Йәшәүҙән тәм табып Мораҡ ауылында беҙҙе Айрат Рәүилев ихлас ҡаршы алды. Әйткәндәй, ул һөйөклө ҡатыны Зилә Рәшит ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, бынамын тигән ике ул үҫтергән. Ошо ауылда күркәм өй һалып ингәндәр. Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра ул. Икеһе лә “Гарантстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тырышып хеҙмәт итә. Айрат – бульдозерсы, ә ҡатыны – өлкән бухгалтер. Ике улдары ла юғары белемле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөндән әҙерҙәр Дүртөйлө районы республикабыҙҙа инде нисәнсе йыл ауыл хужалығы тармағында алдынғылыҡты бирмәй, бүтәндәргә өлгө күрһәтә. Бындағы хужалыҡтар – төбәктең даны ла, ғорурлығы ла.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы – шуға асыҡ миҫал. Уның етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Дәүләтбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр бөгөн баҫыуға төшөргә тиһәләр, был мөһим эште шунда уҡ башлар ине уңғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ат кешнәүе ауылды йәмләй Һәр кем тыуып үҫкән ауылының матур киләсәгенең өмөтлө булыуын теләй. Ә бына Ғафури районында буй еткереп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәков оҙаҡ уйлап тормай, ошоно тормошҡа ашырыр өсөн ең һыҙғанып эшкә тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күрҙемде барып күрегеҙ! Ауыл кешеһе өсөн бөгөн бигерәк тә нимә мөһим? Был һорауға, әлбиттә, төрлө яуап ишетербеҙ. “Ҡояш бирә бөтәһен дә, ергә ысыҡ төшкәнен дә, ерҙә еләк үҫкәнен дә”, – тип шиғри юлдар менән әйтеп һалғайны танышым. Ә республикабыҙҙың төньяҡ тарафтарын ҡояш йыш иркәләйме? Карл Маркс исемендәге хужалыҡ рәйесе Өлфәт ҒӘБСӘЛӘМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо донъяуи мәсьәләләр хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көс сығармайынса, уңыш килмәй Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында йәшәгән Илнур Усманов кеүек аяғында ныҡ баҫып торған ир-егеттәр һоҡландырмай ҡалмай. Утыҙҙы аша атлаған йәш кеше кемгәлер бил бөгөүҙе кәрәк тип тапмаған, тотҡан да үҙ эшен башлаған. Былтыр яҙ ул крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәреп, ун биш тана һатып ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибай сәхнәһенең йөҙөк ҡашы “Башмағым”да — Хөсни, “Ҡатын түгел, аждаһа”ла — Юлбикә, “Тылсымлы ҡурай”ҙа — Алтынбикә, “Үҙ ҡатыныма өйләнәм”дә — Айһылыу, “Китмәгеҙ, торналар”ҙа — Ямал, “Тәңкәле ҡыҙ”ҙа — Нәсихә, “Санаторий”ҙа — Таһира, “Ҡайырылмаһын ҡанаттар!”ҙа — Хөмәйрә, “Өҙөлгән өмөт”тә — Ғәтифә, “Йәнкиҫәк”тә — Сәриә, тиҙҙән ҡуйыласаҡ “Эт саба тип...” комедияһында Фаина ролен башҡарасаҡ Резеда Сафиуллина-Абдуллина үҙенсәлекле таланты менән арбай. Һәр геройына, тормошон күңеле аша үткәреп, яңы һулыш өрә ул. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында бына егерме йыл яңынан-яңы образдар тыуҙырып, үҙ тамашасыһын һөйөндөрә актриса.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырыҫ бүлешкәндән арта Иҡтисади көрсөк, ишек шаҡып ҡына ҡалмайынса, түргә уҙғанда, ѳөҙгөләнеүҙән йән һыҙлауына тән ауырыуы ѳөҫтәлгәндә, йырып сыҡҡыһыҙ күренгән хәстәрҙәр алҡымыңдан алғанда, кешегә ни эшләргә? Ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға? Аптыраған мәлдә кемдер дуҫлыҡ ҡулын һуҙа, ѳөшөгән күңелде йылы һүҙе менән йылыта икән, әҙәм балаһы, был донъяла яңғыҙ түгеллеген тойоп, үрҙәр артылырлыҡ көс-ҡеүәт ала.
Шәфҡәтлеләр изге ғәмәлдәре хаҡында ҡысҡырып лаф ороп йөрөмәй, быны үҙҙәренең бурысы, тормоштарының айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡарай. Мохтаждарға ярҙам итеү теләге йөрәктән сығырға тейеш, шулай булғанда ғына ул шатлыҡ килтерә. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тиҙәр бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихыбыҙ – булмышыбыҙ Башҡорт халҡының боронғолоғон, мәҙәни байлығын билдәләгән ысын ҡомартҡыларҙы ҡайҙа күрергә? Нисек итеп йәмәғәтселеккә дөрөҫ тарихты еткерергә? Быларҙың барыһына ла “Боронғо Өфө” тарих һәм мәҙәниәт музейы хеҙмәткәрҙәре яуап бирер. Улар 2006 йылдан алып Өфө-II ҡаласығын даими өйрәнә.
Тарихи белешмәгә күҙ һалайыҡ: 1367 йылда Каталон атласында Өфө менән Ағиҙел йылғалары ҡушылған ерҙә Pascerty (Башҡорт) тигән ҡала билдәләнгән. Ул Алтын Урҙа иҙеүҙәре заманында Башҡорт дәүләтенең баш ҡалаһы булған. Быны хәҙерге ваҡытта табылған ҡаҙылмалар ҙа иҫбатлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
Крәҫтиән дәүләт ярҙамынан  тыш йәшәй алмай Бөгөн ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең үҙ көсөнә генә ышанып, мал аҫрап, донъя көтөүе бер кемгә лә сер түгел. Тап шундайҙар — ауылдың тотҡаһы һәм киләсәге лә. Тап улар – ауылдаштарын эшле, ашлы иткән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған ышаныслы терәк тә. Шундай мал йәнле, бәләкәйҙән “ат ене” ҡағылған ағайҙарҙың береһе Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Илдар Рахманғолов булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 516 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман тип йән аталар Мөхәммәт Ғәлиулла улы Сафин Ҡалҡан ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Үҫмер сағынан уҡ “Баш Урал” колхозында төрлө эштә йөрөй. 1953 йылда Ҡалҡан ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Ул саҡта егет-ҡыҙҙар көндөҙ колхозда тырыша, ә кисен мәктәпкә уҡырға йөрөй. Икенсе йылына Мөхәммәтте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул дүрт йыл Владивосток ҡалаһында, Тымыҡ океан флотында матрос булып хеҙмәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 516 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүтергә... Һүтмәҫкә... Майя Малина Өфөләге тарихи йорттарҙың береһендә йәшәй. Революцияға тиклем үк төҙөлгән бинаны иҫке тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Ваҡыт ағышын тарихи ысынбарлыҡ, үткәндәр заңы баҫа төҫлө. Хәйер, баш ҡалабыҙҙа Майя Владимировнаныҡы ише йорттар — мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары — бихисап. Ленин, Аксаков урамдарындағы биналар,
Ком: 0 // Уҡынылар: 374 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шторм” алға бара 4-се лицейҙың “Шторм” ҡыҙҙар баскетбол командаһы “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы ярышында Волга буйы федераль округы буйынса чемпион исемен яуланы.
Баймаҡ һылыуҙарының ҙур еңеүе республика ғына түгел, округ төбәктәре өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ булды. Беҙҙең ҡыҙҙар илгә яҡшы билдәле Ҡазан, Пенза, Һарытау, Һамар ҡалалары, Мордва Республикаһы командаларын бер-бер артлы тар-мар итә башлағас,
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Исемдәрен аҡлайҙармы? Спорт төрҙәренең иң популяры хоккейҙыр, моғайын. “Ҡурҡаҡтар ғына хоккей уйнамай” тигән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгәндәй, күп малайҙарҙың хыялына әйләнгән сәмле көс һынашыу ул. Яратҡан командаһы сығыш яһағанда көйәрмәндәр, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап булһа ла, “зәңгәр экран”ға баға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫкелә йәшәп, иҫтәре китмәһен Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2015 – 2018 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы республика программаһы раҫланды.
Дөйөм майҙаны 39,2 мең квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы иҫке йорттарҙы һүтеү күҙаллана. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Мәләүез, Иглин,Туймазы райондарында яңы йорттар һалынасаҡ. Республикалағы өс меңдән ашыу кешегә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге асыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 374 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйбулла районының почетлы гражданы, 18 йыл КПСС-тың район комитеты етәксеһе булып эшләгән Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡуповтың тыуыуына 90 йыл булды. Мәшһүр шәхес менән күп йылдар яҡындан аралашып, хеҙмәттәшлек иттем. Ғилман Ғирфан улын КПСС-тың БАССР өлкә комитеты тәҡдиме менән 1962 йылдың декабрендә райондың партком секретары итеп һайланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына