“Хәйерле иртә!” сират йыя Ҡайһы бер йүнселдәр шәхси эштәрен район үҙәгендә, шулай уҡ ҡалала йәйелдерергә теләй, икенселәр иһә, киреһенсә, ауыл ерен һайлай. Тәүгеләрен аңларға була: ҡайҙа халыҡ – шунда аҡса, килемде мөмкин тиклем күберәк алаһың. Ә тәрәндән уйлағанда, ҡайҙа ла табышлы эшләргә мөмкин. Бала Сытырман ауылындағы һөт заводы директоры Геннади ЧАНГЕЛИЯ үҙ миҫалында ошо хәҡиҡәтте иҫбат иткән. Уның һөйләгәндәре күптәргә фәһем булырлыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Теләктәшлек  арҡаһында еңдек” Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжметдин Фәтхетдин улын йортонда тап иттек. Үҙенсәлекле ҡапҡа, иркен ихата, ҙур өй — барыһы ла бында хәстәрлекле хужа йәшәгәнен белгертә. Ҡунаҡтарҙы тышта ҡаршыларға өйрәнгәс, беҙҙе күрмәй ҡалғанына үкенә фронтовик. “Ғәжәп бит, хәҙер машиналар тауышһыҙ, — ти ул. — Ә бит заманында “ҡорос ат”тарыбыҙ ажғырып торҙо, ниндәй генә бейеклектәрҙе яуламаны, ниместең ҡотон алып бөттө!” Ғөмүмән, 89 йәшлек Нәжметдин БУЛАТОВтың уртаҡлашыр хәтирәләре байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл ҡото Илһам Ватан мәнфәғәтен ҡайғыртҡан уҙамандар менән аралашыуҙан кинәнес алаһың, улар алдағы көндәргә өмөт уята, ышанысты арттыра. Мәҫәлән, Илһам Аҡсурин – шундайҙар рәтендә. Йүнселдең ҡатмарлы иҡтисади хәлдәргә көйгәне тамсы ла һиҙелмәне, киреһенсә, алға ҡарап йәшәй ул. Шулай булмаһа, ошо хәтлем ҙур хужалыҡҡа етәкселек итә алыр инеме ни!?
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фермерға ярҙам – иҡтисадҡа ҡеүәт Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, фермерҙарға ярҙам итеү, уларҙың тын алышын һәм теләген белеү маҡсатында район үҙәге Федоровка ауылында семинар-кәңәшмә ойошторолдо.
Район мәҙәниәт йортоноң фойеһын танырлыҡ түгел – ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәһе уны күркәм иткән. Фермер Булат Насиров етештергән тауарҙарҙы халыҡ кинәнеп ҡараны, “Башгусь” йәмғиәте өсөн тиҙҙән ҡыҙыу осор башланасаҡ
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ел, үлән еҫе һәм тиҙлек... Ришат Солтанов ҡарап тороуға башҡа башҡорт егеттәренән әллә ни айырылмай ҙа һымаҡ. Һәлмәк кенә баҫып атлай, йылмайғанда бер аҙ күҙен ҡыҫа. Ипле, тәртипле, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе. Шулай ҙа башҡаларҙан бер-ике башҡа юғарыраҡ һымаҡ, сөнки уның ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге бар – уға сәйәхәтсе ене ҡағылған. Ришат менән танышып һөйләшеп киткәс, “Шулай ҙа була икән!” тип аптырап ҡуйғайным. Минең һәүетемсә көнитмешемдән уның аҙым һайын яңы кешеләр менән осраштырған, ҡабатланмаҫ тәьҫораттар менән һуғарылған тормошо ер менән күктәй айырыла. Иртән тороп, мотоцикл көйләп, рюкзакка көндәлек кәрәк-яраҡты тултырып, мәҫәлән, Урта Азияға сығып китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сит ерҙәргә сығып ғибрәт алам Үҙ тыуған еремдә, бигерәк тә Нөгөш буйында ял итергә яратһам да, форсат тейгәндә сит илгә лә сығам. Төркиәлә инде өс тапҡыр булдым. Диңгеҙ һауаһы, көньяҡ ҡояшы, йәшелсә-емеш күплеге, йомшаҡ климат организмға ыңғай тәьҫир итә. Бында ял итеү үҙебеҙҙең илдәгенән байтаҡҡа осһоҙораҡ та, ә был пенсия йәшендәгеләр өсөн айырыуса мөһим. Төркиәгә социаль путевкалар буйынса килгәндәр ҙә бар. Быйыл Урта диңгеҙ (Аҡ диңгеҙ) буйындағы Аланья ҡалаһында ял иттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр йәшниктә — гәзит Йырҙағыса, ауылдағы барлыҡ кешенең дә аһ-зарын, ҡайғы-хәсрәтен, шатлыҡ-ҡыуанысын белгән, бөтә кешенең дә сере һыйған почтальондан башҡа кем бар икән?.. Интернет, сымһыҙ телефон һәм башҡа алдынғы технологиялар заманында ла Дөмәй ауыл Советы биләмәһендә йәшәгән кешеләргә бер матур сифат хас – улар уҡырға ярата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һине бында көтәләр, һағыналар Беҙҙең Горчак ауылы ҙур түгел. Ҡырҡлап ҡына йорттан тора. Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, тарихы ҙур уның. Былтыр 120 йыллығын билдәләнек. Рәсәй империяһының һуңғы канцлеры Александр Горчаков нигеҙ һалған беҙҙең ауылға. ХIХ быуат башында Рәсәй дәүләтенә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Ҡаҙанғол улусына ҡараған биләмәнән уға ер бүлеп бирелә. Ошо урында крәҫтиән утарҙары булдырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеү рухы һеңгән ижад Кәштәгә ике тиҫтәгә яҡын китап ҡуйылған, уҡыусылар уның шиғырҙарын ятлай, тамаша залы халыҡ менән тулы... Һеҙ, моғайын, был сара Өфөлә бара тип уйлайһығыҙҙыр. Ғүмер буйы Сәйетбабала йәшәп, тулы ҡанлы ижад менән йәшәгән Уйылдан Шәриповтың Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, шулай уҡ Әҙәбиәт йылы айҡанлы үткән шиғриәт байрамы был.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡалар ҙа уҡып ҡыуанһын!” “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһы дауам итә, хөрмәтле уҡыусылар! Ошо уңайҙан әленән-әле редакция ишеген шаҡыған милләттәштәребеҙ байтаҡ.
Зәхирә апай Ғәйнуллина – сығышы менән Миәкә районының Бикҡол ауылынан. Йәш сағында баш ҡалаға сығып киткән һәм төҙөлөшкә эшкә урынлашҡан. Бөгөн фатирлы булып, улының ғаиләһе менән бергә татыу ғүмер итәләр. Ейәндәре Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем ала.
– Өйөбөҙҙә башҡорт яҙыусыларының китаптары бик күп. Ошо акцияны иғлан иткәс, беҙ ҙә ҡушылайыҡ әле тип дәртләндем. Ләлә апай Бейешева ла ҡеүәтләп ебәрҙе. Беҙ бит – китап уҡып үҫкән быуын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына