыл менән бәйләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт ризыҡтарына ихтыяж ҙур Халыҡтың күпселегенең йәшәү сығанағы, көнкүреше малсылыҡҡа бәйле. Һис сер түгел, бөгөн фермерҙарҙы ла, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла ит, һөт етештереү йәшәтә. Әлбиттә, малдарҙы махсус цехтарға илтеп салдырыу талабы эште йәйелдереүгә аяҡ салһа, һөт тапшырыуҙы, йыйып алыуҙы районда яҡшы ойошторғандар. Был йәһәттән һүҙем шәхси эшҡыуар Сабир Ғарипов тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыштарының нигеҙе – сабырлыҡта – Тәүҙә ферма, һуңынан өй һалам, тинем үҙемә, — тип алдағы уй-хыялын йәшермәй Фиҙәил. — Атай башлаған эште дауам итеп, 2012 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәттем. Кредит алдым, шулай эшләп киттек инде...
Ваҡытлыса ферма ла һалған, ҡураларын мал менән дә тултырған Сафиндар. Лидиә исемле һылыу ҡыҙҙы тупһаһы аша атлатҡан егетебеҙ, буласаҡ киленен мендәргә баҫтырт- ҡан ҡәйнәһе Фәғилә апай. Тормош шулай дауам итә, нәҫел тамыры нығынып, яңы ҡурпы ебәрә. Йәшәү мәғәнәһе лә, асылы ла шунда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ ереңдән дә яҡыны юҡ! – Себергә барып ҡараным, унда паспортҡа күҙ һалдылар ҙа атып ҡына бәрҙеләр, йәшерәк кеше кәрәк, тинеләр, — тип көлә Ризуан ағай. — Шунан ни мал тоторға булдым. Кешенең файҙалы шөғөлө булырға тейеш, эшһеҙ ятыу мәртәбә өҫтәмәй…
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кешенең эшкә ынтылышын  хуплайбыҙ ғына…” Райондың иҡтисади хәле нисек? Халыҡтың йәшәйеше, көнитмеше ҡайһылай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыр өсөн уларҙы Ҡыйғы район хакимиәте башлығы Рафиҡ Хафиз улы ХАРИСОВҠА йүнәлттек.
– Рафиҡ Хафиз улы, беҙ әңгәмәне рәсми һәм рәсми булмағанға бүләйек тә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә күсәйек. Һеҙ, дәүерегеҙҙең барлыҡ балалары кеүек, эшләп үҫкән быуындан. Ябай совхоз эшсеһенән тәүҙә хужалыҡ етәксеһе, һуңынан инде район хакимиәте башлығына тиклем хеҙмәт юлы үткәнһегеҙ. Бәләкәйҙән үҙеңде йәмғиәт өсөн кәрәкле кеше итеп тойоу үҫкәс тә яуаплы булыуға килтерәме, әллә инде, хәҙергесә әйткәндә, балалар хеҙмәтен файҙаланыу тип аталамы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кешегә тыуған яғы тәбиғәттең иң хозур, иң матур мөйөшө кеүек. Бында тауҙар ҙа бейегерәк, урмандар ҙа ҡуйыраҡ, яландар ҙа иркенерәк, һыуҙар ҙа тәмлерәк, һауалар ҙа зәңгәрерәк. Тыуған яҡ — мәңге үҙенә тартып, моңһоуландырып, уйландырып торған изге төйәк. Күңелендә бәләкәй ватанына оло һөйөү йөрөткән, өҙөлөп яратҡан, уны матурлар өсөн күп көс һалған, яҡташтарының тормошон еңеләйтер өсөн тырышып йәшәгән башҡа кешене белмәйем мин. Һүҙем — ауылдашым, замандашым Миңзаһир Миңлеғәзим улы Хәмиҙуллин тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был төбәктә ете Советтар Союзы Геройы тыуған, Рәсәйҙекен дә өҫтәһәк, батырҙар һаны тағы ла арта. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Миҙхәт Ғәлимов та – ошо яҡ алдынғыһы. Мәшһүр йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзаһы, юридик фәндәр докторы, яҙыусы Рафаил Зиннуровтың, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллинаның кендек ҡаны тамған ергә юллана “Әҙәби нағыш” республика марафоны.
Әлегә төбәк ижадсыларынан бәләкәй генә шиғри күстәнәс.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еребеҙҙең биҙәге — ҡатын-ҡыҙ Йәрмәкәй районында һуғыш ветерандарын һәм тыл эшсәндәрен тәбрикләнеләр. Уларға “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы” миҙалы тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 503 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте республикалағы ауыл етештереүселәренә минераль ашламаны ташламалы хаҡҡа һата башланы. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Азат Йыһаншин “Башҡортостан” гәзите редакцияһында үткән “тура бәйләнеш” барышында ошо хаҡта хәбәр иткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 412 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советының сираттағы ултырышында урманды тергеҙеү саралары, һаҡлағыс ағас һыҙаттарын тулыландырыу, питомниктарға булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 433 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” тапшырыуында тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 399 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына