Сәхнә оҫтаһы юлынан Белмәйем, ҡасан тәүге тапҡыр күргәнмендер башҡорт театрында халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевте, әммә шунан алып уның образдары, сәхнәләге асыштары иғтибарымдан ситтә ҡалғаны юҡ. Уның менән бергә театр сәнғәтенә мөнәсәбәтем үҫә, ижад донъяһының тәрәнлек һәм киңлек даирәләрен айҡайым. Бәлки, был танышыу Ә. Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”һендәге Айтуған аша булғандыр, әллә М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”ндағы Юлдыбайҙың сәме арбанымы икән? М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәрендәге Аҡъегет ғәжәпләндермәнеме ни? Ә?! “Салауат. Өн аралаш төш” хыялыйҙар яһай яҙҙы бит...
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисер беҙҙе, китап... Рәми Ғарипов яҙғанса, әҙәбиәтте өс кеше тыуҙыра: беренсеһе – шағир, икенсеһе – уҡыусы, өсөнсөһө – тәнҡитсе. Икенсеһен төп төркөм тип әйтер инем, сөнки ҡалғандары уның өсөн эшләй, ул уҡыуҙан туҡтаһа, әҙәбиәттең дә кәрәге ҡалмаясаҡ. Мин үҙемде лә ошо төркөмгә индерәм. Бер ҡараһаң, бурыс еңел – кеше яҙғанды уҡып ҡына барыу, йәғни ҡулланыусы булыу. Ләкин әҙәбиәт уҡыусылар сафы бик тиҙ һирәгәйә бара. Ни өсөн?
Ком: 0 // Уҡынылар: 876 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур үтелгән ғүмер! Әҙәм балаһы өлкәнәйә килә хәтирәләр йомғағы менән йәшәй тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Исмәғил ағай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ҡына үткәндәрҙе иҫенә төшөрә. Унан әбейенә:
– Һай, бар ине шул шәп саҡтар! Эшенән дә ҡурҡып торманыҡ, донъяһын да көттөк, балалар ҙа үҫтерҙек, – тип ҡабатлап ҡуя.
– Аллаға шөкөр, бабай, Аллаға шөкөр, – ҡарсығы Зәйтүнә әбей уны йөпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуат аша көләс йылмайыу – Кинйә улымды, кеше көлдөрөп, ҡартайып бөткәс,
41 йәшемдә, таптым шул, – тип берсә аптыратты, берсә көлдөрҙө мине Ғәйшә апай, үҙе лә рәхәтләнеп кеткелдәп.
– Инәй, һеҙ 41 йәште “ҡартайғас” тип әйттегеҙ, ә хәҙергеһен – 100 йәшегеҙҙе — нисек атарға һуң, улай булғас? – тип йылмайҙым, инәйҙең күңелсәк һәм телдәр генә икәнен аңлап алғайным инде. Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында йәшәүсе Ғәйшә Сәйфетдин ҡыҙы Мөхәмәтйәнова менән осрашыуға уның ейәнсәре алып килде мине. Быға тиклем йөҙйәшәр кешене бер генә тапҡыр күргәнем булды, уныһы ла бик күптән инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағайымдың хаттары Тәүге шиғырҙар китабымды “Өскөл хаттар” тип исемләгәйнем. Тәүге ижад емештәрем баҫыла башлаған саҡта уйлап ҡуйған ике һүҙ ине ул. Сөнки ундай һалдат хаттары — оло ағайыбыҙҙың әсәйем, ағайҙарым, апайым һәм минең һәр беребеҙгә атап яҙылған сәләмдәре, йөрәк һүҙе. Архивымдағы иң ҡәҙерле урында һаҡланған өс тиҫтәнән ашыу иң тетрәткес, иң ғәзиз ҡомартҡы улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыштарҙы ямап булмай шул… Ҡараңғы төн. Тирә-яҡ тып-тын. Ҡошсоҡтай ғына ике ҡыҙ бала – Нәфисә менән Әнисә өшөп-туңып, урмандан утын һөйрәтеп ҡайтып килә. Өлкәненә ун бер йәш булһа, кесеһенә ни бары ете генәлер. Йоҡа, алама кейемдәрҙең ни йылыһы — һыуыҡ тәнде өтә генә. Ҡарында тәғәм ризыҡтың булмауы ла хәлде ала. Аяҡ-ҡул тыңлашмай. Ҡыҙҙарҙың бар уйы – утынды, кеше күҙенә салынмай ғына, имен-аман алып ҡайтып еткереү. “Туҡта, анауында ниндәйҙер шәүлә ҡыбырлай түгелме?” — уйлап та өлгөрмәнеләр, күпер төбөнән урман ҡарауылсыһы килеп сығып, ҡыҙҙарҙы ҡаты итеп һүгеп, утындарын бушаттырҙы. Балаҡайҙар, мәхрүм булып, баштарын түбән эйеп, буш саналарын һөйрәп ҡайтып китте. Өйгә утынһыҙ ҡайтып кергәс, үгәй әсәй менән атайҙан да ныҡ ҡына эләкте уларға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыныслыҡ өсөн көрәш туҡтамай Бөйөк Ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ошо осорҙағы тормошо хаҡындағы мәғлүмәттәр, данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың шәхси дәфтәре, әллә күпме ваҡиғаларға шаһит авиация моторы һәм башҡа экспонаттарҙы күргегеҙ килһә, республиканың Хәрби дан музейына рәхим итегеҙ. Тормош ҡайнап торған урамдан ингәс, бындағы изге тынлыҡҡа сорналаһың, үҙең дә һиҙмәйенсә шанлы һуғыш йылдары ваҡиғаларына сумаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватанына һөйөүен  хеҙмәт менән раҫлай Гәзиттә “Ҡала һәм башҡорт балаһы” тигән рубрика асылғас, уға ҡарата фекерен беренсе булып Мәскәү ҡалаһынан Земфира Сәхипова шылтыратып белдерҙе. “Йәш быуын вәкилдәре араһында күпселектең туған телен белмәй үҫеүендә ҡаланың бер ниндәй ғәйебе юҡ, – тине ул. – Хатаны ғаиләнән эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, минең балалар, Мәскәүҙә үҫһә лә, башҡорт телен “һыу кеүек эсә”. Белеүегеҙсә, бында беҙҙең милләт вәкилдәре өсөн айырым мәктәп юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өлкән ҡыҙым илдең баш ҡалаһында башҡорт теле буйынса диссертация яҡлауға өлгәште...”
Ошо ҡыҫҡа ғына мәғлүмәте, шулай уҡ редакцияға ебәргән “Ҡатнаш ғаилә: балалар нисек тәрбиәләнергә тейеш?” тигән мәҡәләһе менән Земфира Ғизетдин ҡыҙы күңелдәге ышанысты тулыһынса нығытып ҡуйҙы: ысынлап та, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү – тәү сиратта ғаиләнең бурысы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Руслан МИРСАЯПОВ: “Төп маҡсат — әһәмиәтле осорҙо лайыҡлы үткәреү” Быйыл йәй баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк оло йыйынға — ШОС һәм БРИКС саммиттарына — әҙерлек тамамланыуға табан бара. Федераль ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында инфраструктура булдырыу, яңы объекттар төҙөлөшө, хакимиәт биналарын яңыртыу, шулай уҡ экскурсоводтарҙы, ирекмәндәрҙе, туҡланыу өлкәһе һәм ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу мәсьәләләре юғары баһаланды. Әйткәндәй, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Рәсәй вәкиллеге башланғысы менән илдә саммиттарға арнап тиҫтәләгән сара ойошторолған да инде, шуларҙың дүртәүһе Өфөлә үткән. Беҙҙә абруйлы йыйынға әҙерлек барышы хаҡында Башҡортостан Республикаһы министры Руслан МИРСАЯПОВтан төплөрәк һөйләүен һораныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Саңғысы аҡһаҡал Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Әүхәҙей Ҡоҙашевтың бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән.
Ул Һабыр ауылында мәктәпкә барам тигәндә һуғыш башлана. Атаһы яуға алына һәм күп тә үтмәй хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе бик йәшләй биш бала менән тороп ҡала. Ғаиләлә берҙән-бер малай уның уң ҡулына, ныҡлы терәгенә әйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына