Заман да, уҡыусы ла башҡа Бөгөнгө уҡыусыны бынан 14-15 йыл элекке осорҙағыһы менән сағыштырһаҡ, араларында байтаҡ ҡына, ыңғай ҙа, кире лә айырма табырға була, сөнки ул ваҡытта мәктәп балалары араһында дәрестә кеҫә телефоны, планшетлы шәхси компьютер, Интернет ҡулланыу бик һирәк күренеш ине. Кәрәкле әҫәр китапхананан эҙләнде, рефераттар ҡулдан яҙылды, доклад, проекттар ҙур аҡ ҡағыҙға ҡәләм,
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерҙең ырыҫы – үҙебеҙҙән Дим, Ашҡаҙар йылғалары ошо ерҙән баш ала. “Башҡорт ҡаҙы” – көндән-көн нығына барып, бөгөн төбәк өсөн ярайһы ғына һалым сығанағы булған йәмғиәттәрҙең береһе. “Балыҡ” ойошмаһы ла уңыштары менән ҡыуандыра. Башлыса ауыл хужалығы тауарҙары етештереү иҫәбенә көн иткән төбәк эшһөйәр халҡы менән данлы. Аңлағанһығыҙҙыр, был – республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләгән Федоровка районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ѓүмерҙең балдай  миҙгеле татлымы? Бала саҡ – гонаһһыҙ, ҡайғыһыҙ, шаярып уйнар саҡ, тибеҙ. Єммә был ысынлап та шулаймы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуғандан алып ниндәйҙер ауырыу менән интеккәндәр ҙә юҡ түгел арабыҙҙа. Улар ҙа тулы мәғәнәле тормош алып барырға хаҡлы түгелме ни?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижад донъяһына сәйәхәт Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ойошторолған “Автограф көнө”ндә яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы булды. Уҡыусылар ҙа, әҙиптәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде сараға.
Нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов байрамды асып, авторҙарҙы өр-яңы китаптары менән тәбрикләне, ә баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр көтәбеҙ, тигән теләк белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелендә – матурлыҡ Китаптарҙы яҙыусылар, шағирҙар ғына яҙамы? Юҡ шул, был йоланы “боҙғандар” ҙа бар. Күренекле сәнғәт әһеле, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова үҙенең тормошо һәм ижады тураһында китап-альбом баҫтырып сығарыу бәхетенә өлгәшкән.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошо баҫманың исем туйы үтте. Зал тамашасылар менән шығырым тулған, ултырыр урын да юҡ. Сәхнә түрендә Гөлли апай талпынып-талпынып шиғыр һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 820 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төркөстан киләсәге Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың яҙмаларынан
Бөгөн Урта Азия төрөктәре үҙҙәренең меңдәрсә йыл дауам иткән тарихи йәшәйешенең иң мөшкөл, хәүефле дәүеренә аяҡ баҫты. Урыҫтарҙың ул тарафҡа күсенеүе ниәт кимәленән уҙып, ысынбарлыҡҡа әүерелде. Һуңғыларының хыялына ярашлы, халыҡ мәнфәғәттәренә һылтанған булып, индустриялаштырыуға йүнәлтелгән беренсе “бишйыллыҡ планы” тормошҡа ашырыла.
Ком: 2 // Уҡынылар: 818 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылмайыуы менән таш бәғерҙәрҙе иреткән, татлы теле менән эс-бауырыңа үтеп ингән кешеләр була. Уларҙың балдай ағылған телмәрен тыңлап: “Эх, Хоҙай бирһә, бирә бит һәләтте!” – тип уйлап ҡуяһың. Йылмайыуы – яһалма, һүҙҙәре буш ҡыуыҡ булғанын белһәң дә, рәхәтләнеп тыңлайһың. Кемгә оҡшамаһын татлы һүҙҙәр! Йылыға йылан эйәләй, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән бит. Мутлыҡ юлы менән халыҡтың аҡтыҡ аҡсаһын тартып алған, уларҙы тишек кәмәгә ултыртҡан яуыз уйлы бәндәләр ҙә быны бик яҡшы белә. Суд эскәмйәһендә “гонаһһыҙ” ҙур күҙҙәрен елп-елп йомоп: “Ә мин ни эшләгән?! Кеше үлтергәнме ни?!” – тип ултырған йәш ҡыҙҙың енәйәтсе булыуына бер кем дә ышанмаҫ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыштың мулын хеҙмәт бирә Республика йортонда төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһын үткәрҙе. Ул бүләкләнеүселәргә Рөстәм Хәмитов исеменән намыҫлы хеҙмәттәре, республиканың һәм илдең үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирек эштән ҡайтып инә лә, бер-беребеҙҙе күрмәҫкә тырышҡандай, икебеҙ ике мөйөшкә ҡарап ултырабыҙ. Өйҙә толҡа тапмағас, йорт мәшәҡәттәрен дә атҡармай ул. Шөбһәле тынлыҡ хөкөм һөргән өйҙә минең дә ҡулға эш бармай, көсләп тигәндәй башҡарам барыһын. Әйтерһең, алыштырып ҡуйҙылар Иректе. Эшенән эсеп ҡайтыуҙары һиҙелә башланы. Ҡайта ла ғырылдап йоҡлап китә. Иртәнсәк саҡ уятып, эшкә ултыртып ебәрәм. Өндәшһәм, ғауға ҡуптара. Ғәйепләгәне – балаға уҙмауым. Ҡалаға барып, дауаханаларҙа ентекләп тикшерелеп ҡайттым. Сәбәбе миндә түгел тинеләр. Тик был хаҡта Иректең үҙенә әйтергә ҡурҡып йөрөйөм, сөнки миңә ҡул күтәреүе беренсегә түгел. Әйтһәм, тамам оторо ҡуҙғалып, ярһып китер, тим. Ялҡтым мин ҡурҡып йәшәүҙән, ҡәйнәм. Ялҡтым уның менән йәшәүҙән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырымдың Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуына бер йыл тулыу, АҠШ етәкселегенең Сүриә президенты Бәшәр Әсәд менән килешергә ынтылыуы, Ҡырғыҙстан президенты Алмасбәк Атамбаевтың илебеҙгә сираттағы эш сәфәре иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
18 мартта көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостан Республикаһы Башлығының Протокол идаралығы начальнигы Р.С. Йәнтилин граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 280 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат ҡалаһында “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар турнирының округ этабы уйындары башланды. Ярыштарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәренән иң өлкән төркөм спортсылары ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә “Совет халҡының Бөйөк Еңеүе: тарих дәрестәре һәм заман талаптары” тип аталған Бөтөн Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған сарала республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡортостандың Милли музейы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, “Белем” йәмғиәте, һуғыш һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт шиғриәтенең аҡһаҡалы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың ижадын даими күҙәтеп барам. Замандашымдың, ихлас кәңәшсемдең, яҡын теләктәшемдең заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, донъя ваҡлыҡтарынан һығылып төшмәйенсә, йәштәрсә дәрт менән янып йәшәүенә, рух күтәренкелегенә ҡыуанам. Шағирҙың ижад тилберлеге, фекер байлығы, сәсән теллелеге, ир аҡылы һоҡландыра. Ер ҡуйынынан урғылған шишмәләрҙең ғәйрәтен бер нәмә лә туҡтата алмаған һымаҡ, Хәсән Назар шиғриәтенең ташҡынына ла ҡаршы торорҙай һис ниндәй кәртә юҡ. Бары ысын таланттар өлөшөнә генә төшә бит бындай ҡөҙрәт. Хәсән Назарҙың шундай һирәк таланттарҙың береһе булыуына бына нисә йылдар инде шаһитбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 7900 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игелекле ил – Иглин Республикабыҙҙың биш районын урап сығыуға ҡарамаҫтан, марафонсыбыҙ “Әҙәби нағыш”тың бөрсөк тире лә күренмәй әле. Иглин районына ла “ыһ” та итмәй килеп етте. Иң башта Меңйетәр ауылына һуғылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға