“Ҡара алтын”  тапҡан уҙамандар Ишембайҙы ҡала итеүҙә ҙур көс һалған, дәһшәтле йылдарҙа “ҡара алтын” данын ете тирен түгеп күтәргән нефтселәребеҙ – ғорурлығыбыҙ ҙа беҙҙең, тарихыбыҙ ҙа.
Ошо төбәктә тыуған һәр кем был исемдәрҙе белергә, күңелендә йөрөтөргә бурыслылыр. БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтселәре Хәйҙәр Хисмәтуллин, Хажғәли Миңлебаев, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы Рәсүл Ғүмәровтар – нәҡ шундайҙар рәтендә. Эйе, һуғыш йылдарында, унан һуңғы ауыр осорҙа ла (Ишембай тирәләй алты промартель эшләй) транспорт менән тәьмин ителеште үтәп, 13-15 йәштә ат егеп, үҙҙәре лә аттай егелгән түҙемле быуынды оноторға ярамай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шиғри йәйғор” балҡыны Тыуған яҡты өйрәнгән модулле китапхана мөдире Рәйсә Ҡунаева менән Сибай педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Шакирова етәкселегендәге “Рухи хазина” әҙәби-музыкаль клуб уңышлы эшләй. Улар йәш быуында мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй, китап уҡыусыларҙы матурлыҡ донъяһына әйҙәй. Күптән түгел “Рухи хазина” ҡалала ижад иткән шағирҙар менән “Шиғри йәйғор” исемле бик матур сара үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхнәлә – һәләтле һәүәҫкәрҙәр Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың ете коллективы “халыҡ театры” исемен раҫлар өсөн сығыш яһаны. Бөтә Союз художестволы үҙешмәкәр ижад фестивале, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың 125 йыллыҡ юбилейына арналған Республика театр фольклор фестивале лауреаты Учалы ҡала мәҙәниәт бүлегенең башҡорт халыҡ театр коллективы ла бар ине араларында. Улар тамашасыларға Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Бөтәһе лә башҡаса булыр ине...” тигән пьесаһын тәҡдим итте.
Ком: 1 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тартҡан атҡа  ҡамыт кейҙерәләр Ишембай ҡалаһының тарихы “ҡара алтын”ға бәйле икәнлеге һәммәбеҙгә лә мәғлүм – Башҡортостанда иң беренсе нефть унда табыла бит! Ә бөгөн был төбәк бар яҡлап та алға бара. Уның тарихын барлағанда ҡасандыр нефть вышкаларын булдырып, етештереүҙе яйға һалған, ауыр йылдарҙа станоктар янында торған кешеләрҙе урап үтеү мөмкин түгел. Кем әйтмешләй, тарихты шәхестәр булдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 683 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишле күстең  шатлығы ла ишле Сабир, Ләйсән, Азамат, Самат, Алмас — береһенән-береһе матур, аҡыллы сабыйҙар — ғаилә тарихтары әле саҡ ике тиҫтә йылға яҡынайған Гөлназ менән Зинур Абыҙгилдиндарҙың байлығы, шатлығы. Ишембай ҡалаһының ишле, күркәм ғаиләләренең береһе улар. Мөхәббәтле йөрәктәре, тырыш холоҡтары менән башҡаларға үрнәк булып йәшәйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә йәшәгем килә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре республика тураһындағы фекерҙәрем менән уртаҡлашыуымды һорап мөрәжәғәт иткәс, шатланып риза булдым, сөнки Өфө, башҡорт халҡы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә ризамын.
Мин Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингәйнем, үкенескә ҡаршы, тамамларға яҙманы. Мумбай ҡалаһында әсәйемә яңғыҙ донъя көтөүе ауырлашҡас, Һиндостанға кире ҡайтырға мәжбүр булдым. Әммә Башҡортостан менән танышыуыма, ғүмеремдең бер өлөшөн ошо иҫ китмәле гүзәл төбәктә үткәреүемә һис тә үкенмәйем. Бик күп дуҫтар таптым, улар менән әле лә социаль селтәрҙәр аша аралашып торам. Үҙем мосолман булғас, башҡорт һәм татарҙарҙы айырыуса яҡын күрәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Даны һүнмәҫ  һис ҡасан Уның шәхесе хаҡында бәхәсле фекер алышыуҙар, талантына, фиҙакәрлегенә һоҡланғандар һәр саҡ табылыр, сөнки мәшһүр бейеү оҫтаһы Рудольф Нуриев, әйтерһең, һауалағы талпынышы менән быуаттарҙан быуаттарға, күңелдәрҙән күңелдәргә табан осҡандай. Төрлө илдәрҙәге матбуғат баҫмалары уны төрлөсә атаны: “бейеү короле”, “сәнғәт аллаһы”, “шайтанлы сығыш яһаусы”. Был атамаларҙы бер мәғәнә берләштерә – оҫта!
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йыйындарҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ” Һиндостан мәҙәниәте, сәнғәте менән башлыса фильмдары аша танышбыҙ. Хәтерләйһегеҙҙер, һинд киноһы булғанда ауыл клубтары кеше менән шығырым тула торғайны. Ҡыҙыҡһыныу көслө булғас, 1973 йылда “Башҡортостан – Һиндостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырыла. Уның маҡсаты – ике ил араһындағы дуҫлыҡ ебен нығытыу. Ойошма фәнни-ғәмәли конференциялар, фото һәм китап күргәҙмәләре, һинд киноһы фестивалдәре, башҡа саралар ойоштороу менән мәшғүл. Уны утыҙ йыл рәттән Башҡортостандың “Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты” дәүләт унитар предприятиеһының ғилми етәксеһе, Башҡортостандың Фәндәр академияһы Президиумы советнигы, профессор, техник фәндәр докторы Әсғәт Ғүмәров етәкләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡтың  яҡты хыялына  тоғролоҡ
Еңеү көнө мәңге онотолмаҫ,
Алыҫлашһалар ҙа аралар.
Үкенесле, һуғыш яугирҙәре
Арабыҙҙа кәмей баралар.

Хәсән Барлыбай улы Мәжитовты замандаштары, айырыуса уҡытыусылар, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре оҫта ойоштороусы, һәләтле етәксе, танылған педагог итеп хәтерләй. “Бөйөк илемдең яҡты яҙмышына үҙ өлөшөмдө индерә алғаныма һөйөнәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләтебеҙ киләсәге өмөтлө Ил башлығының 2015 йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеүе, уның Еңеүҙең
70 йыллығын билдәләү менән тура килеүе осраҡлы хәл түгел. Шуға ла бөтә йәмәғәтселек, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениелары эште дәһшәтле һуғышта еңеүҙе әҙәбиәт менән бәйләп саралар үткәреүҙән башлап ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына