Һиңә бара юлдарым Зилә менән Ғәзиз Закировтар иңгә-иң терәп 60 йыл бергә ғүмер кисерә. Быйыл улар 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләй.
Ғаилә башлығы яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлау сәбәпле, Закировтарға ғүмер буйы төрлө ергә күсенеп йәшәргә тура килә. Уларҙың оло мөхәббәте, бер-береһенә тоғролоғо ауырлыҡтарҙан өҫтөн булып ҡала. 1980 йылда, Ғәзиз ағай хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, Ишембайға ҡайтып төпләнәләр. Шул мәлдән алып ҡалабыҙҙың мәҙәни күгендә янып йәшәй инәй менән бабай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ һөнәренең оҫтаһы Был һүҙҙәрҙе Мәкәш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Римза Хәмиҙуллинаға төбәп әйтергә була. Тәнзилә менән Ҡотлобай Ҡолоевтарҙың алты ҡыҙы араһында төпсөгө ул. Медицина училищеһын тамамлағас, мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән Олег Хәмиҙуллинға кейәүгә сығып, бөгөн матур итеп донъя көтәләр. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етемлектең төҫө ете төрлөВенер Исхаҡовтың былтыр 11 ноябрҙә донъя күргән “Патронат тәрбиәме, әллә...” тигән мәҡәләһен, уға шаңдау булараҡ яңғыраған башҡа яҙмаларҙы уҡығас, оҙаҡ уйланып йөрөп, мин дә фекеремде белдерергә йөрьәт иттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихҡа ингән иҫтәлектәр Ғәли Камал улы Зөлҡәрнәев 1905 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Һарыкүлмәк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бик йәшләй байҙарҙа көтөүсе була. 1922—1924 йылдарҙа леспромхозда эшләй, унан Кәҫле заводына урынлаша, бер аҙ эшкә күнеккәс, ҡойоусы, формалаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Шул заводта ликбезда уҡып, грамотаға өйрәнә. Ошо йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенә завод тормошо хаҡында хәбәрҙәр яҙа башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ямғыр тамсыһы” уңыш килтерҙе Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы яҙыусы һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаға бирелде.
Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин – ғүмерен башҡорт милли шиғриәтен үҫтереүгә арнаған иң сағыу һәм үҙенсәлекле шағирҙарҙың береһе. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға ул “Ямғыр тамсыһы” китабы өсөн лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 октябрендә булдырылды. Премия лауреаттары араһында балалар яҙыусылары һәм шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Депутат матбуғатты хәстәрләй “Берҙәм Рәсәй” фракцияһынан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева үҙенең һайлаусылары өсөн ҡайһы бер республика баҫмаларына яҙылды.
Парламентарий урындағы киң мәғлүмәт сараларына ошондай үҙенсәлекле ярҙамды йыл һайын күрһәтә. Депутаттың башланғысы һөҙөмтәһендә Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарындағы медицина учреждениеларының, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренең күпселеге аҙна һайын 66 дана республика баҫмаһын алдыра. Шул уҡ ваҡытта ҙур танылыу яулаған “Башҡортостан” һәм “Киске Өфө” гәзиттәренә өҫтөнлөк бирелә. “Единая Россия — Башкортостан” баҫмаһына ла яҙылыу ойошторолған. Был урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә – гәзит биттәрендә мөһим партия проекттары, төбәк һәм урындағы бүлексәләрҙә халыҡты ҡабул итеү тураһында бай мәғлүмәт донъя күрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә Ҡариҙел ерендә ҙур байрам. Ҡырмыҫҡалынан баш алып, Йылайыр, Балаҡатай, Ауырғазы, Архангел, Иглин, Нуриман райондары аша үткән “Әҙәби нағыш” республиканың төньяғына күсә.
Ҡариҙел — таланттарға бай төбәк. Әҙәбиәткә ул төрлө йылдарҙа Ғаян Лоҡманов, Мөхәммәт Закиров, Рәйес Риян, Александр Банников, Нәби Зарипов, Заһит Аҡбүләков, Йомабикә Солтанова, Заһит Мурсиев, Гүзәлиә Тимершина, Әлфәрит Яҡупов, Борис Илеев, Рафиҡ Мостафин, Фидаил Сафин кеүек яҙыусы һәм шағирҙарҙы бүләк иткән. Районда сатирик Заһит Мурсиев етәкселегендә “Иҙел” әҙәбиәт һөйөүселәр клубы эшләп килә. Уларҙың бәләкәй генә ижади күстәнәсен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Китапҡа һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнергә тейештер, тип уйлайым. Өйөндә күрмәһә, бала уны аҙаҡтан да ҡулына алмаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостанда ташҡынға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ижтимағи электрон гәзит”кә интервьюһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов хәҙерге иҡтисади шарттарҙа үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 340 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 42 Алға
Бит башына