Сәхнәлә –  “Ҡаһым түрә” Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡаһым түрә” спектакленең премьераһы үтте. Халыҡ нисек ҡабул итте? Театр актерҙары нисек уйнаны? Ғөмүмән, спектакль нисек ҡуйылған? Һүҙем – ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаһармандарҙың береһе Атайыбыҙ Мөтиғулла Бәхтийәр улы Арыҫланов Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Уның тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсаты менән Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына (Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһы) мөрәжәғәт иттем. Түбәндәге яуап килде: “367-се уҡсылар дивизияһының 928-се артиллерия полкында взвод командиры 1943 йылдың 24 июнендә һәләк була. Карел-Фин ССР-ының Медвежьегорский районында ерләнгән”. Лейтенант Мөтиғулла Арыҫланов ошо уҡ йылдың 4июлендәге дивизия бойороғона ярашлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Орден эйәһенә тапшырылмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Пар күгәрсендәр" күргәҙмәһе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестры баянсыһы Рәмис Хәкимов коллегаһы актриса Гөлмирә Исмәғилева менән никах уҡытып, әлеге көндә йәштәрҙең гөр килеп туйға әҙерләнгән саҡтары.
– Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, театрға эшкә килгән көнөнән үк был ҡыҙға ғашиҡ булып, уны кәләш итеп алырға ниәт иттем, – ти Рәмис. — Туй тантанаһы йәйгә тәғәйенләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил һаҡсыларын хәстәрләп Төбәктә йәшәгән ветерандарға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырылды. Награданы 22 яугир алды.
Еңеүселәрҙе ҡотларға 10-сы мәктәптең кадет класы уҡыусылары килгәйне. Һуғыш йылдарында Учалы районынан 13,5 мең кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 9 меңдән ашыуы яу яланында һәләк булған. Алты яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, тағы ла өсәүһе — Дан ордены кавалеры.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер бик ташлы урында. Таң беленгәнсе ҡаҙыныҡ. Окоптарҙың тәрәнлеге 80-90 сантиметрҙан артманы. Йоҡларға рөхсәт иттеләр. Беҙҙе уятҡанда ҡояш ҡалҡҡайны. Урмандың ике сигендә лә артиллеристар орудиеларын урынлаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите йөкмәткеһенең тәрәнлеге, күтәреп сыҡҡан мәсьәләләренең төрлөлөгө һәм мөһимлеге менән һуңғы йылдарҙа айырыуса ихтирам яулай. Шуға күрә лә ул, әүәлгесә, халҡыбыҙҙың иң яратҡан баҫмаһы булып ҡала, ә үткәргән “түңәрәк өҫтәл”дәре күңелгә хуш килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 877 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, законлы рәүештә тәүге тапҡыр ҡатыны Жозефина менән Наполеон айырылышҡан, йәғни никах тарҡалыуын ҡануниәт менән нығытып ҡуйған. Йәмғиәттәге был “күңелһеҙ хәл”дең тарихы ошонан башлана. Бөгөн иһә Рәсәйҙә яҡынса 100 никахтың яртыһы айырылышыу менән тамамлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һинең өсөн донъялағы иң матур ҡыҙ — һөйгәнең менән рәсми рәүештә никах теркәү көнөндә, егет, ҡаушап ҡалма, беҙҙең ҡыҫҡа нәсихәттәребеҙгә күҙ һал. Туй иртәһендә түбәндәгеләр өсөн һин яуаплы:
Ком: 0 // Уҡынылар: 791 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниңә икән һинең исемеңде
Ҡушам һаман моңло йырҙарға?
Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең
Тулып ағыр микән ярҙарға?
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә туй тигән көнгә миләш-кәләштәр өсөн файҙалы кәңәштәр еткерәбеҙ:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1050 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сахалин өлкәһенең губернаторы Александр Хорошавинды ҡулға алыу март айының шаҡ ҡатырғыс ваҡиғаларының береһенә әйләнә яҙҙы. Быға тиклем Рәсәй төбәгенең бер етәксеһен дә бындай оят хәлгә төшөргәндәре юҡ ине, коррупцияла ғәйепләнгән чиновниктар араһында ҡала мэрҙары ғына, мәҫәлән, Ярославлдән Урлашов, күренде. Оборона, ауыл хужалығы министрҙары Анатолий Сердюков менән Елена Скрынникка, Тула өлкәһенең губернаторы Вячеслав Дудка, Новосибирск өлкәһенеке Василий Юрченко, Брянск өлкәһенеке Николай Денинға бәйле енәйәт эштәре тик улар вазифаһынан бушатылғас ҡына ҡуҙғатылғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫ киткес шәп концерт ҡараныҡ, уны Туйсиндар ғаиләһе ҡуйҙы. Бала саҡҡа, йәнтөйәккә ҡайтып, урындыҡҡа ятып ял иткәндәй, һағышланып мейескә утын яҡҡандай, йәшел сиҙәмле ишек алдында йүгереп алғандай, һалҡын шишмә һыуынан ауыҙ иткәндәй булып, бер ҡыуанып, бер хисләнеп, бер моңайып ҡараныҡ байрамды. Тыуған йортҡа, әсәй-атайға дан йырланды унда. Гүзәл йәшлеккә, тәүге мөхәббәткә лә илтте ул, көлдөрҙө лә, күңелде лә күтәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 525 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың 2015 йылғы янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлеген тикшереү буйынса ведомство-ара комиссияһының йомғаҡлау ултырышы булды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 295 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия
1 марттан 31 майға тиклем дәғүәселәрҙән эштәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 271 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наркомания – рәсәйҙәрҙе генә түгел, тотош донъя халҡын борсоған афәт. Германияла хатта наркотиктар буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы булдырылған. Башҡортостанға килгәндә, былтыр 6 меңдән ашыу енәйәт осрағы теркәлһә, шуларҙың 12 проценты наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә тура килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 28 Алға
Бит башына