Төбәк халҡы уға күҙ төбәй Бала саҡтың шундай бер мәле иҫтә ҡалған: Силәбе өлкәһендәге техникумға уҡырға ингән ағайым ауылға ҡайтҡас, ҡартатайым: “Ниндәй һөнәр аласаҡһың инде, улым?” – тип һораны. Ағайым ғорур ғына: “Таусы-механик!” – тине. “Шәп һөнәр, улар бит аҡсаны ла көрәп ала, беҙҙең яҡтарҙа абруйлы эш”, – тине күпте күргән аҡһаҡал. Учалы тау сәнәғәте колледжы директоры Дмитрий Абдрахманов менән әңгәмә барышында ла шул тарих хәтергә килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙе лә йылмайта Халыҡ-ара көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә күренекле башҡорт сатирик яҙыусыһы, шағир-юморист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булды. Баш ҡаланың тарихи Ростовтар йортонда уҙғарылған был күңелле сараға Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары, шағирҙары, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар, үҙәк матбуғат мөхәррирҙәре, ижади союздар етәкселәре килгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттәшебеҙ йәнә һөйөндөрҙө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 23 марттағы Указына ярашлы, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, республикала иғлан ителгән исемле йылдарҙың етәүһенең эмблемалары авторы Нәсих Хәлисов “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары наградаға лайыҡ булды.
Ком: 6 // Уҡынылар: 1154 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынмаҫ рухлы ҡатын Еңеү көнө етә башлаһа, һәр саҡ яҡын кешем, нәнәйем Гөлмаһира Фәрхетдин ҡыҙы Мөхәмәҙиеваны хәтеремә төшөрөп, балауыҙ һығып алам. Дөрөҫөн әйткәндә, уны күңелдән сығарған да юҡ инде ул, ә бына илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән көндә иҫтәлектәр тағы ла яңыра. Юҡ, ул һуғышта ҡатнашмаған, әммә тылдағы хеҙмәте, донъя көтөү һәләте, балаларына, ейәндәренә мөнәсәбәте һәр кемгә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлилдәр, көйөлдөнө һаҡлағыҙ! Һуңғы йылдарҙа ҡоштар һанының бермә-бер кәмегәнен һиҙәһегеҙме? Экологик хәлдең насар булыуымы, тәбиғәт шарттарының үҙгәреүеме, әллә инде кешенең тирә-йүнгә битарафлығындамы сәбәп? Был һорауҙарға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Шуныһы айырыуса үкенесле: хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Киреһенсә, насарая ғына бара. “Ҡоштар көнөндә ошо турала оран һалмау ҙур ғәйеп булыр һымаҡ”, – ти Башҡортостан орнитологтар йәмғиәте етәксеһе Виктор ВАЛУЕВ. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең илдә ниндәй генә “изация” булып үтмәне. ИндустриалИЗАЦИЯ, коллективИЗАЦИЯ… Быларын яҡшы беләбеҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ улар өсөн үткән быуатта аҙ тир түкмәгән, аҙ ҡан ҡоймаған.
ПриватИЗАЦИЯ… Быныһына инде үҙебеҙ шаһит. Ата-бабаларыбыҙ тир түгеп, ҡан ҡойоп барлыҡҡа килтергән ил байлығын ҡомһоҙ ҡараҡтарҙың, хәйләкәр жуликтарҙың нисек ҡармағандарын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Егерменсе быуат аҙағында Рәсәйҙең аҫтын-өҫкә килтергән ошондай ғәҙелһеҙлекте халыҡ хаҡлы рәүештә ПРИХВАТИЗАЦИЯ тип атаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 449 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тәбиғәтегеҙ матур, халҡығыҙ ихлас” Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, әле Әбйәлил районы биләмәһендә XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындары бара.
27 мартта старт алып, 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк сараның төп өлөшө Ханты-Манси Республикаһының спорт объекттарында башланғайны. Программаға ингән тау саңғыһы, сноуборд, саңғы ярышы, керлинг буйынса уҙыш әле “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ янында Горизонталь буйынса: 4. “(…) күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр”. 7. Боронғо грек математигы. 8. Эре һағыҙаҡ. 9. Быяла һауыт. 11. Рух күтәренкелеге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Апрель — яҙҙың икенсе айы. Был исемде беҙҙең эраға тиклемге VIII быуат аҙағынан алып йөрөтә. Латин телендә ул “асылыу” тип аңлатыла (Aprilis), сөнки тап ошо ваҡытта ағас бөрөләре асыла башлай. Урыҫ халыҡ этимологияһы был исемде “преть” ҡылымы менән бәйләй (апрелдә ер быға башлай). Шулай уҡ әлеге мәлде ҡар ҡыуыусы ай, асыҡ йылға, ташҡын, ҡош йырҙары, умырзая айы һәм башҡаса ла атап йөрөтәләр. Һауа торошоноң хатта көн эсендә генә бер нисә тапҡыр үҙгәреүе иһә апрелгә “ялғансы”, “көйһөҙ”, “ышанысһыҙ” кеүек исемдәр бирҙергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Экологик тигеҙлектең боҙолоуы менән бергә ер йөҙөндә сүллектәр ҙә киңәйә, һәм шул арҡала климат үҙгәрә. Йөҙҙән ашыу илдең был проблема менән йөҙгә-йөҙ осрашыуы һәм миллионлаған кешенең ошо сәбәпле иҡтисади, социаль һәм экологик яҡтан ҙур ҡыйынлыҡтар кисергәне билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был район беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ерҙәрҙең береһе – бында мәшһүр Шәйехзаданың тамырҙары яралған, Ш. Бабичтың атаһының аҫыл һөйәге ята, Али Карнай кеүек данлыҡлы яҙыусы, донъяға билдәле драматург Флорид Бүләков, күренекле фольклорсы, яҙыусы Кирәй Мәргән тыуған. Үҙ заманында “Йәшлек” гәзите менән берлектә был төбәктә Башҡорт әҙәбиәте көндәре ойошторолдо, Ш. Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир мулланың ҡәбер ташы яңыртылды. Ә Бабичевтар төпләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Ш. Бабичҡа һәйкәл асылды.
Төбәк халҡының күпселеген мариҙар тәшкил итә. Шул милләт әҙәбиәте, һүҙ сәнғәте классигы Яныш Ялкайн да ошо төбәктә тыуған. Бөгөн райондың әҙәби премияһы уның исемен йөрөтә.
“Әҙәби нағыш” республика марафоны был яҡҡа юлланыр алдынан Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыларының бәләкәй генә ижади күстәнәсенән ауыҙ итегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә 2015 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың төп осоро башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалала башҡорт телендә донъя күргән Инжил китабы менән таныштырыу сараһы уҙғарылды. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә яңы баҫма хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туймазы районында “Еңеү урманы” тигән социаль акция иғлан ителде. Бындай башланғысты Туймазы урмансылығы етәксеһе Рафаил Фәррәхов тәҡдим итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ район Советы Баһауетдинов Рөстәм Рәйес улын кон-тракт буйынса Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына