Ҡаҙҙар һәм ҡыҙҙар донъяһында Ҡурас ауылындағы “Мотор” ауыл хужалығы предприятиеһын районда ғына түгел, ситтә лә һәйбәт беләләр. Уңышлы эшләгән ойошмаларҙың береһе ул. Ҡошсолоҡ – был предприятиеның төп тармағы, тиһәк, һис яңылышмабыҙ. Ҡаҙ үрсетеү менән бында 2007 йылдан бирле шөғөлләнәләр.
Мең баш ҡаҙҙан башланған эш ярайһы уҡ үҫешкән һәм бөгөн мул табыш килтергән ҙур фермаға әйләнгән. Бөгөнгө көндә бында дүрт меңдән ашыу ҡаҙ бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 609 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Осло”ға эшкә саҡыралар! Боголюбовка ауылында “500 ферма” программаһы буйынса әүҙем эшләгән “Осло” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән яҡындан танышырға насип булды.
Ойошманың директоры Эльвир Ғимранов билдәләүенсә, “Осло” 2009 йылда Динар Ғимаев етәкселегендә асыла. Бөгөн бында бер меңдән ашыу баш һыйыр малы бар, шуларҙың 385-е — һауын һыйыры. Һөттө Бәләбәй заводына тапшыралар. Көнөнә уртаса 3600 тонналап продукция етештерелә.
Коллективта — 67 кеше. Нигеҙҙә, Аҙнай, Айыт, Боголюбовка, Набережный ауылдарынан йөрөп эшләйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 585 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватансылар тәрбиәләйбеҙ Мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү, уҡытыуҙың көнкүреш менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү бөгөн төп бурыс һанала. Мәғариф системаһы әүҙем һәм инициативалы, йүнсел һәм эшлекле, йәмғиәткә файҙа килтерә алырҙай яңы Башҡортостан гражданын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уға тәрән һәм төплө белем, ҡалыплашмаған ижади фекерләү һәләте, юғары мәҙәнилек хас булыуы фарыз.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулдары етеҙ,  телдәре үткер... Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы – республикала төрлө яҡлап танылған уҡыу йорто. Робот та яһайҙар бында, бәйләм бәйләйҙәр, ҡомдан быялала һүрәт тә төшөрәләр. Уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуы, олимпиада-ярыштарҙа алдынғылыҡ яулауы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Саф башҡортса аралашыуҙары үҙе ни тора! Ә рух, ысын шәхес сифаттары тәрбиәләү һуң…
Ком: 0 // Уҡынылар: 691 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығында Науруз байрамы уңайынан башҡорт, ҡаҙаҡ, төрөкмән, азербайжан, афған, тажик һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли аш-һыуы тәҡдим ителгән, йыр-бейеүҙәре башҡарылған, ҡатнашыусылар, тамаша ҡылыусылар менән шығырым тулған Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы гөрләп кенә ҡалманы, баш ҡаланың, республиканың бар төбәгенә дуҫлыҡ, татыулыҡ сәләмдәрен юлланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татыулыҡтың сере нимәлә? Бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, бер класта белем алған Роза, Айгөл һәм Эльвираның бер ваҡытта ла баштарына “ҡасандыр килендәш булырбыҙ” тигән уй кереп сыҡмағандыр, моғайын. Бөгөн улар — өс әхирәт, өс килен, һәр береһе өсәр балаға һөйөклө әсәй ҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1030 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанат тойҙоҡ иңдәрҙә Әҙәбиәт йылы уңайынан Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына уҡыусыларҙың теләге буйынса шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, әҙәби тәнҡитсе Зәки Әлибаев саҡырылғайны. Был ике әҙиптең дә балалары беҙҙең гимназияла белем ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Телеп әйткән телемме, беҙгә тигән бүлемме?” ИМЕН БУЛҺЫН ДОнЪЯЛАР

Тағы бер һуғышты күрмәй
Үлһәм, тиеп әсәй теләй.
Үткән һуғыш хәтирәһе
Мейе сүкеп, йәнде иләй.
Буръяҡ һыуҙай донъя, тиеп
Һөйләй-һөйләй илай әсәй –
Ком: 0 // Уҡынылар: 845 тапҡыр // Тотош уҡырға
Китап кәштәһенә “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” китабында Башҡортостандағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең, милли-мәҙәни берекмәләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында ентекләп һөйләп бирелә, башҡорт еренең күркәм этносәйәси тормошо — күп милләтле халҡы күҙ алдына килтерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерен гәзиткә арнаны Гәзиттең һүҙ көсө иҫ киткес йоғонтоло. Быны Совет власының тәүге көндәренән үк яҡшы аңлаған Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов ҡайҙа ғына эшләһә лә журналистиканан айырылмай: даими яҙышып тора. Тәүге мәҡәләләре – байҙарға ялланып эшләүсе ярлылар, халыҡтың ас-яланғас көйөнсә лә яңы тормош төҙөргә тырышыуы, уңған яҡташтары һәм ауылдаштары тураһында. “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙерге “Башҡортостан”) биттәрендә даими баҫылған хәбәрҙәре ябай халыҡта яңы тормошҡа ышаныс уятҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына