Өфөлә “Урал ауазы” II Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале тамамланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иглин район Советы Ғафуан Шәйхетдиновты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп раҫланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйылғы ҡыш йылы булһа ла, ҡар күпләп яуҙы, өҫтәүенә тупраҡ дымлы. Шуға синоптиктар Башҡортостандағы йылға-күлдәр үткән йылдар менән сағыштырғанда боҙҙан иртәрәк асылыр тип күҙаллай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әллә күпме аҡса түгеп алған фатирҙың түбәһенән һыу тамсылай, тәҙрә төбөнән ел үтәләй өрә, торбалар йылытмай, коммуналь түләүҙәр хайран ҡалдыра. Ошо етешһеҙлектәр халыҡтың кәйефен боҙа, төрлө ойошмаларға ялыуҙар яҙырға, суд юлын тапарға мәжбүр итә. Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса Башҡортостан Дәүләт комитетының коллегияһында ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Ли Хуэй менән осрашты. Улар сәнәғәт, сауҙа иҡтисады, инновация, ғилми хеҙмәттәшлек хаҡында фекер алышты, ике аралағы бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләрен өйрәнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте һәм Башҡорт дәүләт университеты башҡорт теленән төбәк кимәлендә диктант ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусы үҙе ҡояш һымаҡ Яҙ – сағыу көндәргә, онотолмаҫ тәьҫораттарға бай миҙгел. Ошо күркәм мәлдә йыл да уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһе лә яңы үрҙәргә дәртләндереп ебәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1190 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхнә оҫтаһы юлынан Белмәйем, ҡасан тәүге тапҡыр күргәнмендер башҡорт театрында халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевте, әммә шунан алып уның образдары, сәхнәләге асыштары иғтибарымдан ситтә ҡалғаны юҡ. Уның менән бергә театр сәнғәтенә мөнәсәбәтем үҫә, ижад донъяһының тәрәнлек һәм киңлек даирәләрен айҡайым. Бәлки, был танышыу Ә. Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”һендәге Айтуған аша булғандыр, әллә М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”ндағы Юлдыбайҙың сәме арбанымы икән? М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәрендәге Аҡъегет ғәжәпләндермәнеме ни? Ә?! “Салауат. Өн аралаш төш” хыялыйҙар яһай яҙҙы бит...
Ком: 0 // Уҡынылар: 646 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисер беҙҙе, китап... Рәми Ғарипов яҙғанса, әҙәбиәтте өс кеше тыуҙыра: беренсеһе – шағир, икенсеһе – уҡыусы, өсөнсөһө – тәнҡитсе. Икенсеһен төп төркөм тип әйтер инем, сөнки ҡалғандары уның өсөн эшләй, ул уҡыуҙан туҡтаһа, әҙәбиәттең дә кәрәге ҡалмаясаҡ. Мин үҙемде лә ошо төркөмгә индерәм. Бер ҡараһаң, бурыс еңел – кеше яҙғанды уҡып ҡына барыу, йәғни ҡулланыусы булыу. Ләкин әҙәбиәт уҡыусылар сафы бик тиҙ һирәгәйә бара. Ни өсөн?
Ком: 0 // Уҡынылар: 766 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур үтелгән ғүмер! Әҙәм балаһы өлкәнәйә килә хәтирәләр йомғағы менән йәшәй тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Исмәғил ағай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ҡына үткәндәрҙе иҫенә төшөрә. Унан әбейенә:
– Һай, бар ине шул шәп саҡтар! Эшенән дә ҡурҡып торманыҡ, донъяһын да көттөк, балалар ҙа үҫтерҙек, – тип ҡабатлап ҡуя.
– Аллаға шөкөр, бабай, Аллаға шөкөр, – ҡарсығы Зәйтүнә әбей уны йөпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 42 Алға
Бит башына