Тел тамыры — ғаиләлә Ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районының Надеждинка төп белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Йәлил Садиҡов менән быйыл баш ҡалабыҙҙа үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә таныштыҡ. Телгә, милләткә булған һөйөү һәм хөрмәт уны әллә нисәмә йөҙҙәрсә саҡрымдан алып килгән. “Башҡортса рәхәтләнеп аралашып йөрөйөм әле”, — тип, әллә ҡыуанысын уртаҡлашырға теләп, әллә ғорурланып, әңгәмәбеҙгә ихлас ҡушылды ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егеттәрҙең солтаны ине... Февраль аҙағында Силәбе ҡалаһының Ш. Бабич исемендәге Милли китапханаһында Ҡамса Мортазиндың “Егеттәрҙең солтаны ине...” тигән китабына исем туйы үткәрелде.
— Ҡамса Мортазиндың өсөнсө китабы публицистик булыуы менән үҙенсәлекле, – тип таныштырҙы тантананы алып барыусы Гөлсирә Ғүмәрова.
Арғаяш районынан килгән “Таң нурҙары” әҙәби берекмәһе ағзаһы, шағирә Сажиҙә Хәлилова, китапҡа төплө анализ яһағас:
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ун дүрт бала үҫтек әсәй менән... Гәзиттең “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһын һәр саҡ көтөп алам. Ғүмерем буйы сит өлкәлә көн итеп, Башҡортостанымды һағынып йәшәгәнгә генә түгел, үҙем кеүек милләттәштәремдең, ҡәрҙәштәремдең бар булыуы күңелгә йыуаныс, ҡыуаныс өҫтәй. Әйтерһең дә, “Башҡорт донъяһы” тыуған ерҙәремдән ҡайнар сәләм алып килә лә бер арауыҡҡа булһа ла һағыныуҙарымды баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәт һиңә, Өфө! Март аҙаҡтарында, “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһына ярашлы, бер төркөм уҡыусыларым менән Өфөнө күреп ҡайттыҡ. Сәфәрҙән алған тәьҫораттарҙан әле һаман “айнып” бөтә алмайбыҙ. Шул тиклем оҡшаны! Форсаттан файҙаланып, Ырымбур өлкәһенең Александровка урта мәктәбе коллективы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәймә ЙОСОПОВА:  “туған халҡым йәшәһен!” 12 апрелдә Екатеринбургта XIII төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Сараның әһәмиәте, уның өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн ни тиклем ҡиммәтле булыуы хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Шулай ҙа бер нәмәгә иғтибар йүнәлтеү артыҡ булмаҫ: ватансылыҡ, телгә, ергә һөйөү тураһында күпме генә һөйләһәк тә, йыш ҡына ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең миҫалы был йәһәттән матур өлгө булып тора. Тел, ер, милләт ҡәҙерен нығыраҡ аңлай төҫлө улар. Шуға Свердловск өлкәһендә төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте көндәре үтеүе хаҡында хәбәр алғас та, ошо тарафтарға шылтыратмай булдыра алманыҡ. “Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге” өлкә йәмәғәт ойошмаһы, Екатеринбург ҡалаһының “Йәдкәр” башҡорт театр коллективы етәксеһе Фәймә ЙОСОПОВАның һағынышлы сәләмдәрен гәзит уҡыусыларыбыҙ менән ихлас уртаҡлашырға әҙербеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Илһам” ҡанат нығыта “Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр” тигән бик тапҡыр мәҡәлде күҙ уңында тотоп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты мәктәп йәшендәге балалар өсөн “Илһам” ижади семинарын ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1055 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡ юлдан барһын халыҡ! Ҡалала Башҡортостандың дәүләт власы, төрлө конфессия, милли берекмә, йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында “Диндәр аралашыуы һәм милләттәр берҙәмлеге – йәмғиәттәге илһөйәрлек нигеҙе” тигән эшлекле кәңәшмә ойошторолдо. Унда республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөгәнсе... – Эштә етешһеҙлектәрһеҙ, минустарһыҙ ғына булмай, улар — беҙҙең потенциал, — ти “Иртөбәк” хужалығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Олег Николаев. — Тимәк, ошоларҙы еңәһе бар тип йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Шулай ғына алға барып була.
Йәшермәйем, күптәрҙең уңышы тураһында ғына яҙыуҙы һорағаны бар, ә бына “минустар”ҙы мөмкинлеккә тиңләгәндәрен беренсе тапҡыр ишетәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 982 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хазиналар утрауы ҡайҙа? Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирер: матди яҡты өҫтөн күреүселәр алтын-көмөш ятҡан ерҙе, нефть вышкаларын, газ торбаларын атар, рухи яҡты уйлаусылар китапханаларҙы күҙаллар. Беҙгә ҡалһа, күңелдәрҙе арбарлыҡ итеп әйтелгән, ташҡа баҫылған һүҙ ҡәҙерлерәк. Нисек кенә сәйер булмаһын, хатта сереп байығандар ҙа күңел тыныслығын әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, сәнғәттә эҙләүсән.
Ысын мәғәнәһендә оло хазина утрауы, улай ғына түгел, тотош бер илаһи донъя был. Береһенең дә ишеген тулҡынланмайынса асыу мөмкин түгел.
Райондың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренә мөрәжәғәт итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡуласа”ны әйләндерә белһәң генә әйләнә – Беҙҙә кеше шәхси хужалығы менән ныҡлы шөғөлләнә башланы: мал аҫрайҙар, ҡорт тоталар. Бына Сергей Тужилкинды алайыҡ. Хәҙер ул аяғында ныҡлы баҫып торған фермер. Башлаған сағында өс баш ҡына һыйыры бар ине, бөгөн эре малы 500-ҙән ашыу! — тигәйне район хакимиәте башлығы.
Беҙ мал һанын ошо өс һыйырҙан башлап өс көтөүлеккә тиклем еткергән “тылсымсы” биләмәһенә килеп индек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәр ауылдың киләсәге бар” Район биләмәләре иҡтисади яҡтан бер кимәлгәрәк ҡуйылып, отчеттарға, статистика мәғлүмәттәренә ҡарап ҡына фекер йөрөтөлһә лә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: аграр сәнәғәт менән генә шөғөлләнгәндәргә ауырыраҡҡа төшә. Бигерәк тә баҙар шарттарында, илебеҙҙе ҡоршаған төрлө санкциялар ваҡытында. Бөгөн Күгәрсен районының социаль-иҡтисади хәле нисек? Халҡы ни менән мәшғүл, нисек көн итә? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға йүнәлттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ергә эйеләйек! Тупраҡ, ниндәй төҫтә булһа ла, ер ул! Тупраҡтың бар ерҙә лә ҡара булмауын бала саҡта тәүге тапҡыр күреп, шаҡ ҡатҡайным. Һуғышта һәләк булған Фәтҡулла олатайымдың ҡәберенән — алыҫ Белоруссия еренән — ағайҙарым Яҡуп Ҡолмой (шағир) менән Рәхмәтулла Ҡолмөхәмәтов туғандарға аҡһыл һары төҫтәге тупраҡ алып ҡайтып таратты. Шундағы аптырауым әле лә иҫтә! Ә беҙҙә, Башҡортостанда, ҡара тупраҡ иҫ киткес бәрәкәтле, уңдырышлы
Ком: 0 // Уҡынылар: 559 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яугирҙәргә рәхмәт йөҙөнән Латвия башҡорттары һәм татарҙары Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан осрашыуға әҙерләнә. Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкән яугирҙәрҙе иҫкә алыу, уларҙың иҫтәлегенә доға ҡылыу — мөҡәддәс бурысыбыҙ, ти ойоштороусылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек өләшеүсе аҡһаҡалыбыҙ Белорет районының Асы ауылында тыуып үҫкән Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов ошо көндәрҙә 85 йәшлек күркәм байрамын билдәләй.
Яҡташтары, тотош республика мосолмандары араһында абруйы ҙур уның. “Хәмзә” хәйриә фонды етәксеһе булараҡ башҡарған изге эштәре һанап бөткөһөҙ. Сирлеләргә, хаж ҡылғандарға, янғындан, ташҡындан зыян күргәндәргә, юл-транспорт фажиғәһенә, башҡа бәлә-ҡазаға тарығандарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бер нисә йыл рәттән Белорет районының Ғәбдөк, Берештамаҡ, Йөйәк ауылдарында ҡорбан салдырҙы, был ғәмәлде Өфөләге “Хәмзә” мәсете ҡаршыһында ла даими атҡара. Киләсәктә баш ҡалала ҡорбан салыу өсөн махсус урын һатып алып, изге эште киңерәк йәйелдермәксе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шүлгәнташ Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул – Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында “Шүлгәнташ” музей-экскурсия комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2078 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына