Шәреҡ фәлсәфәһе, тәрәнлек хас Эмом Али менән Мәскәүҙә әҙәбиәтселәр ҡоронда танышҡайныҡ. Башҡорт шағирҙарының ижадын белә булып сыҡты ҡәләмдәшебеҙ. Тормош юлына ныҡлап аяҡ баҫҡас килгән ул шиғриәткә. Тажик телендә яҙылған шиғырҙарын яҡташыбыҙ Светлана Чураева урыҫ теленә тәржемә итте, улар Санкт-Петербургта китап булып баҫылып та сыҡты. Шағир Өфөлә лә булғаны бар, бында әҙиптәр менән осрашып, шиғри ҡор ҙа ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк ҡушыуы буйынса – Күптән түгел Рәсәй парламентарийҙары Тажикстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, сәйәсмәндәрҙән торған делегация составында яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы Рафаил Зинуров менән ҡатнашып, сит тарафтарҙа үҙем өсөн көтөлмәгән асышҡа юлығыуыма әле булһа ҡыуанып бөтә алмайым, — тип сәфәрҙә тыуған фекерҙәре, уй-тойғолары менән ихлас уртаҡлашты Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғорур тауҙар иле - Тажикстан Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Вадим Луков билдәләүенсә, 8-10 июлдә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары берләшмә ағзаларына күп яҡлы хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн мөмкинлек асасаҡ. “Әле саммиттарға әҙерлекте теүәлләргә торабыҙ. Республика етәкселеге һәм федераль органдар лайыҡлы инфраструктура булдырыу йәһәтенән бик күп көс һалды”, — тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалдатты ил ғәме йөрөтә Яҡшығамы был, әллә түгелме, иллә арабыҙҙа офицерҙар күбәйҙе. Мин йәшерәк саҡта, мәҫәлән, Башҡортостанда ил күрке булып берҙән-бер генерал Таһир Күсимов йөрөй торғайны. Даны, буй-һыны менән ул ысындан да генерал, ғәскәр башы ине шул. Мундирлы, погонлы ағайҙарҙы ғәҙәти булмаған кешеләр итеп ҡарау, бәлки, беҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы уттарын үткән яугирҙәрҙе идеаллаштырыуҙан да килгәндер. Инаныуыбыҙса, шул хәтлем тамуҡтан иҫән сыға алғандар — ҡәҙимге йәндәр түгел, уттан улар сафланып, гонаһ-хаталарынан арынып сыҡҡан һәм артабанғы тормошта ла бүтәндәр рух йәһәтенән яугирҙәр менән йәнәш тора алманы. Һүҙ башлағас, инде үҙемә яҡын бер кеше тураһында аҙ ғына әйтеп китәйемсе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайымды иҫкә алам1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы Тыуған ил, һәр ҡала, район, ауыл, ғаилә тарихында айырым урын биләй.
Яугир атайымдың баҡыйлыҡҡа күсеүенә бына инде 40 йыл самаһы. Уның шоморт-ҡара сәстәрен, көслө ҡулдарын, етди ҡарашын йыш иҫкә алам. Ул бешергән икмәк менән балыҡтан да тәмлерәк ризыҡты ауыҙға алғаным юҡ.
Алдымда – “Китап” нәшриәте 2005 йылда сығарған “Улар Еңеү менән ҡайтты!” китабы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Торос” – финалда! Юғары хоккей лигаһында уйнаған Нефтекаманың “Торос” командаһы ярымфиналдағы дәғәүәсеһен – Ҡарағанданың “Һары арҡа”һын – дүртенсе уйында 2:0 иҫәбе менән ҡыйратты. Һөҙөмтәлә рәттән дүрт еңеү яулап, “плей-офф”тың һуңғы этабына сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең гүзәл еребеҙҙе дошман тапап йөрөмәһен!” Ҡарт олатайым Дәүләтбай Мәүлет улы Яҡупов Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Уның Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төшкән фотоһына ҡараған һайын күҙҙәремә йәш эркелә — һүрәттән рухи көс, ышаныс, яғымлылыҡ бөркөлгән төҫлө. Уларҙың быуынына хас сифаттар был. Шуныһы үкенесле: күптәренең ғүмере һуғыш яланында йәшләй өҙөлгән. Мәҡәләмде тыныс тормошобоҙ, киләсәгебеҙ, Тыуған ил азатлығы өсөн батырҙарса һәләк булғандар иҫтәлегенә бағышлайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыштан һуң тыуған ете бәхет Йомаҙил олатайым менән Мәхтимә өләсәйем ун балаға ғүмер бирә. Араларынан атайым Ғүмәр — беренселәре. Ул 1915 йылда донъяға килә.
1941 йылдың 26 июнендә атайым һәм уның биш ауылдашы үҙҙәре теләп һуғышҡа китә. Ҡаһарман яугирҙәр дошман илбаҫарҙарын еңеп, орден-миҙалдар менән тыуған төйәгенә
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡһаҡалдың килеүе – үҙе бер мәртәбә “Мораҙым”, “Кугарчинские вести” район гәзиттәре призына 11-се йыл үткәрелгән ярыш халыҡ тарафынан көтөп алынды.
Төрлө һөнәр эйәләрен, волейболсыларҙы, шахматсыларҙы бергә туплаған сараның тантаналы өлөшөн редакция-нәшриәт комплексы директоры Альбина Ладыженко асты.
Көйәрмәндәр район хакимиәте, уның мәғариф бүлеге идаралығы, үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәре уйынын айырыуса ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды, ул 15 июлгә ҡәҙәр дауам итә. Был юлы Ҡораллы Көстәргә 150 мең 145 егет алынырға тейеш. Былтыр көҙ 154 мең 100 кеше саҡырылғайны, план тулыһынса үтәлгән. Был юлы Ҡырымдан да 500 егет хеҙмәткә алына. Әйткәндәй, контракт буйынса ике йыл хеҙмәт итергә теләгән юғары белемле ир-егет арта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Авария хеҙмәттәренең
телефондары:

Һыу үткәргес селтәрҙәр
284-15-30
Ком: 0 // Уҡынылар: 290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән Өфөнөң мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуға ниндәйҙер кимәлдә баш ҡалала йәшәгән Майя Малинаның төбәк етәксеһенә “Иҫке Өфө”нөң үҙәген тергеҙеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүе сәбәпсе була. Фекер алышыуҙа, хат авторынан тыш, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса йәмәғәт советы ағзалары Владимир Захаров менән Александр Лебедев ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылының һөҙөмтәле үткәрелеренә өмөт бағлап яҙылған мәҡәләгә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан яуап хаты алдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 296 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борай районында тыуып үҫтем, әлеге мәлдә күрше республикала, Ижевск ҡалаһында йәшәйем. Юл төшөп, ғәзиз ауылыма ҡайтҡан һайын йөрәгем яна. Борсолоуҙарымды һеҙҙең менән уртаҡлашам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡты иҫтәлекте яңырттыҡЯҡташыбыҙ, 2000 йылда Баренц диңгеҙендә һәләкәткә осраған “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатовтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына