Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом! М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Асыҡ ишектәр көнө” барышында башҡорт филологияһы факультеты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү флешмобын уҙғарҙы.
Сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге Сәсәндәр мәктәбе эпостан өҙөктәр ятлап, мәшһүр әҫәр тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ һуҡмағы ҡайҙа башлана? Бынан бер нисә йыл элек батырлыҡтары менән бар республиканы шаулатҡан Илшат Мөхәмәтшин һәм Айнур Ғәлиев хаҡында байтаҡ мәҡәлә-яҙма донъя күрҙе. Ҡулға ҡәләм алып, тағы ла шул теманы ҡуҙғатҡас, әлбиттә, егеттәргә бер туҡтауһыҙ иғтибарҙан “күҙ теймәһә” ярар ине, тип хафаланып та алдым. Тик, икенсе яҡтан уйлағанда, Батырлыҡты, Кешелеклелекте данлау бер ҡасан да “ташмай” бит ул, бигерәк тә ошо төшөнсәләрҙең “төҫө уңа” барған беҙҙең заманда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарих биттәрендә  аҡ таптар булмаһын Борис Малородовтың исеме тарих менән ҡыҙыҡһынғандарға күптән таныш. Ул — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы, данлы үткәнен айырыуса ентекле өйрәнгән журналистарҙың береһе. Былтыр ноябрҙә ошо дивизияның ойошторолоуына 70 йыл тулды. Шул уңайҙан Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов урыҫ телендә “Еңелеү белмәҫ легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я...”) тигән китап сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Офицер намыҫына һәр саҡ тоғро Иршат Фәхретдиновты халыҡ менән осрашыу үткәргәндә күрергә насип булғайны. Был көндө депутатҡа төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеүселәр ифрат күп булды. Араларында кемдәр генә юҡ: Афған, Чечен яуҙарын үткән егеттәр, хәрби хәрәкәт инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, улын армияға оҙатып та көтөп ала алмаған әсәләр... Ваҡыт менән иҫәпләшмәй һәр кем менән ихлас аралашҡан, барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан Иршат Юнир улына һоҡланып та, уның сабырлығына көнләшеп тә, башҡортомдоң шундай аҫыл улы булыуына ғорурланып та ҡайтҡайным был саранан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Семәрле лә,  арзан да... Әбйәлил тарафтарында сәфәрҙә булғанда ауыл оҫталары хаҡында йыш ишетергә тура килә. Ҡайҙа ниндәй матур йыһаз ултыра — һәммәһен дә улар үҙҙәре эшләгән. Шундай күркәм, уңайлы, иң мөһиме — арзан...
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билал уңғандары Билал — уңғандарға бай төбәк. Бында донъя көтөргә ынтылып торған тырыш халыҡ йәшәй: йорттары төҙөк һәм күркәм, ихаталары тулы мал-тыуар, һәр хужалыҡта тиерлек — еңел машина, трактор. Шуныһы ҡыуаныслы: йәше лә, ҡарты ла эш юҡ тип ултырмай, күбеһе шәхси кәсеп менән шөғөлләнә. Шундайҙарҙың береһе — тимерселек буйынса эш башлаған Илдар Күсәрбаев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
һоҡланғыс  ҡатындарҙың береһе “Башлаусы фермер” федераль программаһына ярашлы 1 миллион 500 мең һумлыҡ грант алған Дилбәр Ҡадаеваның хужалығында әле 103 баш мал иҫәпләнә. Дүрт кешегә эш урыны булдырылған. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының бушап ҡалған ярҙамсы хужалығы ҡураларын ҡуртымға алып, малсылыҡ буйынса үҙ эшен йәйелдереп ебәргән Дилбәр. Уңған ҡатынға ире Шәһит Сәләхетдин улы бар яҡлап ярҙам итә. Әйткәндәй, ул ҡошсолоҡ буйынса үҙ эшен асҡан. Эшҡыуарҙың үҫтергән бройлер тауыҡтарына Хәйбулла баҙарында ихтыяж ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улым, һиңә әйтәм,  киленем, һин тыңла... Ошо көндәрҙә Өфө ҡала Cоветының депутаттар корпусы, уҙған йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар билдәләне. Ултырышта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис СӘЙФУЛЛИН да ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Бөгөн гәзит уҡыусыларға уның телмәренән мөһим өҙөмтәләрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Упҡынға бер аҙым Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илебеҙҙә йәшәгән һәр унынсы уҡыусы наркотик татырға өлгөргән. Є колледждарҙа һәм техникумдарҙа хәлдәр бигерәк тә киҫкен. Университет, институттарҙа, айырыуса абруйлы тип һаналғандарында, студенттарҙың 30 проценты – ошо илерткес матдәнең ҡоло.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
ил ҡеүәте – икмәктә Мейестә яңы ғына бешкән икмәк еҫен башҡа бер нәмә менән сағыштырыу ҙа, бутау ҙа мөмкин түгел.Танауға килеп бәрелгәс тә ул барыбыҙҙы ла бала саҡҡа, әсәй ҡулдары һалған икмәк янына алып ҡайтҡандай була.
Шәхси эшҡыуар Гөлсинә Закированың пекарняһында донъялағы иң ҡәҙерле ризыҡты әҙерләгән егәрле ҡатын-ҡыҙҙы осраттыҡ. Бында көнөнә 300-ҙән ашыу икмәк бешерелә, сменалап эшләйҙәр.
— Өс кешегә эш урыны булдырылды, өлгөрмәгән ваҡытта үҙем дә булышам, — ти Гөлсинә Закирова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына