Сифатлы белем — уңыш сере Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы, иҡтисадтың финанс йүнәлеше буйынса белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорто булараҡ, баҙар ихтыяждарына төшөнөп, тәүгеләр иҫәбендә эш башланы. Филиал директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Рафаэль САФУАНОВтан үҙҙәренең эшмәкәрлегендәге яңылыҡтар хаҡында һөйләүен һораныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫталарға еңеү йылмая Сағыу йондоҙҙар менән биҙәлгән сәхнә, уның түрендә – ауыр һәм яуаплы һөнәр эйәләре булған уҡытыусылар. Һәммәһе лә – башҡорт, татар, урыҫ телдәре һәм дөйөм фәндәр буйынса үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы-2015” бәйге еңеүселәре.
Үҙ эшенең оҫталарын тәбрикләү тантанаһы күптән түгел яңырыу кисергән, заманса йыһазландырылған “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙғарылыуы осраҡлы түгел, минеңсә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел менән күңел тоташты Редакция машинаһы алға елдерә. Республикала Әҙәбиәт йылы марафонын башлап ебәргән ҡырмыҫҡалылар был юлы яҡташтары, талантлы яҙыусы, публицист Рәлис Ураҙғоловты әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға саҡырған. Шунда китеп барыуыбыҙ. Уның әле буяу еҫе лә кибеп бөтмәгән “Эй ғүмер юлдары” тигән китабын бер тынала уҡып сыҡтым
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Данлы юлы сағыла Темәстең Республикала иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Темәстең тарихы ифрат бай. Йылъяҙманың иң сағыу биттәре Башҡорт Автономияһы төҙөлөү менән бәйле. Төбәгебеҙҙең беренсе баш ҡалаһы республикаға бик күп шәхес бүләк итте, бихисап әһелдең эҙҙәрен һаҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәниә Шевчук!  Таныштырып тороу кәрәкме? Беҙҙең замандың геройы тип атаһаҡ та була Юрий Шевчукты. Һәр сығышы, аҙымы менән егетлеген күрһәткән был ижадсы битарафтарҙы, биләгән вазифаһына йәбешеп ултырған етәкселәрҙе лә яҙғанына иғтибар иттерерлек ҡеүәт, моң менән әйтте һүҙен. Өфөлә ойошторолған рок төркөмө хәҙер бөтөн донъяға танылыу яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаһым түрә төйәгендә Рим Янғужин исемендәге Айыусы мәктәбендә Әҙәбиәт йылына, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған кисә үтте. Унда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Кәрим Булат, Рәмзәнә Әбүталипова ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы һүҙ – йән аҙығы Гәзиттең почта йәшнигенә республиканың төрлө тарафтарынан йылы йөкмәткеле хаттар килеүе дауам итә. Хәбәр-сәләмдәр араһында ихтирамға лайыҡ кешеләр хаҡында бәйән иткән, фәһемле тормош һабаҡтары менән уртаҡлашҡан, урындағы мәҙәни сараларҙы һүрәтләгән яҙмалар ҙа бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олатайҙар аманаты Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул Рәсәйҙә. Кемдеңдер атаһы, икенселәрҙең олатаһы, өсөнсөләрҙең ҡустыһы, яҡын кешеләре йә күршеләре Еңеү өсөн көсөн, йәнен аямаған.
Минең дә олатайҙарым ҡатнашҡан был яуҙа. Атайымдың атаһы – Сәләх Ғилаж улы Бикембәтов олатайым — 1914 йылда тыуған. Һуғыш башланғанда атайыма 4 йәш кенә була. Олатай Ейәнсура хәрби комиссариаты аша һуғыш яланына оҙатыла. Дубиновка тимер юл станцияһында һуңғы тапҡыр күрә уны яҡындары. 1942 йылда Сталинград өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булған ҡәҙерле кешебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл 24 – 26 апрелдә “Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте” тигән ғилми-ғәмәли конференция була. Ул Башҡорт википедияһының 10 йыллығына арнала. Сараның маҡсаты — белемдең ирекле таралыуына булышлыҡ итеү, Рәсәй һәм башҡа ил халыҡтары телдәрендә һәр кем ҡуллана ала торған мәғлүмәт сығанаҡтарын үҫтереү, компьютер лингвистикаһы мәсьәләләрен тикшереү. Конференцияны “Викимедиа РУ” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты берлектә әҙерләй. Унда ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнаша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәсәғүт Әйүп улы башта телевизорҙы ҡабыҙҙы ла, унан тәҙрә ҡорғандарын ситкә тартып, ябалаҡлап яуған ҡарҙы бер аҙ күҙәтеп торғас, ултырып тапшырыуҙы ҡарай башланы. Электән шулай ғәҙәтләнгән. Ә хәҙер телевизорҙан Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йыш күрһәтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында “Иман нуры – халҡыма” тип аталған хәйриә концерты була. Унда Башҡортостандың йыр сәнғәте йондоҙҙары Светлана Арғынбаева, Альберт Шаһиев, Әлфиә Юлсурина, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Гүзәл Аҫылбаева, Рәдиф Зарипов, Вилдан Яруллин, Зилиә Бәхтиева, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө ҡатнаша. Байрамды Флүрә Мурзина менән Таһир Вахитов алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбүбәкер ауылында Әүлиә ҡәбере бар. Уның тураһында урындағы аҡһаҡал, ағинәйҙәр һөйләүенән, шәжәрә сығанаҡтарынан күп риүәйәттәр һаҡланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 420 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзитте “Совет Башҡортостаны” заманынан алдырам. Баҫма биттәрендә Илдар Ғәбитовтың иҡтисад, һайлауҙар тураһындағы яҙмаларын яратып уҡыйым, Алһыу Әһлиуллинаның, Лилиә Нуретдинованың, Лариса Абдуллинаның, Рәлис Ураҙғоловтың, Венер Исхаҡовтың мәҡәләләре бик оҡшай. “Көн һайын ошо урында” рубрикаһының материалдары ла тәрән йөкмәткеле. Шиғырҙарға, хикәйә, повестарға ла урын табылыуы ҡыуандыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 317 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ, Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының III курс студенттары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса педагогик практикабыҙҙы тамамланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирандың уран байытыуы мәсьәләһе буйынса уртаҡ фекергә килеү, Грецияның Европа советынан сығыу менән янауы уҙған аҙна ваҡиғалары араһында иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына